XIX быуат почта станцияһы (Аҡсай)

XIX быуат почта станцияһы — архитектура комплексы, Ростов өлкәһенең Аҡсай ҡалаһы музейы. Аҡсай хәрби-тарихи музей составына инә. Музей ҡаланың белем биреү учреждениеләре, ойошмалары һәм предприятиеләре менән хеҙмәттәшлек итә. Музей ҡарарға килеүселәргә ҡала һәм Дон крайы тарихы буйынса лекциялар уҡыла, экскурсиялар һәм төрлө саралар үткәрелә[1].

XIX быуат почта станцияһы
Асылған ваҡыты 1992
Урынлашыуы Ростов өлкәһе, Аҡсай ҡалаһы, Гулаев урамы, 110
Директор Ольга Григоренко
Логотип Викисклада XIX быуат почта станцияһы Викимилектә

Почта станцияһы — Аҡсай ҡалаһының үҙәгендә, Дон йылғаһы аша элекке сығыу урыны эргәһендә урынлашҡан, кеше йәшәгән һәм хужалыҡ ҡаралтыларынан торған архитектура комплексы. Музей 1992 йылдан алып эшләй, музей бинаһында ҡуйылған бер нисә даими күргәҙмәһе бар. Музей типик XIX быуат почта станцияһының тышҡы күренешен күҙ алдына килтерә.

Музей территорияһында урынлашҡан:

  • почта ҡарауылсыһы йорто,
  • ҡунаҡхана бинаһы,
  • ҡоҙоҡ,
  • көймә һарайы
  • ял итеү өсөн беседка.

Станция Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты булып тора[2]. Аҡсайҙың почта станцияһы аша төрлө йылдарҙа Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Александр Грибоедов, Лев Толстой, Пётр Чайковский, Раевский Николай Николаевич, һөргөнгә ебәрелгән декабристар үтеп китәләр[3].

Музейҙың «Аҡсай почтаһы» тип аталған үҙәк күргәҙмәһе экскурсанттарҙы станица почтаһы тарихы менән таныштыра. Почта бында XVIII быуатта уҡ эшләгән һәм хәҙерге автовокзалдарҙың прототибы булып тора. Бында тәүлек әйләнәһенә дилижанстар һәм көймәләр ҡабул итәләр. Музей бинаһында почта станцияһы интерьеры элекке хәленә ҡайтарылған.

 
Почта станцияһында саҡрым бағанаһы

Территорияла даими рәүештә эшләүсе күргәҙмәләр:

  • «Аҡсайҙың боронғо йылъяҙмаһы» күргәҙмәһе, унда ташҡа әүерелгән хайуандар һәм үҫемлектәр ҡалдыҡтары, шулай уҡ Аҡсай йылғаһы бассейнында табылған таш, бронза, тимер быуат, урта быуат археологик табылдыҡтары ҡуйылған.
  • Көймә һарайы бинаһында һәм ихатала XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы егеүле транспорт коллекцияһы күргәҙмәгә ҡуйылған — еңел кырандастар, саналар, көймәләр, фаэтондар (көймәле арба) һәм бричкалар (еңел арбалар).
 
Почта станцияһы контораһы

Йыл һайын, июндең беренсе шәмбеһендә, А. С. Пушкиндың 1820 һәм 1829 йылдарҙа Аҡсай станицаһында булыуы хөрмәтенә, почта станцияһында «Пушкин байрамы» үтә. 1941—1943 йылдарҙа Аҡсай станицаһын ике тапҡыр немец-фашист илбаҫарҙары баҫып ала. Бында ҡаты һуғыштар бара. 1942 йылда 485 артиллерия полкының 3-сө дивизионы зенит батареяһы ҡала халҡының Дон аша эвакуацияһын ышыҡлап тора. 1985 йылда ошо хөрмәткә музейға ингән урында «Һыу аша сығыу» һәйкәле ҡуйылған, ул ауыш постаменттағы хәрби йөк машинаһынан ғибәрәт. Постаментта йөк машинаһы менән йәнәш зенит орудиеһе ҡуйылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Почта станцияһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История аксайского военно-исторического музея. Аксайский военно-исторический музей. Дата обращения: 24 декабрь 2016.
  2. Почтовая станция. Исторический центр города. ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. Дата обращения: 24 декабрь 2016. 2016 йыл 25 декабрь архивланған.
  3. Достопримечательности Аксайского района. Администрация Аксайского района. Дата обращения: 25 декабрь 2016.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  Тышҡы рәсемдәр
  Памятник "Переправа"