UN/LOCODE

географик объекттарҙы классификациялауҙың халыҡ-ара системаһы

UN/LOCODE (ингл. United Nations Code for Trade and Transport Locations) —  географик объекттарҙы  классификациялауҙың халыҡ-ара системаһы.  Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының бүлексәһе булған UNECE (ингл. United Nations Economic Commission for Europe)  тарафынан сығарылған һәм эшләтелә.

UN/LOCODE
Нигеҙендә эшләнгән ISO 3166-1
Нәшер ителеү ваҡыты 1981
Эшләүсе Европейская экономическая комиссия ООН[d]

Дөйөм мәғлүмәт

үҙгәртергә

Системала 235 илдәге ҡалалар һәм уларҙағы мөһим объекттар тураһында 50 меңләп яҙма бар.

Классификациялау принцибы

үҙгәртергә

UN/LOCODE ғәҙәттә 5 символдан тора. Тәүге икеһе  латин  алфавиты хәрефтәре менән бирелеп, ISO 3166-1 alpha-2 стандарты буйынса илдең коды булып тора. Артабан өс хәреф килә,  әммә комбинациялар етешмәһә,   2-нән 9-ға тиклемге һандар ҙа ҡулланыла. Аэропорттар өсөн  ISO 3166-1 alpha-2 буйынса ил коды һәр ваҡытта ла ИАТА кодына тап килеп тормай.

Бынан тыш, UN/LOCODE системаһы атамаларында милли  алфавиттар  символдары  (мәҫәлән, умляуттар) булған ҡалаларҙың латинлаштырылған атамаларын нығыта.

Миҫалдар

үҙгәртергә

Функциялары

үҙгәртергә

Объекттың үҙенең 5 символлы кодынан тыш өҫтәмә һандар менән уның   функциялары һүрәтләнә. Уларҙың иң мөһимдәре:

  • 1 = порт
  • 2 = тимер юл терминалы
  • 3 = автотерминал
  • 4 = аэропорт
  • 5 = почтаны тейәү-бушатыу нөктәһе.

Һылтанмалар

үҙгәртергә