Skydome (Флагстафф) ябыҡ стадионы
Дж. Лоуренс исемендәге «Skydome» стадионы — Флагстаффтағы (Аризона) Төньяҡ Аризона университеты кампусында унынлашҡан күп маҡсатлы ябыҡ стадион. Стадион нигеҙҙә университеттың футбол һәм баскетбол командаларының үҙ майҙансыҡтары булараҡ файҙаланыла. Ултырырлыҡ урын һаны барлығы 11 230 дана тәшкил итә, шуларҙың 10 000 — даими, ә ҡалған 1230 — портатив.
Skydome ябыҡ стадионы | |
Нигеҙләү датаһы | сентябрь 1977 |
---|---|
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
Административ-территориаль берәмек | Аризона |
Урын | Флагстафф |
Хужаһы | Northern Arizona University[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 17 сентябрь 1977 |
Обитатель | Northern Arizona Lumberjacks[d], Northern Arizona Lumberjacks (WB)[d][1] һәм Northern Arizona Lumberjacks (MB)[d] |
Һыйым | 11 230 |
Рәсми сайт | www8.nau.edu/skydome/mai… |
Тарихы
үҙгәртергәСтадион 1977 йылда асыла[2][3]. Беренсе миҙгелдә унда 5 уйын үткәрелде һәм уртаса 13 029 тамашасы килгде [4]. Быға тиклем университет футбол командаһы Lumberjack стадионының асыҡ майҙансығында уйнаған [5][6]. 1987, 1997, 1998 һәм 2006 йылдарҙа стадион территорияһында баскетбол буйынса ирҙәр турниры үткән.
Асылғанғандан һуңғы алты йыл дауамында Skydome үтә күренмәле көмбәҙ аҫтындағы иң ҙур ағас стадионы статусына эйә булған. 1983 йылда Dome Tacoma Такомалағы (Вашингтон) Tacoma Dome төҙөлөп бөткән һәм Skydome үҙенең статусын[7] юғалтҡан. Шул уҡ осорҙа университет кампусындағы башҡа биналарҙы поектлау менән дә шөғөлләнгән (Финикс ҡалаһынан) Уэнделл Россман ҡоролманың архитекторы булған. Үҙағас Һары көньяҡ ҡарағайынан алынған..
Стадион 1957-1979 йылдарҙа Төньяҡ Аризона университетының президенты вазифанын үтәгән Дж. Лоуренс Вакуп (1914-2002) хөрмәтенә аталған. Был осор университеттың тиҙ үҫеш ваҡыты һаналған. 1970 йылда илдә көрсөк булған һәм Дж. Лоуренс төҙөлөштө грамоталы көйләй алмаған [8][9][10]. Проект хаҡының яртыһынан күберәге ирекле иғәнәләр иҫәбенә йыйылған; дәүләт 1,5 доллар һалған, ә 2 миллионы кампус фондынан. 1974 йылдан 1983 йылға саҡлы университеттың спорт директоры Хэнк Андерсон булған[11].
Был ҡоролманың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 2100 м (6 800 фут)[12] тәшкил итә.
Ремонтлау
үҙгәртергә2010 йылдың декабренән 2011 йылдың сентябренә тиклем стадионға сығымдары 26 млн доллар тәшкил иткән капиталь ремонт үткәрелгән. Янғын системаһы, ванна бүлмәһе, залдар, офистар, ҡунаҡтар өсөн апартаменттар, сисенеү бүлмәләре тулыһынса алмаштырылған. Шулай уҡ комплекс өс лифт менән йыһазландырылған. Урындар һаны 10 меңгә саҡлы кәметелһә лә, ғәҙәти урындыҡтар арҡалы 21-дюймлы креслолар менән алмаштырылған.
Файҙаланыу
үҙгәртергәСпорт сараларынан тыш, арена шулай уҡ асыу тантаналары, концерттар, сығыштар һәм күргәҙмәләр үткәреү өсөн файҙаланыла. Арена майҙаны — 97000 фут (йәки 9 000 квадрат метр)[13][14].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://issuu.com/nau_athletics/docs/2017-18_wbb_media_guide
- ↑ Lumberjacks to open dome, Lewiston Morning Tribune (September 17, 1977), стр. 3B.
- ↑ NAU gets its kick, Lewiston Morning Tribune (September 18, 1977), стр. 2B.
- ↑ NAU dome aids attendance (April 19, 1978), стр. 12.
- ↑ Vandals concerned with NAU (September 20, 1975), стр. 17.
- ↑ Drosendahl, Glenn. Idaho sends Lumberjacks back to woods (September 21, 1975), стр. 1B.
- ↑ Skydome Information . Northern Arizona University. Дата обращения: 26 апрель 2006. 2011 йыл 4 август архивланған.
- ↑ J. Lawrence Walkup, NAU Library. 21 ғинуар 2014 тикшерелгән.
- ↑ Former NAU president Walkup is dead at age 88 (August 9, 2002), стр. 3A.
- ↑ J. Lawrence Walkup (1914-2002) . Arizona Historical Society. Дата обращения: 21 ғинуар 2014.
- ↑ Dome may get new name (October 9, 1979), стр. 3.
- ↑ Topographic map from USGS The National Map
- ↑ Cards begins football camp with changes (July 14, 1997), стр. 6.
- ↑ Cardinals reach accord on training at NAU (February 8, 1990), стр. 8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- www8.nau.edu/skydome/mai… — Skydome (Флагстафф) ябыҡ стадионы рәсми сайты
- NAU Athletics – официальный сайт – объекты