LifeSpring Hospitals — Хайдарабад ҡалаһындағы, Махараштра һәм Карнатака штаттарында йәшәгән ярлы ҡатындарына ҡыйбат булмаған һәм сифатлы ярҙам күрһәткән Һиндостандағы ҙур булмаған дауаханалар селтәре. 2005 йылда Acumen америка коммерциялы булмаған фонды менән HLL Lifecare (Hindustan Latex Limited исеме аҫтында билдәле) һинд дәүләт презерватив етештереүселәре был ойошманы нигеҙләйҙәр. 2011 йылға ҡарата LifeSpring Hospitals 9 дауахананың хужаһы[1][2], ә 2014 йылға ҡарата — 11 йә 12 дауахана[3][4][5][6].

LifeSpring Hospitals
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2005

Нигеҙләүсе

Acumen һәм HLL Lifecare

Уранлашыуы

Хайдарабад, Һиндостан Һиндостан

Төп фигуралар

М. Айяппан, Анант Кумар

Тармаҡ

Бала табыу йорттарының медик уңайлыҡтары

Сайт

http://www.lifespring.in

LifeSpring Hospitals ойошмаһының төп маҡсаты — бер яҡтан насар финансланған дәүләт дауаханалары һәм икенсе яҡтан һинд ҡатын-ҡыҙҙарының күпселегенә үтә ҡиммәт булған шәхси клиникалары тәҡдим иткән уңайлыҡтары араһында булған ҙур араны юҡҡа сығарыу (унан башҡа, дәүләт дауаханаларың күптәре коррупция, һаҡсыларҙан һәм шәфҡәт туташтарынан ришүәт алыу менән билдәле, күптәрендә инфекция ауырыуҙарын алыу ауыр түгел). Бюджет авиакомпаниялары LifeSpring Hospitals өсөн бизнес-моделгә тотона, KPMG компанияһы дауаханалар селтәрен барлыҡҡа килтереүҙә ярһам күрһәтә[2]. LifeSpring Hospitals ярлыларҙы үҙ клиенттары тип ҡарағанға күрә, ул түләүһеҙ булған хәйриә ойошмаларына ҡарағанда тотороҡлораҡ[7].

2005 йылдың декарендә LifeSpring Hospitals ойошмаһының тәүге дауаханаһы Хайдарабад ҡалаһының Мула-Али биҫтәһендә асыла, ә 2008 йылдың февралендә шәхси уртаҡ предприятие кеүек теркәлә[8]. 2005—2010 йылдарҙа LifeSpring Hospitals дауаханалар селтәре 82 мең ҡатынға һәм уларҙың балаларына уңайлыҡтар күрһәтә (уңайлыҡтарҙың күбеһе шәхси дауаханаларҙағы хаҡтарға ҡарағанда 30-50 % арзаныраҡ). Бала табыу һәм төрлө хирург операцияларҙан башҡа, был ойошма бала табыуы алдынан күҙәтеү һәм педиатр ярҙамын күрһәтә, вакцинациялар һәм диагностикалар үткәрә, үҙ дарыуханалар селтәре аша дарыуҙар һаталар һәм белем биреү программаларын алып баралар[9][10][11][12].

2010 йылдың ноябрендә LifeSpring Hospitals селтәренә нигеҙ һалыусы Анант Кумар АҠШ президенты Барак Обама менән бергә үткән инновация моделдәре булған эшҡыуарҙарҙың түңәрәк өҫтәлендә ҡатнаша[13].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Hindustan Latex, venture fund in pact for hospital chain (ингл.). The Indian Express. Дата обращения: 27 апрель 2015.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 How services firms in India are using disruptive innovation (ингл.). HT Media. Дата обращения: 27 апрель 2015.
  3. LifeSpring Hospitals (ингл.). KPMG. Дата обращения: 27 апрель 2015.
  4. LifeSpring Hospitals Private Limited (ингл.). Center for Health Market Innovations. Дата обращения: 27 апрель 2015. 2015 йыл 18 апрель архивланған.
  5. LifeSpring Hospitals (ингл.). HLL Lifecare Limited. Дата обращения: 27 апрель 2015.
  6. Lifespring Hospitals Saves Mothers and new-borns Using a Low Cost Model (ингл.). Forbes India. Дата обращения: 27 апрель 2015.
  7. A Most Meaningful Gift Idea (ингл.). The New York Times. Дата обращения: 27 апрель 2015.
  8. Investors (ингл.). LifeSpring Hospitals. Дата обращения: 27 апрель 2015. 2011 йыл 21 июль архивланған.
  9. Indian hospital chain to fight maternal mortality (ингл.). UNDP. Дата обращения: 27 апрель 2015. 2011 йыл 23 июль архивланған.
  10. Hindustan Latex targets Rs. 1,000-cr turnover (ингл.). The Hindu Business Line. Дата обращения: 27 апрель 2015.
  11. LifeSpring Hospitals: Bringing Maternity Care to Poor Mothers in India (ингл.). ABC News. Дата обращения: 27 апрель 2015.
  12. Health care in India. Lessons from a frugal innovator (ингл.). The Economist. Дата обращения: 27 апрель 2015.
  13. Obama talks business with industry heads (ингл.). The Times of India. Дата обращения: 27 апрель 2015.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә