Kitap publishingRepublic of Bashkortostan

Китап
«Китап» нәшриәте логотибы
Ил

СССР, Россия

Нигеҙләнгән

1919

СССР-ҙа Госкомиздат коды

121

Префикс ISBN

5-295


Веб-сайт: http://www.kitap-ufa.ru/

Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте — Башҡортостан Республикаһының башҡорт, урыҫ, татар һәм республикала йәшәүсе башҡа халыҡтар телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен, POS-материалдарын һәм һынлы сәнғәт тауарҙарын баҫып сығарыусы (нәшер итеүсе) дәүләт ойошмаһы.

Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең ойошторолоу тарихы РКП(б)-ның 1919 йылдың 8—11 ноябрендә Стәрлетамаҡта уҙғарылған 1-се Бөтә Башҡортостан конференцияһынан башлана. Был конференция үтеү менән Стәрлетамаҡта Башҡорт АССР-ының Башҡортостан дәүләт нәшриәте тигән гәзит-журнал һәм китап нәшриәте барлыҡҡа килә. Ошо йылдарҙа тәү башлап башҡорт телендә Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый һәм башҡаларҙың китаптары донъя күрә.

1920 йылдың 27 авгусында Өфө губерна башҡарма комитетының ҡарары менән Өфөлә китап баҫтырыу эшен йәйелдерергә ҡарар ителә. Шулай итеп, 1922 йылдың октябрендә баш ҡалала «Башкнига» тигән уртаҡ сауҙа нәшриәте барлыҡҡа килә.

1924 йылдың октябрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен башҡорт телендә баҫтырып сығарыу буйынса редакция-нәшриәт комиссияһы ойоштора. Уның рәйесе итеп Ғәзим Ҡасимов, секретары итеп языусы Ғөбәй Дәүләтшин раҫлана. Комиссия ағзалары сафында шулай уҡ Ғабдулла Амантай, Булат Ишемғол, Имай Насыри, Дауыт Юлтый һымаҡ әҙиптәр ҙә була.

1928 йыддың 28 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы «Башкнига»ны «Башгиз» (Башҡортостан дәүләт нәшриәте) итеп үҙгәртә. 1929 йылдан нәшриәт китаптарҙы яңалиф әлифбаһында баҫтыра башлай. Уға тиклем ғәрәп-төрөк алфавиты ғәмәлдә була.

Беренсе биш йыллыҡ осоронда (1928—1932 йылдар) Башҡортостан китап нәшриәте 918 китап һәм башҡа баҫма продукция сығара. Уларҙың дөйөм тиражы — 3 миллион 822 мең данаға етә. Икенсе биш йыллыҡта (19331938 йылдар) нәшер ителгән 1406 баҫманың тиражы 8 миллион 350 мең дана тәшкил итә.

1930-сы йылдарҙан 70-се йылдарға тиклем урыҫ совет языусылары һәм донъя классиктары әҫәрҙәре бик күпләп баҫтырылып сығарыла. Мәҫәлән: А. М. Горький — 39, А. С. Пушкин — 37, М. Ю. Лермонтов — 17, В. В. Маяковский — 15, Н. В. Гоголь — 12, А. П. Чехов 11 тапҡыр донъя күргән. Уларҙы башҡорт теленә тәржемә итеүгә башҡорт яҙыусылары ифрат ҙур өлөш индерә.

Башҡортостан китап нәшриәте 1969 йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы РСФСР Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Башҡортостан китап нәшриәтенең йылдам үҫеше айырыуса 1970—1990 йылдарға тура килә. Мәҫәлән, 1990 йылда, нәшриәт 362 исемдәге 4 миллион 203 мең дана (41 миллион баҫма табаҡ) продукция нәшер итә.

Башҡортостан китап нәшриәте үҙенең баҫмалары менән бөтә ил, Рәсәй һәм донъя күләмендәге һәр төрлө китап күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, иҫтәлекле китаптар төрлө мәшһүр дипломдарға лайыҡ була.

Китап нәшриәте 1994 йылда, үҙенең 75 йыллык юбилейы алдынан, рәсми юридик исемен Башҡортостан «Китап» нәшриәте итеп үҙгәртә.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 100 йыллыҡ юбилейы алдынан нәшриәткә уның исеме бирелә.

Етәкселәре

үҙгәртергә

Көндәлек эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • 2018 йылдың июнь айында Мәскәүҙә А.С. Пушкиндың тыуған көнөнә һәм Рус теле көнөнә арналған IV «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале булды, уның барышында Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы уҙғарған «Йылдың иң яҡшы китаптары» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. «Китап» нәшриәте «Йылдың иң яҡшы китаптары» конкурсының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Конкурс йомғаҡтары буйынса «Тарихи Өфө» баҫмаһы төбәктең мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индергән, йәш быуын араһында китапты пропагандалаған өсөн Дәүләт Думаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды[1].
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Ләйлә Аралбаева) хәбәр итеүенсә, «Китап» нәшриәте 2015 йылдың 2—6 сентябрендә Мәскәүҙәге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә 28-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша. Төп маҡсаты халыҡты китап уҡыуға йәлеп итеү булған был сараға нәшриәт үҙенең яң яҡшы баҫма продукцияһын тәҡдим иткән. Нәфис әҙәбиәт, сәнғәткә бағышланған, балалар өсөн нәшер ителгән һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә тәғәйенләнгә китаптар араһында, әлбиттә, төп урынды Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналғандары алып тора[2].
  • «Йылдың иң яҡшы китаптары» XXIII Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса 2013 йылда башҡорт, урыҫ, инглиз һәм француз телдәрендә «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы баҫмаһы «Иң яҡшы классик нәфис әҙәбиәт баҫмаһы» номинацияһында еңеүсе булды. Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән өйрәнсек» китабы баҫмаһы «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы китап» номинацияһында Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының дипломына лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә баҫманың йөкмәткеһе һәм әһәмиәте, һүрәттәр кимәле, дизайн үҙенсәлеге иҫәпкә алынды.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә