IS.E.R.EK (альбом)
К:Проект:Музыка:Последняя правка в 2024 году
IS.E.R.EK | |||||||
S.E.R.-ҙың студия альбомы | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Сығыу датаһы |
21 май 2019 | ||||||
Жанрҙар | |||||||
Оҙайлылыҡ |
35:51 | ||||||
Продюсерҙар | |||||||
Ил |
Рәсәй | ||||||
Йырҙар теле | |||||||
К:Проект:Музыка:Последняя правка в 2024 году
|
IS.E.R.EK (IŞEREK булараҡ стилләштерелгән) — башҡорт рэперы S.E.R.-ҙың тәүге студия альбомы. 2019 йылдың 21 майында нәшер ителгән. Альбомда KEMUL, LeNar15KH, Yalaguy, TRTI, Зөлфиә Хәйруллина ҡунаҡ сифатында ҡатнашҡан. Альбомдан ике сингл сығарылған: «It's My Life» һәм «Ҡал (feat. Зөлфиә Хәйруллина)». Reldnah альбомдың йырҙарының продюсеры була. Шулай уҡ альбом 2016 йылдың 29 ноябрендә сыҡҡан Инсан тарафынан продюсерланған «Яна күперҙәр» йырының ремастерланған версияһын бонус-трек булараҡ үҙ эсенә ала.
Тарихы
үҙгәртергәТәүҙә альбом 10 йырҙан тирәһе торған тип уйланылғайны. Уның өсөн Инсан менән берлектә йыр планлаштырылғайны[1][2].
2017 йылдың 7 сентябрендә S.E.R. «It's My Life» йырын башҡарған студияла төшөрөлгән видеояҙма Интернет селтәренә һалына[3]. Был йыр, альбомдан тәүге йыр булып, 2018 йылдың 1 февралендә сыға.
2019 йылдың 17 февралендә икенсе Үәт_Әй_Баттлдың беренсе баттлы S.E.R. vs. AKMAN (еңеүсеһе — S.E.R.) донъя күрә. Унда S.E.R. альбом хаҡында бер нисә һүҙ әйтеү генә түгел[4], уның март аҙағында сығасағы тураһында белдерә:
Көт яңы альбомды, март аҙағы...[5]
|
Ләкин альбом сығыуы күсерелә.
2019 йылдың 3 апрелендә «Бәйләнештә» селтәрендәге «Үәт, әй...» исемле төркөмгә S.E.R.-ҙың Кесе менән берлектә «Төнгө уттар» йырына төшөрөлгән клип һалына. Шунда уҡ альбомдың тиҙҙән сығыуы иғлан ителә[6].
2019 йылдың 10 майында S.E.R. Зөлфиә Хәйруллина менән берлектә яҙҙырылған «Ҡал» йырын сығара. Шунда уҡ альбом исеме билдәле була. 3 көн үткәс, альбом сэмплеры сыға.
2019 йылдың 21 майында альбом «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башкирская Эстрада» төркөмөнә һалына[7]. Бөгөнгә был яҙма 76 репост һәм 450 лайк йыйған.
Йырҙар исемлеге
үҙгәртергәЙырҙарҙың барыһына һүҙҙәр авторы S.E.R., автор күрһәтелмәгән осраҡта, йырҙарҙың барыһына көй авторы Reldnah, автор күрһәтелмәгән осраҡта.
№ | Исем | Һүҙҙәр авторы | Оҙонлоғо |
---|---|---|---|
1. | «Башланыҡ» | 3:22 | |
2. | «Уйын һинеке» | 3:17 | |
3. | «Юғары» (feat. KEMUL, LeNar15KH) | S.E.R., KEMUL | 5:47 |
4. | «Яңғырау» (feat. Yalaguy, TRTI) | S.E.R., TRTI | 4:48 |
5. | «It's My Life» | 3:07 | |
6. | «Ҡал» (feat. Зөлфиә Хәйруллина) | 3:25 | |
7. | «Азатлыҡ» | 4:16 | |
8. | «Экскалибур» (аутро) | 3:04 |
Бонус-трек | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
№ | Исем | Музыка | Оҙонлоғо | ||||||
9. | «Яна күперҙәр» (feat. LeNar15KH, remastered) | Инсан | 4:40 | ||||||
35:51 |
Альбомды яҙҙырыуҙа ҡатнашыусылар
үҙгәртергә- S.E.R. — речитатив
- Reldnah — продакшн (1-8), сведение, мастеринг, скрэтчтар (1, 2, 6), тамбурин (1, 2), шэйкер (7), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- KEMUL — речитатив (3), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- TRTI — речитатив (4), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- LeNar15KH — вокал (1-3, 5, 7-8)
- Yalaguy — вокал (3-5, 8)
- AlmaSH — вокал (4), халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Зөлфиә Хәйруллина — вокал (6)
- Гөлназ Асаева — вокал (1)
- Фәнис Шәрипов — гитара сололары (6)
- Ислам Рафиҡов — ҡурай (6-7)
- Радик Ҡорманаев — яҙҙырыу (1-3, 5-8)
- Алик Халиков — яҙҙырыу (4)
- DeZ — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Romull — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Гүзәлиә Саматова — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Лилиә Мөхәмәҙиева — халыҡты яҙҙырыуҙа ҡатнашыусы (1, 8)
- Денис Бадамшин — альбом дизайны
- Алиса Йомағәлиева — ҡатын-ҡыҙ опера партиялары (2)
- Илһам Сираев — ир-егет опера партиялары (2)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Продюсерский центр- Үәт,Әй. Башҡорт баттлы Акман-СЕР . YouTube (17 февраль 2019). Дата обращения: 22 май 2024.
- ↑ «Юлдаш» радиоһы. «Андеграунд» тапшырыуы . Бәйләнештә (1 апрель 2024). Дата обращения: 22 май 2024.
- ↑ Радик Курманаев. S.E.R. - Its my life (LiVE) 2017 . YouTube (7 сентябрь 2017). Дата обращения: 21 май 2024.
- ↑ Продюсерский центр- Үәт,Әй. Башҡорт баттлы Акман-СЕР . YouTube (17 февраль 2019). Дата обращения: 22 май 2024.
- ↑ Продюсерский центр- Үәт,Әй. Башҡорт баттлы Акман-СЕР . YouTube (17 февраль 2019). Дата обращения: 21 май 2024.
- ↑ Үәт, әй... Кесе & Сер - Төнгө уттар . Бәйләнештә (3 апрель 2019). Дата обращения: 19 июнь 2024.
- ↑ Башкирская Эстрада. S.E.R. - IS.E.R.EK . Бәйләнештә (21 май 2019). Дата обращения: 21 май 2024.