Хип-хоп (музыка жанры)
Хип-хоп музыкаһы[1][2][3] (ингл. hip hop music), шулай уҡ рэп музыкаһы (ингл. rap music)[4][5] булараҡ билдәле — 1970-се йылдарҙа Нью-Йоркта Бронкстың ярлы райондарында йәшәгән афроамерикандар һәм латиндар тарафынан АҠШ-та барлыҡҡа килгән популяр музыка жанры[6] .
Хип-хоп | |
Йүнәлеше: | |
---|---|
Сығышы: | |
Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты: |
1973 йыл, Нью-Йорк |
Таралған йылдары: |
1970-се йылдарҙан хәҙергә тиклем |
Сығарылма жанрҙар: | |
R&B, нью-джек-свинг, рэпкор, рэп-метал, ню-метал, кранккор, реггетон, электрохоп, майами-басс, хип-хаус, евродэнс, трип-хоп, тустеп-гэридж, абстракт хип-хоп |
Хип-хоп тамырҙарын фанкта эҙләр кәрәк. Әммә үҫешенә башҡа жанрҙар ҙа — ритм-н-блюз, соул, джаз, регги — йоғонто яһаған.
Хип-хоп, музыкаль жанр һәм мәҙәниәт булараҡ, 1970-се йылдарҙа, Нью-Йорк ҡалаһында, бигерәк тә Бронкста йәшәгән афроамерикан йәштәре араһында, киске уйындар популярлыҡ яулағандан һуң, формалаша. Район киске уйындарында диджейҙар ике проигрыватель һәм диджей микшеры ярҙамында (һуҡма ҡоралдарҙағы соло) популяр йырҙарҙың «брейктарын» уйнайҙар, быны улар «брейктарҙы» бер үк яҙманың ике күсермәһен уйнатыу өсөн эшләйҙәр, уларҙы сиратлап уйнаталар[7]. «Брейктар» менән бер рәттән, скретчинг һәм битматчинг кеүек, тёрнтейблизм ысулдары эшләнә, ә биттарҙың өҫтөнән ямай көйҙәре ҡулланыла. Рэп башҡарыу вокаль стиль булараҡ үҫешә, унда артист инструменталь йәки синтезланған һуғыу ярҙамында һүҙҙәрҙе йырланған ритмик ысул менән һөйләй йәки әйтә.
1979 йылға тиклем рэп рәсми рәүештә радио йәки телевидение өсөн яҙҙырылмай, сөнки жанр барлыҡҡа килгән саҡта хип-хопты башҡарыусылар бик ярлы була һәм гетто район сиктәренән тыш уларҙы бер кем белмәй[8]. Олдскул хип-хоп әлеге жанрҙа — тәүге мейнстрим тулҡыны, ул диско һәм киске уйын текстары йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә. 1980-се йылдарҙа хип-хоп жанры диверсификация кисерә, уның стиле ныҡлап үсеш ала һәм бөтә донъяға тарала. Ньюскул хип-хоп был жанрҙың икенсе тулҡынын тәшкил итә, был этап электр тауышы менән байытыла һәм 1980-се йылдарҙың урталарынан алып 1990-сы йылдарҙың урталарына тиклемге осор хип-хоптың алтын дәүере булып һанала. Ошо ваҡытта гангста-рэп жанры төрө популярлыҡ яулай, ул афроамерикан йәштәренең ярлы ҡала райондарындағы шарттарҙы кәүҙәләндерә. 1990-сы йылдарҙың башында һәм уртаһында Көнсығыш яры хип-хопында джи-фанк өҫтөнлөк ала, ошо уҡ ваҡытта Көнсығыш яры хип-хопында джаз-рэп, альтернатив хип-хоп һәм хардкор-рэп өҫтөнлөклө булалар. Был осорҙа хип-хоп, көньяҡ рэпы һәм Атланта хип-хопы кеүек, башҡа төбәк стилдәре барлыҡҡа килеү сәбәпле диверсификация кисерә. 1990-сы йылдар уртаһында хип-хоп иң табышлы жанр, 1999 йылға ҡарата хип-хоп иң күп һатылған музыкаль жанр булып китә.
Хип-хоп жанры 1990-сы йылдар аҙағына — 2000-се йылдар уртаһына популярлыҡ яулай. Ул башҡа популяр жанрҙарға (неосоул, ню-метал һәм R&B) йоғонто яһай. АҠШ-та шулай уҡ кранк, көньяҡ жанры һәм альтернатив хип-хоп кеүек төбәк стилдәре уңыш ҡаҙана, уның башҡарыусыларының уңышы арҡаһында улар мейнстримда нығына башлайҙар. 2000-се аҙағында һәм 2010-се йылдар башында («блогтар дәүере») рэперҙар үҙ музыкаһын онлайн-ысулдар аша тарата һәм социаль селтәрҙәрҙә һәм блогтарҙа популярлыҡ яулауға өлгәшәләр. Гангст-рэп юҡҡа сыҡҡандан һуң, хип-хоп мейнстримы аһәнле, яғымлы йүнәлеш ала. Трэп һәм мамбл-рэп жанр төрҙәре 2010-се йылдар уртаһынан алып 2020 йылдар башына тиклем иң популр хип-хоп формаһы булып ҡала. 2017 йылда АҠШ-та хип-хоп иң популяр жанр тип таныла.
Этимологияһы
үҙгәртергә«Хип» һәм «хоп» һүҙҙәре бергә ҡулланылғанға тиклем үк күп йыллыҡ тарихҡа эйә. 1950-се йылдарҙа оло йәштәгеләр үҫмерҙәрҙең йортта үткәрелгән кис уйындарын «хиппит-хоп» тип атай. (ингл. hippity hops)[9]. «Хип-хоп» терминын йыш ҡына Grandmaster Flash and the Furious Five төркөмө рэперы Кейт Ковбой (ингл. Keith Cowboy) менән бәйләйҙәр[10]. Әммә Ловбуг Старски, Кит Ковбой һәм диджей Голливуд был терминды музыка «диско-рэп» булараҡ билдәле булған саҡта ҡуллана[11]. Ковбой был терминды АҠШ армияһына яңы ғына килгән дуҫын мыҫҡыллап, «хип/хоп/хип/хоп» һүҙҙәрен һалдаттарҙың марш ритмына оҡшатырлыҡ итеп йырлағанда барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә[10]. Һуңынан Ковбой «хип-хоп» каденцияһын үҙенең сәхнә сығыштарына индерә башлай. Мәҫәлән, ул былай тип әйтә алған: «Мин хип-хоп, хиббит, хибби-дибби, хибби-дибби, хип-хип-хоп тип әйттем, ә һин дә туҡтама» (ингл. I said a hip-hop, a hibbit, hibby-dibby, hip-hip-hop and you don't stop)[9]. Быны бик тиҙ арала The Sugarhill Gang «Rapper’s Delight» йырында ҡуллана башлай[10]. Universal Zulu Nation-ға нигеҙ һалыусы Afrika Bambaataa әлеге терминды беренсе булып субкультураны тасуирлау өсөн ҡуллана[12].
Әлеге термин музыканы билдәләү өсөн матбуғатта тәүге тапҡыр Кесе Роберт Флиппинго тарафынан The New Pittsburgh Courier гәзитендә 1979 йылдың февралендә ҡулланыла[13][14], мәҙәниәтте билдәләү өсөн Майкл Холман тарафынан Afrika Bambaataa менән интервьюла East Village Eye журналы өсөн 1982 йылдың ғинуарында телгә алына[15]. Артабан терминды шул уҡ йылдың сентябрендә Bambaataa The Village Voiceгәзитендәге башҡа интервьюһында ҡуллана[16], был интервьюны унан, һуңынан, 1984 йылда, хип-хоп тураһында китап яҙған, Стивен Хагер ала[17].
«Хип-хоп» һәм «рэп» терминын синоним рәүештә ҡулланырға мөмкинме тигән бәхәстәр бар. Хатта иң белемле яҙыусылар, башҡарыусылар, тыңлаусылар араһында ла яңылышыуҙар булыуы мөмкин[5]. Хип-хоп — 1970-се йылдарҙа Нью-Йорк ҡалаһының Көньяҡ Бронкс ҡалаһында барлыҡҡа килгән мәҙәни хәрәкәт, шул уҡ ваҡытта рэп башҡарыу — төп дүрт элементтың береһе, тигән ҡараш киң таралған[5]. Граффити сәнғәте, брейк-данс һәм диджеинг хип-хоптың башҡа өс мөһим элементтары булып тора. Башлыса күмәк аудитория өсөн баҙарҙа еңелерәк һатылған өсөн рэп музыкаһы хип-хоп мәҙәниәтенең иң билдәле сағылышы тип иҫәпләнә[5].
Тарихы
үҙгәртергә1970-се йылдар
үҙгәртергәХип-хоп мәҙәниәте 1973 йылда Бронкстың афроамерикан һәм Латин Америка кварталдарында барлыҡҡа килә.[18] Хип-хоп Нью-Йорк урамдарында дүрт нигеҙҙән торған — MC, диджей, граффити, бейеү. «Хип-хоп» жанрының килеп сығыуын 1979 йылда,The Sugarhill Gang төркөмөнөң тарихта тәү тапҡыр «Rapper’s Delight» хип-хоп композицияһы сыҡҡас, билдәләйҙәр.
Хип-хоптың үҫеше
үҙгәртергә1986—1993 йылдарҙы «хип-хоптың алтын ваҡыты»[19] тип атайҙар. Хип-хоптың музыкаль йүнәлеш булараҡ үҫеш, эсендә башҡа жанрҙар килеп сыҡҡан ваҡыт. Йырсылар ижадында афроцентризм, сәйәси әүҙемлек һыҙаттары күренә, төрлө стилдәр ҡушыла[20]. Музыканттар джаз, роктың сэмплдарын ҡуллана.
Рәсәйҙәге хип-хоп
үҙгәртергәХип-хоп музыка СССР-ға 1980-се йылдарҙа үтеп инә. Беренсе булып «Мальчишник» төркөмө сығыш яһай. Уларҙан һуң Bad Balance, White Hot Ice, DMJ һ.б. төркөмдәр барлыҡҡа килә. Хип-хоп фестивалдәр ойошторола. Рәсәй хип-хоп башҡарыусылары «Каста», Децл, Лигалайз ҙур танылыу яулай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Правописание словосочетания «Хип-хоп-музыка» на сайте Грамота.ру . gramota.ru. Дата обращения: 19 февраль 2021.
- ↑ Филипп Киркоров победил на «Муз-ТВ 2019» с разными «Цветами настроения» (08.06.19) . intermedia.ru. Дата обращения: 19 февраль 2021.
- ↑ Рэп под запись. Приложение BattleMe — для любителей хип-хоп-культуры ("Коммерсантъ FM" от 23.08.2017, 00:00) . Коммерсантъ. Дата обращения: 19 февраль 2021.
- ↑ Trapp, Erin (July 1, 2005). «The Push and Pull of Hip-Hop: A Social Movement Analysis». American Behavioral Scientist 48 (11). DOI:10.1177/0002764205277427. “Much scholarly effort has been devoted to hip-hop (also known as rap) music in the past two decades...”
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Leach, Andrew (2008). «"One Day It'll All Make Sense": Hip-Hop and Rap Resources for Music Librarians». Notes 65 (1): 9–37. DOI:10.1353/not.0.0039. ISSN 0027-4380.
- ↑ Andrew S. Vargas. NPR Recognizes We've Been Here Since Day 1 in A Latino History of Hip Hop . Remezcla (2 апрель 2015). Дата обращения: 25 май 2019.
- ↑ McNamee, David Hey, what's that sound: Turntablism . www.theguardian.com. The Guardian (11 ғинуар 2010). Дата обращения: 22 март 2017.
- ↑ Dyson, Michael Eric, 2007, Know What I Mean?: Reflections on Hip-Hop, Basic Civitas Books, p. 6.
- ↑ 9,0 9,1 Chang, Jeff How Hip-Hop Got Its Name (ингл.). Medium (10 апрель 2016). Дата обращения: 1 декабрь 2020.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Keith Cowboy – The Real Mc Coy (17 март 2006). Дата обращения: 12 ғинуар 2010. Архивировано 17 март 2006 года.
- ↑ Afrika Bambaataa talks about the roots of Hip Hop .
- ↑ Zulunation.com (cached)
- ↑ Flipping, Robert Jr.. If You Funk Us, We'll Funk You, New Pittsburgh Courier (February 24, 1979).
- ↑ «hip-hop, n.» OED Online. Oxford University Press, September 2020. Web. 17 September 2020.
- ↑ Lawrence Tim. Life and Death on the New York Dance Floor, 1980–1983. — Durham, North Carolina: Duke University Press, 2016. — P. Chapter 21. — ISBN 9780822361862.
- ↑ Hagar, Steven. "Afrika Bambaataa’s Hip-Hop, " The Village Voice
- ↑ Hager, Steven. Hip Hop: The Illustrated History of Break Dancing, Rap Music, and Graffiti. St Martins Press, 1984 (out of print).
- ↑ David Toop (1984/1991).
- ↑ Golden Age на 2014 йыл 5 апрель архивланған. Allmusic
- ↑ Scott Till.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хип-хоп в России (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Kermit Ernest Campbell. Gettin' Our Groove on: Rhetoric, Language, and Literacy for the Hip Hop Generation (инг.). — Wayne State University Press, 2005. — 195 p. — (African American life series). — ISBN 081432925X. — ISBN 9780814329252.
- Chang Jeff. Can't Stop Won't Stop: A History of the Hip-Hop Generation. — 2005.
- Diawara Manthia. In Search of Africa. — Cambridge, Massachusetts: Harvard University Press, 1998. — ISBN 978-0-674-44611-3.