Charity Shop
Charity Shop — Рәсәй хәйриәлек магазины, билдәле брендтарға ҡараған тотонолған кейем-һалымды арзанға һата. Магазин социаль предприятие булып тора, килеме «Вверх» үҙәгенең социаль программаларын тормошҡа ашырыуға тотонола. Хәйриәлек эшенән тыш, магазин сервис өлкәһендә һөнәр алған балалар йорттары сығарылыусылары һәм колледж тамамлаусылар өсөн ритейл буйынса тренингтар үткәрә[1].
Charity Shop | |
Тип |
Шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләүсе |
Дарья Алексеева |
Уранлашыуы | |
Продукция |
кейем, аксессуарҙар, китаптар |
Сайт | |
Концепцияһы
үҙгәртергәМагазин классик хәйриәлек магазины рәүешендә эш итә, йәғни социаль эшҡыуарлыҡ технологияһы буйынса эшләй: һатыуҙан килгән аҡса хәйриәлек ойошмаһына ебәрелә һәм социаль программаларға тотонола. Бындай магазиндар Бөйөк Британияла һәм АҠШ-та киң таралған. Классик британ һыҙмаһынан айырмалы, американ магазиндары халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламдарын йәмғиәткә яраҡлаштырыу һәм тормошта үҙ урынын табырға ярҙамлашыу менән дә шөғөлләнә, мәҫәлән, Төньяҡ Американың Goodwill проекты шундайҙарға инә. Был модель Charity Shop магазины өсөн дә нигеҙ булып тора[1][2].
Тауар һатыуҙан алынған килем магазин бинаһының ҡуртымын түләү, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү өсөн тотонола, ҡалғаны хәйриәлек маҡсаттарында файҙаланыу өсөн тапшырыла[3]. Магазин Karen Millen, Pinko, D&G, Ralph Lauren, Laurel һәм башҡа брендтар аҫтында сыҡҡан тотонолған кейемдәрҙе һатыуға махсуслаша[4]. Ҡәҙимге кейем-һалымдан тыш магазин химия терапияһы үткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн «Голова» проекты тарафынан етештерелгән баш кейемдәре һата. Шулай уҡ етем ҡыҙҙар һәм көс ҡулланып йәберләнгән ҡыҙҙар тарафынан эшләнгән биҙәнеү әйберҙәре һатыла: уларҙы һатҡандан килгән аҡса магазин комиссияһын алып тормайынса тулыһынса балаларға бирелә[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Александра Вакар, Ольга Павлова. Купить добро: 10 лучших благотворительных магазинов России.
- ↑ Марина Лепина. Это история о людях, а не о деньгах. Милосердие.ru (14 августа 2014). Проверено 4 мая 2015.
- ↑ 3,0 3,1 Леся Рябцева. Чувствительно. Кому нужны старые вещи?. Эхо Москвы (14 февраля 2015). Проверено 4 мая 2015.
- ↑ Одежду Karen Millen, D&G, Ralph Lauren распродадут в пользу фондов. РИА Новости (17 апреля 2015). Проверено 4 мая 2015.