17 октябрь союзы
17 октябрь союзы («Октябристар») — Рәсәйҙә 1905—1907 йылдарҙа эре ер хужалары, эшҡыуарҙар һәм чиновниктар тарафынан булдырылған уртасыл-конституцион һәм революцияға ҡаршы ҡарашлы уң сәйәси партия. Атамаһы 1905 йылдың 17 (30) октябрендә Николай II тарафынан иғлан ителгән Манифестҡа бәйле.
17 октябрь союзы | |
Нигеҙләү датаһы | 1905 |
---|---|
Етәксе | Александр Иванович Гучков[d] |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Сәйәси спектрҙағы урыны | правоцентризм[d] |
Сәйәси идеология | Конституцион монархия һәм либераль консерватизм[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Санкт-Петербург |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1917 |
Категория членов | Категория:Октябристы[d] |
17 октябрь союзы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәОктябризм сәйәси ағым булараҡ земство-ҡала съездарының уртасыл «аҙсылығы» нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм формалаша башлай. Либералдар лагерында уларҙың бүленеүе башлыса 1905 йылдың 17 октябрендәге Манифест баҫылып сыҡҡандан һуң тамамлана. 1905 йылдың октябре аҙағында партия ойоша башлай, 1906 йылдың 8 — 12 феврелендә Мәскәүҙә уның I съезында рәсмилләштерелә. Мәскәүҙә һәм Петербургта Үҙәк комитеттың бүлексәләре була. Беренсе революция йылдарында партия ағзалары һаны 75 мең кеше тәшкил итә. 1906 йылдың 29 октябренән партияны Александр Гучков етәкләй. Союз парламент эшмәкәрлеге яҡлы була, урындағы октябристар бүлексәләре һайлау кампаниялары барышында үҙ эшмәкәрлеген еңел генә тергеҙәләр, ә сираттағы Дәүләт думаһы эше осоронда уны туҡтатып торалар. Союздың үҙәк органы булып «Мәскәү тауышы» гәзите тора, гәзит 1906 йылдың 23 деккабренән 1915 йылдың 30 июненә тиклем Ф. И. Гучков етәкселегендә нәшер ителә.
I Дәүләт думаһына октябристарҙан 16 депутат инә. А. И. Гучков «Яңы ваҡыт» («Новое время») гәзите мөхәрририәтенә хәрби-ялан судтарын яҡлап яҙған хатынан һуң партиянан (28 август 1906) П А. Гейден, М. А. Стахович һәм Д. Н. Шипов ташлап сығалар һәм Тыныс яңыртыу партияһын (Партия мирного обновления) ойошторалар. II Дәүләт думаһына 43 октябрист үтә.
1907 йылдың 3 июнендәге һайлау законындағы үҙгәрештәр арҡаһында III Дәүләт думаһында октябристарҙың һаны 154 кешегә тиклем арта. III Дәүләт думаһы рәйестәре итеп октябристар Н. А. Хомяков, А И. Гучков, М. В. Родзянко һайлана. Уларҙың фракцияһы Дәүләт думаһында иң эреләрҙән һанала, союз ағзалары милләтселәр һәм кадеттар менән хеҙмәттәшлек итә. Ваҡиғалар үҙәгендә булған октябристар реформа буйынса закон проекттарын ҡабул иткәндә премьер-министр П. А. Столыпиндың төп таянысы була. Сәйәси бәйләнештәрҙән тыш уларҙы формаль булмаған мөнәсәбәттәр ҙә бәйләй: Столыпиндың бер туған ҡустыһы Александр Аркадьевич — 17 Октябрь союзы Үҙәк комитетының ағзаһы, ә ике туған ағаһы барон А. Ф. Мейендорф Үҙәк комитеттың ағзаһыһәм дума депутаты була.
IV Дәүләт думаһында октябристар фракцияһын башта 98 депутат тәшкил итә, әммә партия башлығы Гучков һайланмай. IV Дәүләт думаһы рәйесе итеп М. В. Родзянко һайлана.
1913 йылдың ноябрендәге конференцияла ҡырҡа оппозицион резолюция ҡабул ителә, резолюцияла хөкүмәт 17 октябрь Манифесында иғлан ителгән конституционализм принциптарын һәм кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләнә. Әлеге ҡарар арҡаһында фракция 1913 йылдың декабрендә фракция өскә бүленә: 17 октябрь союзына (Гучков яҡлы 22 «һул октябрист»), земство яҡлы октябристар (Родзянко етәкселегендә 65 кеше) һәм үҙен бойондороҡһоҙ тип иғлан иткән төркөм (15 кеше, әммә ысынында улар Думаның уң ҡанаты менән хеҙмәттәшлек итә). 1915 йылдың 1 июлендә «Мәскәү тауышы» гәзите нәшер итеүҙән туҡтатыла. Үҙәк Комитеттың ултырыштары һирәгерәк үткәрелә, бер аҙҙан Үҙәк комитет та эшен туҡтата[1]. Урындағы аҙ һанлы октябристар төркөмдәре башлыса яраланғандарҙға һәм күскеселәргә ярҙам итеү менән шөғөлләнә, сәйәси эш алып бармайҙар. шулай итеп, 17 октябрь союзы партия булараҡ ғәмәлдән сыға.
«17 окбярь союзы» фракцияһынан һул октябристар земство октябристары фракцияһы депутаттарының бер өлөшө Прогрессив блокка инә. Ҡайһы бер күренекле партия эшмәкәрҙәре (А. И. Гучков, М. В. Родзянко, И. В. Годнев) 1917 йылдың йәйенә тиклем сәйәси тормошта әүҙемлек күрһәтә.
1905 йылдың 17 октябрь Манифесының төп положениелары
үҙгәртергә- монарх власын сикләү
- монархия идара итеү формаһын һаҡлап алып ҡалыу
- йыйылыштар, союздар, урындан урынға күсенеп йөрөү, выждан һәм һүҙ азатлығы
- шәхес һәм торлаҡ тейелгеһеҙлеге
- «Берҙәм һәм бүленмәҫ» Рәсәйҙе һаҡлап алып ҡалыу
- шәхси ер хужаларынан ерҙе һатып алыуҙа крәҫтиәндәргә булышлыҡ итеү
- эш көнөн нормаға һалыу
- империяһының ҡайһы бер өлөштәренә (Финляндиянан башҡа) автономия биреү мөмкинлеген инҡар итеү
- крәҫтиәндәрҙе хоҡуҡтарҙа башҡа ҡатламдар менән тигеҙләү
Лидерҙары һәм билдәле ағзалары
үҙгәртергә- Гучков Александр Иванович
- Родзянко Михаил Владимирович
- Хомяков,Николай Алексеевич
- барон Корф Павел Леопольдович — Дәүләт советы ағзаһы, Петербург земствоһынан
- Шипов Дмитрий Николаевич
- Красовский Михаил Васильевич
- барон Крюденер-Струве Александр Амандович
- граф Гейден Петр Александрович — Ирекле Иҡтисади йәмғиәте президенты
- Беляев Сергей Петрович — урман сәнәғәтсеһе
- Бенуа Леонтий Николаевич — архитектура профессоры
- Герье Владимир Иванович — тарихсы
- Алексеенко Михаил Мартынович — юрист, Харьков университеты ректоры
- Грум-Гржимайло Григорий Ефимович — географ, зоолог, сәйәхәтсе
- Марсер Павел Петрович — архитектор-рәссам
- Авдаков Николай Степанович — тау сәнәғәтсеһе
- Беляков Николай Федорович — Дәүләт советы ағзаһы, Сембер губерна земствоһынан
- Нобель Эммануил Людвигович — сәнәғәтсе
- Маслов Сергей Николаевич — партия ойоштороусыларҙың береһе, Орел өлкә земство управаһы рәйесе.
- Мансуров Николай Александрович — Ҡасим өйәҙ дворянлығы етәксеһе, табип һәм ер хужаһы
- Олсуфьев, Дмитрий Адамович — Һарытау земство управаһы рәйесе
- Петрово-Соловово Василий Михайлович — ер хужаһы
- Плевако Федор Никифорович — Мәскәү адвокат
- Люсти, Вильгельм Осипович — Петербург адвокаты
- Рябушинский Владимир Павлович — банкир
- Рябушинский Павел Павлович — банкир
- Сергеевич Василий Иванович — юрист, Санкт-Петербург университеты ректоры
- Столыпин Александр Аркадьевич — шағир һәм журналист, премьер-министр П. А. Столыпиндың ҡустыһы
- Алехин Александр Иванович — Воронеж губернаһы дворяндары башлығы, шахмат буйынса донъя чемпионы Александр Алехиндың атаһы
- Суворин Борис Алексеевич — «Киске ваҡыт» гәзите мөхәррире
- Таганцев Николай Степанович — криминалист
- Утин Яков Исаакович — эшҡыуар
- Фаберж, Карл Густавович — ювелир
- кенәз Голицын Александр Дмитриевич — ер хужаһы
- кенәз Баратынский Александр Николаевич — ер хужаһы
- кенәз Оболенский Алексей Васильевич — эске эштәр министры эргәһендә чиновник, партия Үҙәк комитеты ағзаһы.
- Карзинкин Сергей Сергеевич — 2-се гильдия сауҙагәре, почетлы граждан, меценат.
- Зданович Иван Устинович — табип, меценат.
- Михельсон Лев Александрович — эшҡыуар, күмер сәнәғәтсеһе, нәшриәтсе.
- Челышов Михаил Дмитриевич —Һамар эшҡыуары, III саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы, айыҡ тормош хәрәкәте эшмәкәре.
Баҫмалар
үҙгәртергәУрыҫ, немец һәм латыш телдәрендә 50-нән ашыe баҫма нәшер ителә, шул иҫәптән:
- «Слово», «Новый путь» (Санкт-Петербург)
- «Голос Москвы» (Мәскәү)
- «Обновление» (Ҡазан)
- «Время» (Томск)
- «Русская окраина» (Сәмәрҡәнд)
1908—1910 йылдарҙа Мәскәү октябристар партияһы клубы «Известия „Союза 17 октября“» ижтимағи-сәйәси журналын баҫтыра[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Соловьев К. А. Союз 17 Октября.
- ↑ Павлов Д. «Известия “Союза 17 октября”» // Политические партии России. Конец XIX — первая треть XX века. Энциклопедия. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 1996. — С. 224. — ISBN 5-86004-037-7.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Программы главнейших русских партий : 1. Народных социалистов. 2. Социал-демократической рабочей партии. 3. Социалистов-революционеров. 4. Партии народной свободы. 5. Партии октябристов (Союз 17 октября 1905 г.). 6. Крестьянский союз. 7. Национальной демократическо-республиканской партии. 8. Политические партии различных национальностей России («Украинцев», «Бунда», и др.) : с приложением статей: a) О русских партиях, б) Большевики и меньшевики. — [М.], [1917]. — 64 с.
- Петрово-Соловово В. «Союз 17-го октября» и его критики. — М., 1906. — 20с.
- «Союз 17 октября» его задачи и цели, его положение среди других политических партий. Речь В. Петрово-Соловово, произнесенная 30-го декабря 1905 года на общем Собрании Тамбовского Отделения «Союза». — М., 1906. — 325 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Политические партии России: история и современность. / Под ред. А. И. Зевелева, Ю. П. Свириденко, В. В. Шелохаева. — М.: РОССПЭН, 2000. — 631 с. — ISBN 5-8243-0068-2
- Союз 17 октября // Хронос
- Союз 17-го Октября // Томское краеведение