13 Советтар Союзы Геройы музейы

13 Советтар Союзы Геройы музейы  — Ростов өлкәһе Тарасов районыны, Красновка хуторындағы музей.

13 Советтар Союзы Геройы музейы
Асылған ваҡыты 1969 йыл
Урынлашыуы Красновка хуторы,
Тарасов районы],
Ростов өлкәһе
Директор Буткова Галина Алексеевна

Тарихы һәм һүрәтләнеше

үҙгәртергә
  Тышҡы рәсемдәр
  Мемориал в настоящее время
  Изображение диорамы - 1
  Изображение диорамы - 2
  Экспозиция музея

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1943 йылда Красновка биләмәһендә 130-сы гвардия уҡсылар полкының 44-се Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһының 13 гвардеецы ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Красновка станцияһы «Миллерово — Ворошиловоград» тимер юлы тармағында, стратегик тәғәйенләнештәге юл булып тора. 44-се уҡсылар дивизияһына тимер юлдарының ошо участкаһын немецтарҙан азат итеү һәм немец һалдаттары эшелондарын Сталинград яғына үткәрмәү бурысы ҡуйыла.

1943 йылдың 15 ғинуарында 13 яугир лейтенант И. С. Ликунов етәкселегендә пулемёт һәм миномет уты аҫтында, дошмандың өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, Дон тимер юл ҡасабаһының (хәҙер Красновка) ситенә бәреп инә һәм өс йортто ала. Көнө буйына совет яугирҙары йортто обороналай. Немецтар уларға бирелергә тәҡдим итә һәм ьөркөмгә ҡаршы танкылар, пехота ебәрә, һуңынан өйҙәрҙе яндыра. Гвардиясылар хәрби припастары бөткәнсе һуғыша, һуңынан ҡамауҙан сығырға тырышып, ҡул алышына күсә, әммә көстәр тигеҙ булмай. Был алышта барлыҡ яугирҙар һәләк була. Ҙуңынан ғына совет пехотаһы Красновкаға бәреп инә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 31 мартындағы Указы менән командованиеның заданиеһын өлөгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия лейтенанты Ликунов Иван Сергеевич, гвардия кесе лейтенанты Седов Иван Васильевич, гвардия сержанты Васильев Владимир Александрович, гвардия сержанты Севрюкову Николаю Михайловичу, гвардия рядовойыму Курбаев Афанасий Афанасьевич, гвардия рядовойы Немировский Николай Николаевич, гвардия рядовойы Полухину Ивану Андреевичу, гвардия рядовойы Поляков Константин Илларионович, гвардия рядовойы Сирин Николай Иванович, гвардия рядовойы Тарасенко Иван Иванович, гвардия рядовойы Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм Ленин ордены менән бүләкләнә.

Һәләк булыусылар Красновка тимер юлы станцияһындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнә[1][2].

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа, эҙәрмәнлек эштәре һөҙөмтәһендә 1955 йылда ҡәберлектәрҙең береһендә һәләк булған яугирҙарҙың фамилиялары менән медальондар табыла. Улар араһында Советтар Союзы Геройы рядовой Котовтың медальоны ла була. Эҙәрмәнлек эштәрен дауам итеү һөҙөмтәһендә башҡа яугирҙар ҙа табыла. Красновка станцияһында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал эшләү һәм музей ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә.

1960 йылдарҙа Тарасов ҡасабаһына ингән ерҙә 13 Советтар Союзы Геройы мемориалы ҡалҡып сыға[3].

Ростов өлкәһе Тарасов районы Красновка хуторындағы музей 1957 йылдың 16 апрелендә нигеҙләнеп, 1968 йылдың 12 октябрендә асыла. Музейға нигеҙ һалыусы — Гуторенко Иван Никитович (1913—1969).

Музей составында 496 һаҡлау берәмеге бар, уларҙың 353-ө — төп фонд әйберҙәре. Араларында 130-сы гвардия уҡсылар полкы 44-се гвардия уҡсылар дивизияһының 13 яугирының шәхси документтары һәм әйберҙәре, уларҙың туғандарының һәм полкташтарының фоторәсемдәре, документтары, «Красновка станцияһы өсөн алыш» диорамаһы һ.б. бар.

Музей ҡарамағында «Хәтер» патриотик тәрбиә клубы эшләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә