Өҫкө сауҙа майҙаны

Өҫкө сауҙа майҙаны
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Киров районы
Карта
 Өҫкө сауҙа майҙаны Викимилектә

Өҫкө сауҙа майҙанына 1819 йылда нигеҙ һалына һәм генераль планы буйынса Өфөләге ике төп майҙандың береһе булырға тейеш була (Собор майҙаны менән бер рәттән)[1]. 1825 йылда бында каруанһарай төҙөлә башлай, бөгөнгө көндә майҙандың архитектура доминантаһы булып тора. Һуңыраҡ, уның тирәләй ҡаланың бай сауҙагәрҙәренең сауҙа йорттары урынлаша, күптәре уларҙың бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Улар араһында XIX быуат аҙағына Берштейндың[2], ағалы-ҡустылы Крестовниковтарҙың, Иванов һәм Нобелдың сауҙа йорттары бар. 1926 йылға тиклем бында Александр Невскийҙың XIX быуатта төҙөлгән бәләкәй сиркәүе торған[3]. Майҙан оҙаҡ ваҡыт Өфө ҡалаһының иң йәнле урыны булған һәм уның эргәһендәге таш-кирбестән һалынған тарихи төҙөлөш ҡалала иң йышы тип һанала.

Хәҙерге ваҡытта

үҙгәртергә

Өҫкө сауҙа майҙаны һәм уның тирә яғы бөгөн туристар һәм урындағы халыҡ араһында популяр урын. Майҙандың эргәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, «Ете ҡыҙ» фонтаны, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһы, шулай уҡ күп кафе һәм ресторандар урынлашҡан. Майҙанға яҡын йәмғиәт транспорты туҡталышы — «Каруанһарай» тип атала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Верхнеторговая площадь - Уфа от А до Я ПОСРЕДИ РОССИИ - POSREDI.RU Журнал о тех, кто живет посреди России (рус.). posredi.ru. Дата обращения: 11 ғинуар 2018.
  2. Верхнеторговая площадь — Уфатека. уфатека.рф. Дата обращения: 11 ғинуар 2018. 2017 йыл 24 октябрь архивланған.(рус.). уфатека.рф. 11 ғинуар 2018 тикшерелгән.
  3. Уфа | Часовня Александра Невского. sobory.ru. Дата обращения: 11 ғинуар 2018.(рус.). sobory.ru. 11 ғинуар 2018 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә