«Ете ҡыҙ» фонтаны — башҡорт халыҡ легендаһына нигеҙләнеп эшләнгән фонтан. Диаметры — 18 метр[1]. Авторы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты скульптор Хәбибрахманов Хәниф Мирзаһит улы [2].

Өфө, «Ете ҡыҙ» фонтаны

Бер-береһенә оҡшаған ете ҡыҙҙы ҡаҙаҡ далаларына урлап алып киткәс, улар табандарын ярып ҡыл һалыныуға ҡарамаҫтан, ҡасып, тыуған яҡтарына юллана. Арттарынан ҡыуа төшкәс, ҡыҙҙар тотҡонлоҡтан үлемде өҫтән күреп, күлгә ташлана. Уларҙың фажиғәле вафатынан һуң күктә ете йондоҙ — Етегән ҡабына. Башҡорт халыҡ йыры "Ете ҡыҙ" нигеҙендә лә ошо легенда ята.

2015 йылдың 30 июнендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры менән «Ҡунаҡһарай» комплексы араһындағы «Театр» скверында фонтан асыла[3]. Сарала Йәштәр симфоник оркестры һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнаша һәм тамашасылар алдында «Ете ҡыҙ» бейеүе[4] менән сығыш яһай.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Көнөнә дүрт сәғәт фонтан «йырлай»[5]. Сәғәт көндөҙгө 2-се 15 минутта, киске етелә, 9-ҙа һәм 11-ҙә музыка яңғырай, ә ҙур экрандан Фәйзи Ғәскәров исемендәге академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарындағы «Ете ҡыҙ» бейеүе трансляциялана.
  • Һәр фигураның бейеклеге 2,20 метр, ауырлығы 600—700 килограмм.
  • Бер фигураның хаҡы 2 миллиондан алып 7 миллион һумға тиклем етә.
  • Ете фигура 6 ай эсендә эшләнелә.
  • Скульптор һындарҙы эшләгәндә «Мираҫ» ансамбленең өс ҡыҙы ярҙам итә[6].
 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә