Өфө ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы «Өфө ҡалаһы» ҡала округы символы.

Өфө ҡалаһы флагы
Нигеҙләү датаһы 6 сентябрь 2007
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Юрисдикция таралышы Өфө
Соотношение сторон 3:2[d]
 Өфө ҡалаһы флагы Викимилектә

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән 2007 йылдың 6 сентябрендә 26/4-сы номер аҫтында раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 036 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 3243 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Авторы — Салауат Ғиләзитдинов[1].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Иңенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте 2:3 булған тура мөйөшлө туҡыма, ул ике горизонталь һыҙаттан тора: 7:10 киңлеге булған туҡыманың өҫкө өлөшө аҡ төҫтә һәм аҫҡы өлөшө — йәшел төҫтә; аҡ һыҙаттың уртаһында — флаг һабына табан югереп барған тәбиғи көрән-һоро төҫтәге һыуһар

.

Символиканы нигеҙләү

үҙгәртергә

Флаг ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән.

Флаг уртаһында — тәбиғи көрән-һоро төҫтәге һыуһар. Матур итеп бөгөлгән муйынлы башы һыуһарға ышаныу һәм тынлыҡ тойғоларын өҫтәй. Бөтә ғорур һыны, алтынға ялатылған тиреһе байлыҡты, ғорурлыҡты һәм дәрәжәне сағылдыра.

Өфө ҡәлғәһенә 1574 йылда башҡорт ерҙәрен һаҡлау маҡсатында нигеҙ һалына. Бер үк ваҡытта яһаҡ йыйыу өсөн үҙәк пункты булып хеҙмәт итә. Һыуһар һәм кеш тиреләре борондан юғары баһалана. Урыҫ батшаһы Иван Грозный менән килешеү буйынса башҡорттар яһаҡты һыуһар тиреһе менән түләргә килешә.

Көмөш (аҡ) төҫ — дин, саф күңеллелек һәм юғары намыҫлылыҡ символы.

Йәшел төҫ — муллыҡ, шатлыҡ, азатлыҡ, тыныслыҡ һәм именлек символдары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [1] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Уфа. стр. 35-36

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • [2] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Уфа, стр. 35-36