Әһлетдин мәсете
Әһлетдин мәсете (төр. Alâeddin Camii) — Төркиәнең Конья ҡалаһындағы иң боронғо архитектура иҫтәлекле урыны. Мәсет шул уҡ Әһлетдин исемен йөрөткән үҙәк (тарихи) убаһында урынлашҡан. Мәсет Кония (сәлжүк) солтандарының төрбәһе булып тора.
Мәсет | |
Ил | Төркиә |
Регион | Үҙәк Анатолия, Конья |
Ҡала | Конья, Әһлетдин убаһы |
Адресы | Alaaddin Blv, Hamidiye Mh., 42040, Konya |
Архитектура стиле | Ислам архитектураһы, сәлжүк архитектураһы |
Нигеҙләүсе | Рум солтаны Мәсғүт I |
Төҙөлөш | 1150 йыл—1235 йыл йылдар |
Үлсәмдәре | 56×71 м |
Бина майҙаны | 3970 м² |
Көмбәҙҙәр һаны | 4 |
Бейеклек | 14 м |
Көмбәҙ бейелеге | 30 м |
Манаралар һаны | 1 |
Манара бейеклеге | 37 м |
Мәсет Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1080 йылда Коньяны сәлжүктәр яулап алғас, күп кенә Византия ғибәҙәтханалары яйлап мәсеткә әйләндерелә. Әһлетдин мәсете нигеҙендә лә Византия базиликаһы булған. Тәүге үҙгәртеп ҡороуҙар 1150 йылда солтан Мәсғүт I хакимлығы осоронда башланған[1]. 1155 йылда эбен ағасынан яһалған минбарҙа был осорға ҡарай, ул Анатолияла сәлжүк сәнғәтенең иң боронғо өлгөләренең береһе булып тора[2]. Был ваҡытҡа шулай уҡ семәрләнгән михраб һәм үҙәк көмбәҙ ҡарай.
Солтан Кей-Кавус I хакимлығы осоронда 1219 йылда мәсетте реконструкциялау һәм киңәйтеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Ҡалаға һәм солтандар һарайына күренешлн булған төньяҡтан монументаль фасад төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта солтандарҙың мәрмәр төрбәһе төҙөлә башлана, әммә Кей-Кавус вафат булғас, был эштәр туҡталыла. Был эштәр уның ҡустыһы солтан Әһлетдин Кей-Кубад I хакимлығы осоронда дауам итә. Әһлетдиндең бойороғона ярашлы, 1235 йылда мәсеттең төп залында 42 колонна урынлаштырыла.
Бынан һуң алты быуаттан ашыу дауамында мәсет бөтөнләй тиерлек үҙгәрешһеҙ ҡала. Тик 1891 йылда манара төҙөлә һәм мәрмәрҙән яңы михраб яһала[3].
Мәсеттә ерләнгән Рум солтандары
үҙгәртергә- Мәсғүт I
- Ҡылыс-Арыҫлан II
- Рукн әд-дин Сөләймән-шаһ
- Кей-Хосров I
- Әһлетдин Кей-Кубад I
- Кей-Хосров II
- Ҡылыс-Арыҫлан IV
- Кей-Хосров III
Шулай уҡ Кей-Кавус I хакимлығы осоронда һигеҙ ҡырлы «Исемһеҙ төрбә» (төр. Adsız Türbe) ҡорола һәм тулыһынса төҙөлөп бөтмәй. Бында ерләнгән кешеләрҙең исемдәре әле лә билдәһеҙ булып ҡала.
Галерея
үҙгәртергә-
Үҙәк залдағы колонналар
-
Үҙәк көмбәҙ
-
Көньяҡ фасад
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Konya, The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture, Vol.2, (Oxford University Press, 2009), 391
- ↑ Scott Redford, The Alaeddin Mosque in Konya Reconsidered, Artibus Asiae, Vol. 51, No. 1/2, 1991
- ↑ Architecture, The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture, Vol.2, (Oxford University Press, 2009), 117
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Страница мечети Ала ад-Дина на сайте цифровой библиотеки «ArchNet» 2012 йыл 30 ноябрь архивланған. (инг.)
- 3D-модель мечети Ала ад-Дина(недоступная ссылка)