Әхмәтов Әшимжан Сөләймән улы

Ҡаҙағстан дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, техник фәндәр докторы (1992), юридик фәндәр кандидаты, профессор, Ҡаҙағстан Республикаһы РФА ак

Әхмәтов Әшимжан Сөләймән улы (ҡаҙ. Әшімжан Сүлейменұлы Ахметов; (23 февраль 1950 йыл — 12 сентябрь 2012 йыл) — Ҡаҙағстандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Техник фәндәре докторы (1992). Юридик фәндәре кандидаты (1978). Ҡаҙағстан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы.

Әхмәтов Әшимжан Сөләймән улы
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-kk-kz" does not exist.
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Ҡаҙағстан[1]
 СССР[2]
Тыуған көнө 23 февраль 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3]
Тыуған урыны Толе Би[d], Ямбыл өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР[3]
Вафат булған көнө 15 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Тараз[d], Ҡаҙағстан
Һөнәр төрө сәйәсмән, химик, инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы, юрист
Биләгән вазифаһы Q14900437?[1], Q20214771?[2], Q20214833?[2], Q20215158?[2], Q20215224?[2], Q20215585?[2], Q20215647?[2], Q20215720?[2] һәм Q20215770?[2]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт технология институты[d][3]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр кандидаты[d][3], техник фәндәр докторы[d][2], профессор[d][2] һәм академик[d][2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы AMANAT (Нур Отан)[d][3]
Ойошма ағзаһы Ассамблея народа Казахстана[d][4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Әшимжан Сөләймән улы Әхмәтов 1950 йылдың 23 февралендә Жамбыл өлкәһенең Шус районы (хәҙер Толе би) Новотроицкое ауылында донъяға килгән.

1973 йылда инженер-химик-технолог һөнәре буйынса Ленинград технология институтын тамамлай.

1978 йылда ошо уҡ институттың аспирантураһын тамамлай.

2012 йылдың 12 сентябрендә Тараз ҡалаһында вафат була[5]

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылда Жамбыл «Химпром» етештереү берекмәһендә аппаратсы, артабан смена начальнигы булараҡ башлай.

1973 −1975 йылдарҙа — комсомол комитеты секретары, Джамбул гидромелиоратив-төҙөлөш институты (ДГСМИ) уҡытыусыһы.

1978 йылдан алып 1989 йылға тиклем — ошо института өлкән уҡытыусы, доцент, проректор, декан, партком секретары, кафедра мөдире.

1989—1992 йылдарҙа — Санкт-Петербург технология институты докторанты, «Ҡаҙағстан — Санкт-Петербург» генераль консуллығы директоры.

1992—1993 йылдарҙа — «Ҡаратау» акционерҙар холдинг компанияһының (АХК) беренсе вице-президенты.

1993—1994 йылдарҙа — «Инко» (Ҡаҙағстан — Лихтенштейн) Яҙыусылар союзының генераль директоры.

1994 йылда — Ҡаҙағстан Республикаһы Юғары Советы фән, мәғариф һәм яңы технологиялар буйынса Комитетының яңы технологиялар подкомитеты рәйесе урынбаҫары.

1994—1995 йылдарҙа — Ҡаҙағстан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт һәм элемтә Комитеты рәйесе.

1995 йылда — Ҡаҙағстан Республикаһы сауҙа һәм сәнәғәт министры урынбаҫары.

1997 йылда — «Казфосфор» ААЙ-ның президент вазифаһын башҡарыусыһы, президенты.

1999 йылдың ноябренән 2001 йылдың майына тиклем — Ҡаҙағстан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы вице-министры

2001—2005 йылдарҙа — Ш. Есенов исемендәге Каспий дәүләт технология һәм инжиринг университеты ректоры.

2005 йылдың авгусынан 2006 йылдың апреленә тиклем — С. Аманжолов исемендәге Көнсығыш-Ҡаҙағстан дәүләт университеты ректоры.

2006 йылдың апреленән 2008 йылдың июненә тиклем — Ҡаҙағстан Республикаһы президенты ҡарамағындағы Дәүләт идара итеү академияһы ректоры[6]

2008 йылдың июненән 2012 йылдың сентябренә тиклем — М. Х. Дулати исемендәге Тараз дәүләт университеты ректоры.

Һайлап ҡуйылған вазифалар, депутатлыҡ

үҙгәртергә

1994—1995 йылдарҙа — XII саҡырылыш Ҡаҙағстан Республикаһы Юғары Советы депутаты.

1996 йылдың ғинуарынан 1999 йылдың декабренә тиклем — I саҡырылыш Ҡаҙағстан Парламенты Мәжлесе депутаты.

2001 йылдан 2007 йылға тиклем — Манғыстау өлкә мәслихәте депутаты.

Ғилми дәрәжәләре

үҙгәртергә
  • Техник фәндәре докторы (1992)
  • Юридик фәндәр кандидаты
  • Ҡаҙағстан Республикаһы фәндәр академияһы академигы (2001)
  • Ҡаҙағстан милли тәбиғи фәндәр академияһы академигы (2009)
  • Ҡаҙағстан Республикаһы Милли инженер академияһы академигы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Ҡаҙағстан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» түш билдәһе
  • Ҡаҙағстан Республикаһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре[7]]
  • Ҡаҙағстан Президентының шәхси рәхмәт хат һәм «Алтын барыс» түш билдәһе
  • «Курмет» һәм «Парасат» ордендары (2008)[8]
  • «Астана» миҙалы (1998)
  • «Ҡаҙағстан Республикаһының 10-йыллыҡ бойондороҡһоҙлоғо» миҙалы(2001)
  • «Ҡаҙағстан республикаһы парламентының 10 йыллығы» миҙалы (2006)
  • «Ҡаҙағстан республикаһының 20-йыллыҡ бойондороҡһоҙлоғо» миҙалы (2011) һәм башҡа бүләктәр.

Фәнни һәм әҙәби хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ә. С. Әхмәтов 2 монография, 100-ҙән ашыу ғилми баҫма авторы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә