Ҡаҙағстан Парламенты Мәжлесе
Мәжлес (ҡаҙ. Мәжіліс) — Ҡаҙағстан Республикаһы Парламентының түбәнге палатаһы.
Ҡаҙағстан Парламенты Мәжлесе | |
Нигеҙләү датаһы | 30 ғинуар 1996 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Қазақстан Республикасы Парламентінің Мәжiлiсі |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Юрисдикция таралышы | Ҡаҙағстан |
Алыштырған | Верховный Совет Казахской ССР[d] |
Урындар һаны | 107 |
Рәсми сайт | parlam.kz |
Ҡаҙағстан Парламенты Мәжлесе Викимилектә |
Ҡоролошо
үҙгәртергәСоставы һәм һайлау
үҙгәртергәМәжлес 107 депутаттан тора, улар түбәндәге тәртиптә һайлана:
- Мәжлескә 98 депутатты һайлау дөйөм, тиң һәм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән партия исемлектәре буйынса тормошҡа ашырыла (йәғни һайлау һөҙөмтәһендә). Партияларҙың һайлау исемлектәрендә кандидаттар алфавит тәртибендә урынлаша. Кандидаттарҙың ҡайһыһы парламентҡа үтәсәге, тауыш биреүгә йомғаҡ яһалғас һәм партия исемлегенә тейгән мандаттарҙың һаны асыҡланғас, партияның етәксе органы тарафынан хәл ителә[1]. Процент барьеры — 7 %
- Мәжлестең 9 депутаты Ҡаҙағстан Халыҡ ассамблеяһы тарафынан һайлана.
Мәжлес депутаттары
үҙгәртергәМәжлес депутаттарының вәкәләттәре мөҙҙәте — биш йыл. Мәжлескә сираттағы һайлау Парламенттың ғәмәлдәге саҡырылышы вәкәләттәре тамамланыуға кәм тигәндә ике ай ҡалғас үткәрелә. Мәжлес Парламенты депутаттарын сираттан тыш һайлау Парламент Мәжлесе вәкәләттәренең ваҡытынан алда тамамланыу көнөнә кәм тигәндә ике ай ҡалғас үткәрелә.
Егерме биш йәше тулған, Ҡаҙағстан Республикаһы гражданы булған һәм һуңғы ун йыл буйына уның территорияһында йәшәгән кеше Мәжлес депутаты була ала.
Парламент Мәжлесе депутаты мандатынан мәхрүм итеү түбәндәге осраҡтарҙа мөмкин:
- депутат үҙе ағзаһы булған һәм уны, конституцион законға ярашлы, Мәжлескә тәҡдим иткән сәйәси партиянан сығарылһа йә сыҡһа;
- депутат ағзаһы булған һәм уны, конституцион законға ярашлы, Мәжлескә тәҡдим иткән сәйәси партия эшмәкәрлеген туҡтатһа.
Мәжлестең вәкәләттәре
үҙгәртергәКонституцияға ярашлы, бары тик Мәжлестең вәкәләттәр даирәһенә түбәндәгеләр ҡарай:
- Парламентҡа индерелгән конституцион закондар проекттарын ҡарауға ҡабул итеү һәм уларҙы ҡарау;
- палата депутаттарының дөйөм һанынан күпселек тауыштар менән Республика Президентына Республика Премьер-Министрын тәғәйенләүгә ризалыҡ биреү;
- Республика Президентын сираттағы һайлауҙы иғлан итеү;
- Конституция тарафынан Парламент Мәжлесенә һалынған башҡа вәкәләттәрҙе башҡарыу.
Мәжлес депутаттарҙың дөйөм һанынан күпселек тауыш менән Мәжлес депутаттарының дөйөм һанының кәм тигәндә биштән бер өлөшө инициативаһы менән Хөкүмәткә ышанмау вотумы күрһәтә ала.
Мәжлестең комитеттары
үҙгәртергәПарламент Мәжлесе составында түбәндәге комитеттар эшләй:
- Аграр мәсьәләләр буйынса комитет
- Ҡануниәт һәм суд-хоҡуҡи реформа буйынса комитет
- Халыҡ-ара эштәр, оборона һәм хәүефһеҙлек буйынса комитет
- Социаль-мәҙәни үҫеш буйынса комитет
- Экология мәсьәләләре һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет
- Финанс һәм бюджет буйынса комитет
- Иҡтисад реформа һәм төбәктәр үҫеше буйынса комитет[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Закон о выборах Республики Казахстан(недоступная ссылка)
- ↑ Сайт Мажилиса Парламента РК. Комитеты Мажилиса
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт Парламента Республики Казахстан
- Канал на YouTube
- Мажилис. 2014 йыл 12 август архивланған. Обзор научных статей 2014 йыл 12 август архивланған.