Әхмәтова-Нәбиева Элвира Мирзанур ҡыҙы

Әхмәтова-Нәбиева Элвира Мирзанур ҡыҙы (12 апрель 1973 йыл) — бейеүсе, 1991—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2002) һәм халыҡ артисы (2010).

Әхмәтова-Нәбиева Элвира Мирзанур ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 апрель 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (51 йәш)

Биографияһы

үҙгәртергә

Элвира Мирзанур ҡыҙы Әхмәтова-Нәбиева[1] 1973 йылдың 12 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1991 йылда Өфө хореография училищеһын (педагогы М. А. Кәримов), 2006 йылда Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһын (ВЭГУ)[2] (уҡытыусыһы А. Х. Зөбәйҙуллин) тамамлай.

1991 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. Ул һығылмалылығы һәм музыкаға һәләтле булыуы менән айырылып тора. Матур ҡиәфәт, сағыу темперамент эйәһе.

Рәсәй һәм донъяның 15 иле буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Көндәрендә (1997), Санкт-Петербургта (2001), Әзербайжанда (2001), Төркиәлә (Стамбул ҡалаһында, 2006) Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә, «Русская Зима» фестивалендә (Лондон, 2005) ҡатнаша.

Мәскәүҙәге Кремль һарайы, П. И. Чайковский, «Россия» исемендәге концерт залдары, Санкт-Петербургтың «Октябрьский» концерт залы сәхнәләрендә бейей.

Бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялары

үҙгәртергә

«Бишбармаҡ» («Бишбармак»), «Бүләк» («Подарок»), «Гөлнәзирә», «Аҡҡош-ҡаҙҙар» ( «Гуси-лебеди»), «Ҡороҡсолар» («Укротители»), «Яҙғы ташҡын» («Весенний поток») һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://img-fotki.yandex.ru/get/9797/36256508.2f/0_77675_6f42c267_orig
  2. Академия ВЭГУ. Дата обращения: декабрь 2013.

Һылтанмалар

үҙгәртергә