Әхмәтйәнов Рифҡәт Ғәзизйән улы

Әхмәтйәнов Рифҡәт Ғәзизйән улы (10 июль, 1933 йыл), БАССР-ҙың Өфө районы Яңы Юрмаш (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Иглин районы Турбаҫлы ауылында тыуған) — телсе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы (1994). Татар теленең аңлатмалы һүҙлегенең 3-сө томын төҙөүселәренең береһе (1977—1981), татар-төрөк (1997) һәм төрөк-татар (1998) һүҙлектәрен, татар теленең ҡыҫҡаса тарихи-этимологик һүҙлеген (2001) төҙөүсе[2].

Әхмәтйәнов Рифҡәт Ғәзизйән улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 10 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө районы, Турбаҫлы
Вафат булған көнө 11 октябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (85 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Иглин районы, Турбаҫлы
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Һөнәр төрө лингвист, тюрколог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (1962).

1963 йылдан алып — Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының тел, әҙәбиәте һәм тарих институтында эшләй, 1995 йылдан алып — Стәрлетамаҡ педагогия институтында, 1997—2010 йылдарҙа — Бөрө соц.-педагогия академияһында (2002 йылға тиклем төрөк һәм фин-уғыр филологияһы кафедраһының мөдире) булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре сағыштырма тел ғилеме проблемаларына, сыуаш һәм татар телдәренең этимология, лексикографияһына, Урта Волга һәм Урал алды халыҡтары фольклоры, мәҙәниәте һәм телдәренең үҙ-ара йоғонтоһона арналған.

ӘҫәрҙәреҮҙгәртергә

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

  • Сравнительное исследование татарского и чувашского языков. М., 1978;
  • Общая лексика духовной культуры народов Среднего Поволжья. М., 1981;
  • Общая лексика материальной культуры народов Среднего Поволжья. М., 1988;
  • Татар һәм башкорт телләренең тарихи фонетикасы. Бирск, 2003;
  • Татар теленең этимологик сүзлеге, 2 томда. Казан, 2015.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Тел белгече Рифкать Әхмәтҗанов вафат
  2. Ахметьянов Р. Г. Краткий историко-этимологический словарь татарского языка = Татар теленең кыскача тарихи-этимологик сүзлеге — Казань: Тат. книжн. изд-во, 2001. — 272 б. — ISBN 5-298-01004-0.