Әт-Тәғабун сүрәһе

Изге Яҙманың 18 аяттан торған 64-се сүрәһе. «Үҙ-ара алдашыу» йәки «Алданыу» тип тәржемә итәләр. Мәҙинәлә иңдерелгән
(Әт-Тәғабун битенән йүнәлтелде)

Әт-Тәғабун сүрәһе (ғәр. سورة المنافقون‎, Үҙ-ара алдашыу ) — Ҡөрьән Кәримдең 64-се сүрәһе. Мәҙинәлә иңгән сүрә, 11 аяттан тора.

Әт-Тәғабун сүрәһе
سورة المنافقون

Әт-Тәғабун сүрәһе
Синыфы

Мәҙинә

Мәғәнәһе

Үҙ-ара алдашыу, алданыу

Статистика
Сүрә номеры

64

Аяттар һаны

11

Джүз

28

Руҡуғ

2

Алдағы сүрә

Әл-Мунафиҡун сүрәһе

Киләһе сүрә

Ат-Талаҡ сүрәһе

QuranAcademy.org

«Ҡиәмәт көнөндә кәферҙәр фани донъя тормошона алданып, форсатты ысҡындырғандарын аңларҙар. Йәүмүтүн тәғәбүн - ҡот осҡос алданыу, зарар күреү көнө». (Али Тургут тәфсиренән.)

Ғәрәпсәһе

үҙгәртергә

Транскрипцияһы

үҙгәртергә

Мәғәнәһе

үҙгәртергә

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, барыһы ла Аллаһты маҡтай. Милек-байлыҡ — Аллаһтыҡылыр. Маҡтау — Аллаһҡалыр. Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә. (2) Һеҙҙе яралтҡан — Аллаһтыр. Ҡайһығыҙ — кәфер, ҡайһыларығыҙ мөьмин булдығыҙ. Аллаһ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тороусы. (3) Күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итте. Һеҙгә һүрәт-ҡиәфәт бирҙе һәм һеҙҙең рәүешегеҙ бик тә гүзәл булды. Ҡай­тыш та — Аллаһҡалыр. (4) Аллаһ күктәрҙә һәм Ерҙә бул­ғандарҙың барыһын да белеп тора. Йәшереп-ҡасырып ҡыл­ғандарығыҙҙы ла, асыҡтан-асыҡ ғәмәлдәрегеҙҙе лә белеп тора. Аллаһ күңелдәрҙә ниндәй теләк, баштарҙа ниндәй фекер булғанды ла белә.

5. Байтаҡтан әүәлге йәшәйештәрендәге инҡарсыларҙың хәл-хәбәре һеҙгә килеп ирешмәнеме ни? Улар ҡылмыштары­на күрә, язаһын да татыны. Улар өсөн әсе ғазап әҙерләнгән ине. (6)Пәйғәмбәрҙәр уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтергән ине, ләкин улар:

— Ғәҙәти бер бәндә беҙҙе тура юлға йүнәлтәсәкме? — тип инҡар иттеләр, йөҙ сөйөрҙөләр. Аллаһ та һис бер нәмәгә мохтаж түгеллеген күрһәтте. Аллаһ — байҙыр, маҡтауға лайыҡтыр. (7) Кәферҙәр менән мөшриктәр үлгәс яңынан терелеүҙе ҡәтғи инҡар иттеләр. Әйт һин уларға: — Валлаһи, һеҙ, һис шикһеҙ, яңынан тереләсәкһегеҙ, ахырҙа ғәмәлдәрегеҙ тураһында һеҙгә хәбәр биреләсәк, — тип. — Был эш Аллаһ өсөн бер ҙә ҡыйын түгел. (8) Шулай булғас, Аллаһҡа, уның Пәйғәмбәренә һәм индерелгән нурына (Ҡөръәнгә) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙән хәбәрҙар. (9) Мәхшәр көнө — барығыҙ бергә туплана торған көн (иҫәп-хи­сап, юғалтыуҙар, алданыуҙар һәм табыштар көнө). Аллаһҡа иман килтереп, изгелек ҡылған кешенең хаталарын Аллаһ кисерер, уларҙы Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәргә урынлаштырыр. Улар шунда мәңге ҡаласаҡ. Бына, бөйөк Маҡсат — Сәғәдәт шул булыр.

10. Инҡарсылар менән аяттарымды ялғанға сығарыусы­лар йәһәннәмгә теркәлер. Улар шунда мәңге ҡаласаҡ. Ай-һай, хәтәр ер ул - улар барасаҡ йәһәннәм.

11. Бер генә ҡайғы ла Аллаһ әмеренән башҡа төшмәҫ. Аллаһҡа инанған кешенең күңелен Аллаһ тура юлға йүнәлтер. Аллаһ бар нәмәне лә белеп тора. (12) Аллаһҡа итәғәт итегеҙ. Пәйғәмбәргә лә итәғәт итегеҙ. Йөҙ сөйөрәһегеҙ икән, сөйөрөгөҙ (унан Раббыға ла, Пәйғәмбәргә лә зыян булмаҫ). Пәйғәмбәр бары тик үҙ вазифаһын асыҡ итеп белдереүсе генә. (13) Аллаһтан юғары һис бер башҡа ҡөҙрәт эйәһе юҡ. Мөьминдәр фәҡәт Аллаһҡа һыйынып, Уға ышанып йәшәйҙәр. (14) Әй, иманлы кешеләр, ҡатындарығыҙ һәм балаларығыҙ араһында ла һеҙгә дошман булғандар бар. Улар менән һаҡ эш итегеҙ. Әммә уларҙы ғәфү итһәгеҙ, хаталары арҡаһында уларҙы ҡаҡмаһағыҙ, яңылыштарын ҡаплап ҡалғылаһағыҙ, белеп тороғоҙ, Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ миһырбанлы кисереүсе. (15) Дөрөҫөн генә әйткәндә, байлығығыҙ һәм балала­рығыҙ һеҙҙе һынар өсөн генә. Бөйөк әжер иһә Аллаһ янында булыр. (16) Шулай булғас, булдыра алғанса, һеҙ Аллаһҡа ҡар­шы баш күтәрмәҫкә тырышығыҙ. (Аллаһ әмерҙәрен) тыңла­ғыҙ, итәғәт итегеҙ, үҙ мөмкинлектәрегеҙҙән сығып, хәйер-саҙаҡа бирегеҙ. Нәфсеһен тыя белгән кеше Сәғәдәткә ирешер. (17) Аллаһ ризалығы өсөн бурыс бирһәгеҙ (сауаплы эш башҡарһағыҙ) Аллаһ һеҙҙең әжерегеҙҙе ҡат-ҡат арттырыр һәм һеҙҙе ярлыҡар. Аллаһ әжерҙе мул бирер, Ул яза бирергә ашыҡмай. (18) Йәшерелгәнде лә, йәшерелмәгәнде лә Аллаһ белеп тора. Ул өҫтөндер, хикмәт эйәһелер.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә