Әртуғрул мәсете
Әртуғрул мәсете йәки Азади мәсете (төркм. Ärtogrulgazy metjidi) — Ашхабадтың иң матур мәсеттәренең береһе, төрөк стилендә тѳҙѳлгән, ҡалала иң ҙур мәсет булып тора[1]. Мәсеттең дүрт манараһы бар. 1990 йылдар башында, Төркмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң төҙөлгән мәсеттәрҙең береһе. Төрөк хакимы Әртуғрул хөрмәтенә аталған.
Әртуғрул мәсете | |
төркм. Ärtogrulgazy metjidi | |
Нигеҙләү датаһы | 1998 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Әртуғрул |
Дәүләт | Төркмәнстан |
Административ-территориаль берәмек | Ашхабад |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | мәрмәр[d] |
Архитектор | Hilmi Şenalp[d] |
Архитектура стиле | Ғосман архитектураһы |
Һыйым | 5000 |
Әртуғрул мәсете Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1992 йылда Төркиә премьер-министры Сөләймән Демирель мәсет төҙөү идеяһы тәҡдим итә. 1993 йылдың 12 ғинуарында мәсеткә нигеҙ һалына[2]. Төҙөлөш ваҡытында бер нисә осраҡлы үлем була, һөҙөмтәлә ҡайһы бер диндарҙар мәсет уңышһыҙлыҡ килтерә тип инана[3]. Мәсет 1998 йылда асыла, һәм Ғосман солтаны Әртуғрул хөрмәтенә атала. Әртуғрул (1198—1281) — төрки (уғыҙҙарҙың ҡайы ҡәбиләһе вәкиле) хакимы, Ғосман династияһын башлап ебәргән Ғосман I-нең атаһы. 1227 йылдан алып Ғосман бейлеге хакимы була. Әртуғрул мәсетенең Истанбулдағы Зәңгәр мәсет менән тышҡы оҡшашлығы бар, сөнки классик ғосман стилендә төҙөлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Төркмәнстан дәүләтенә Төркиә президенты сәфәре тамамланды. 2016 йыл 28 август архивланған.
- ↑ Cami de yaptırmışız, da okul…
- ↑ Azadi mosque . Lonely Planet. Дата обращения: 14 ноябрь 2009. Архивировано 7 сентябрь 2012 года.