Әрмән милли советы
Әрмән милли советы — әрмән милли хәрәкәтенең башҡарма органы.
Әрмән милли советы | |
әрм. Հայոց ազգային խորհուրդ | |
Нигеҙләү датаһы | октябрь 1917 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Аветис Агаронян[d], Арам Манукян[d], Рубен Тер-Минасян[d], Никол Агбалян[d], Бабалян, Арташес[d] һәм Михаил Пападжанов[d] |
Етәксе | Аветис Агаронян[d] |
Дәүләт | Беренсе Әрмәнстан Республикаһы[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Тбилиси, Грузия Демократик Республикаһы[d] Ереван, Беренсе Әрмәнстан Республикаһы[d] |
Алмаштырылған | Национальное собрание Армении[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1 август 1918 |
Тарихы
үҙгәртергә1917 йылдың сентябрь аҙағында — октябрь башында Тифлистә 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашлығындағы (күпселеге — «Дашнакцутюн» партияһынан) әрмән милли съезы тарафынан һайланған.
Милли совет составына 15 ағза кергән: Арам Манукян, Аветис Агаронян, Никол Агбалян, X. О. Карджикян (Карчикян), Рубен Тер-Минасян һәм А. Бабалян («Дашнакцутюн»); А. Стамболцян һәм А. Тер-Оганян (эсерҙар); М. Гарабекян һәм Г. Тер-Газарян (социал-демократтар); С. Арутюнян һәм М. Бабаджанян (Әрмән милли партияһы); С. Мамиконян, Т. Бегзадян һәм П. Закарян (партияһыҙҙар).
Әрмән милли советы вәкилдәре 1917 йылдың 15 (28) ноябрендә Тифлистә ойошторолған Кавказ аръяғының коалицион хөкүмәте — Кавказ аръяғы комиссариатының составына ингән. Бында шулай уҡ грузин һәм әзербайжан сәйәси эшмкәрҙәре ҡатнашҡан. Кавказ аръяғы комиссариатында финанс комиссары итеп X. О. Карджикян (Карчикян), аҙыҡ-түлек комиссары итеп Г. Тер-Газарян тәғәйенләнгән.
1917 йылдың аҙағында Милли совет Беренсе донъя һуғышының Ғосман империяһы армияһына ҡаршы тороусы Кавказ фронтының тарҡалыуына иғтибар итергә мәжбүр була, һәм әрмән ирекле ҡораллы көстәрҙе төҙөүҙә ҡатнаша.
1917 йылдың декабрендә Кавказ фронтының яңы баш командуующийы Евгений Лебединский әрмән ирекле корпусын ойошторған, уның командующийы итеп генерал Фома Назарбеков, ә штаб начальнигы итеп генерал Вышинский тәғәйенләнгән. Әрмән милли советы үтенесе буйынса генерал Назарбеков ҡарамағында махсус комиссар итеп «генерал Дро» (Драстамат Канаян) тәғәйенләнгән.
1918 йылдың 10 (23) февралендә Тифлистә Кавказ аръяғы комиссариаты тарафынан Кавказ аръяғы сеймы саҡырылған. Уның составына Кавказ аръяғынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайланған депутаттар һәм урындағы сәйәси партияларҙың вәкилдәре, шул иҫәптән «Дашнакцутюн» партияһының 27 вәкиле ингән. Сәйәси дебаттар барышында дашнак фракцияһы Кавказ аръяғын милли кантондарға бүленгән автономия булараҡ Рәсәй составында ҡалдырырға, ә Ғосман империяһы менән мөнәсәбәттәрҙә — Көнбайыш Әрмәнстандың үҙаллығын өгөтләргә тәҡдим иткән. Сепаратист Трапезунд һөйләшеүҙәре уңышһыҙлығы һәм дауам итеүсе төрөк һөжүме (һөжүм барышында улар Көнбайыш Әрмәнстан өҫтөндә контролен тергеҙгән) арҡаһында, 1918 йылдың 9 (22) апрелендә Кавказ аръяғы сеймы ултырышында үҙаллы Кавказ аръяғы Демократик Федератив Республикаһы иғлан ителгән. А. И. Чхенкели етәкселегендәге яңы хөкүмәткә Ғосман империяһы менән солох шарттарын эшләргә бойоролған.
1918 йылдың 11—26 майында Батумила уҙған һөйләшеүҙәр Грузия, Әрмәнстан һәм Әзербайжан Милли советтарының киҫкен тышҡы сәйәси ҡаршылыҡтарын өҫкә сығарған. Һөйләшеүҙәрҙә Ғосман империяһы Кавказ аръяғының Эриван губернаһының өстән ике өлөшөн, Тифлис губернаһының Ахалцих һәм Ахалкалак өйәҙҙәре территорияһын биреүҙе һәм Кавказ аръяғы тимер юлы өҫтөндә контролде тапшырыуҙы талап иткән.
Был хәлдә Грузияның милли советы ярҙам менән Германияға мөрәжәғәт иткән. Германия вәкилдәре Грузияға тиҙ генә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итергә һәм рәсми рәүештә Германияға ҡурсаулыҡҡа алыу тураһында һорарға кәңәш иткән. 1918 йылдың 24—25 майында Грузияның Милли советы башҡарма комттетының ултырышында был тәҡдим ҡабул ителгән. Шунда уҡ Милли советты Грузияның парламенты тип атарға ҡарар ителгән. 25 майҙа Германия ғәскәрҙәре Грузияға килгән.
26 майҙа Кавказ аръяғы сеймы үҙ-үҙен тарҡатыу тураһында иғлан иткән.
28 майҙа Тифлистә Әрмән милли советы үҙен «әрмән өйәҙҙәрендә юғары һәм берҙән-бер власть» тип иғлан иткән. Әммә был ваҡытҡа ҡарй Ғосман империяһы Кавказ аръяғының ҙур өлөшөн оккупациялаған. 4 июндә Батумила әрмәндәрҙең Дашнак хөкүмәте төрөктәр менән сепаратлы солох килешеүен төҙөргә мәжбүр булған, уға ярашлы Дашнак хөкүмәтенең власы Эриван һәм Эчмиадзи өйәҙҙәре менән сикләнгән (майҙаны 12 мең км²). Әрмәнстандың башҡа территорияһы Ғосман империяһы армияһы менән биләнгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Richard G. Hovanissian The Republic of Armenia: The First Year 1918-19 (University of California, 1971)
- Rouben Paul Adalian Historical Dictionary of Armenia (Scarecrow Press, 2010)
- Michael A. Reynolds Shattering Empires: The Clash and Collapse of the Ottoman and Russian Empires 1908-1918 (Cambridge University Press, 2011)