Әнжәләй
Әнжәләй (рус. Анжелы) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл[2][3].
Әнжәләй | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә ошондай фаразды килтерә: «Анжелы, озеро, Каслинский район. От распространенного прежде у башкир тюркского мужского имени Анжелы»[4][5].
Башҡорт телендә Йәләй, Жәләй исеме бар (мәҫәлән, Мәжитов Хөсәйен Йәләй улы. Күрәһең, заманында ул Әнйәләй — Әнжәләй вариантында ла булған. Силәбе башҡорттарының һөйләшендә Йәләй — Жәләй рәүешендә лә ҡулланылыуы билдәле.
Географияһы
үҙгәртергәӘнжәләй Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағыСинара күлдәре төркөмөнә ингән һыу ятҡылығы.
Географик координаттары: киңлеге — 56°8′56.41″N (56.149004), оҙонлоғо — 60°56′7.23″E (60.935342).
Ярындағы тораҡ пункттар: көньяғында — Клеопино, төньяғында Григорьевка ауылдары.
Иң яҡын һыу ятҡылыҡтары: Оло Ям, Кесе Ям, Травяное, Ҡарағош, Сиркәшкүл күлдәре һәм Щербаковка йылғаһы.
Ярымтигеҙлек һыҙатында, Урал аръяғы пенепленында урынлашҡан.
Екатеринбургҡа тиклем араһы — 90 км, Силәбегә — 120 км. Трассанан күлгә тиклем — 1,3 км[6]
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Максималь тәрәнлеге: 2м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1,85*1,65 км
- Һыуҙың үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: һыуы болғансыҡ.
- Күлдән ағып сыға: һыуы Щербаковка йылғаһына төшә.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 242м
- Майҙаны: 2,44км2
Күл төҙөк тиерлек түңәрәк һыҙатлы. Урманлы далала урынлашҡан. Ныҡ һаҙлыҡлы.
Төбө ҡомло, ылымыҡ менән ҡапланған[7]
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәТөбө ылымыҡлы. Ярҙарындағы үҫемлектәр урман-дала һыҙатына хас.
Күлдә ротан, табан балыҡ, карп бар. Элек табан балыҡ менән карп күп булған, әммә ротан килеп сығып, уларҙы бик ныҡ кәметкән тигән мәғлүмәт бар[8] Шул уҡ ваҡытта был күлдә тотолған балыҡта радиоактив матдәләр булыуы бар тиҙәр[9]
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
- ↑ Озеро Анжелы
- ↑ Шувалов // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
- ↑ Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
- ↑ Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
- ↑ Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
- ↑ Озеро Анжелы(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006—223 бит