Әминә ҡатын
Әминә ҡатын (рус. Эмине-хатун) — Дулҡадир бейлеге хакимының ҡыҙы, ғосман солтаны Мәхмәт Беренсенең ҡатыны, солтан Морат Икенсенең әсәһе .
Әминә ҡатын | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Ғосман империяһы |
Титул | шаһбикә[d] |
Тыуған көнө | 1398 |
Тыуған урыны | Эльбистан[d], Төркиә |
Вафат булған көнө | 1449 |
Вафат булған урыны | Бурса, Ғосман империяһы |
Атаһы | Мухаммад Насир ад-дин[d] |
Хәләл ефете | Мәхмәт I |
Балалары | Мурад II |
Һөнәр төрө | аристократ |
Биләгән вазифаһы | валиде-султан[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәӘминә Дулҡадир бейлеге хакимының ҡыҙы булған. Немец шәрҡиәтсе-тарихсыһы Франц Бабингер һәм Оҙоншаршылы Измаил Хаҡҡи (төр. İsmail Hakkı Uzunçarşılı) фараз итеүҙәренсә, уның атаһы Сули Шабан-бей булған. Э. Алдерсон фекере буйынса иһә уның атаһы Сули-бей, йәки, уның туғаны (быныһы бик ышанысһыҙ фараз) Мәхмәт-бей Дулкадирид булған. Тарихсылар Р.Юнанч һәм Дж. Мордтман Әминәнең атаһы Мәхмәт-бей булған тип һанаған [1]
Тарихсыларҙың бер өлөшө Әминәнең никахын 1403 йылға ҡайтарып ҡалдыра, шул осорҙа Мәхмәт Сәләби (төр. Мехмед Челеби) Баязиттың үҙәге Анкара булған элекке анатолия ерҙәре менән идара итә башлай. Чамурлу янындағы һуғышта ул үҙенең ир туғаны Иса ғәскәрен тар-мар итә [2][3][4]. Мәхмәт Нәшри ҡыҙҙы әйттереү тураһында былай тип яҙа: «Ул (Мәхмәт Сәләби) Тоҡатта ашап-эсеп ултырғанда <…> Дулҡадироғлынан вәкил килде.Бик оҙаҡ һөйләшкәндән һуң дошманлыҡты туҡтатырға ҡарар итәләр. Улар яраша. Шунда солтан Дулҡадироғлының ҡыҙын һората. Ул бик бай бүләктәр һәм никах балдағы килтерә»[5]. Мәгәр Э. Алдерсон фекеренсә, ҡоҙалашыу 1399 йылда уҡ, Баязит Дулҡадирҙы буйһондорғанда уҡ булған, ә никах һуңғараҡ - 1404 йылда уҡылған, ул мәлгә Мәхмәттең хакимлығы тотороҡлораҡ була төшкән [2].
Әминәнең балаларынан тик береһе генә шик уятмай — ул буласаҡ солтан Морат II[6], был улы 1403 йәки 1404 йылда донъяға килгән[7]. Морат 1421 йылда солтан булып киткән; Энтони Алдерсон фаразынса, Әминә улының тәхеткә ултырыуын күреп өлгөрмәй вафат булған [8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Alderson, 1956, table XXV, comm.4; Uzunçarşılı, 1969; Kastritsis, 2007, p. 80; Yinanç, 1988, p. 35-55; MORDTMANN-MANAGE, 1991.
- ↑ 2,0 2,1 Alderson, 1956, table XXV, comm.4
- ↑ Uzunçarşılı, 1969
- ↑ Kastritsis, 2007, p. 80
- ↑ Нешри, 1984, с. 172
- ↑ Alderson, 1956, table XXVI
- ↑ Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 27
- ↑ Alderson, 1956, p. 83 (прим.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Мехмед Нешри. Огледало на света: История на османския двор / ред. Мария Калицин. — ОФ, 1984. — 420 с.
- Alderson, Anthony Dolphin. The Structure of the Ottoman Dynasty. — Ҡалып:Oxf.: Clarendon Press, 1956.
- Süreyya Mehmed Bey. Sicill-i Osmani / ed. Nuri Akbayar. — Istanbul: Tarih Vakfi Yurt Yayınlar, 1996. — P. 15. — ISBN 975-333-049-5, 975-333-038-3.
- Uzunçarşılı İsmail Hakkı. Dulkadir oğulları // Anadolu beylikleri ve Akkoyunlu, Karakoyunlu devletleri. — Türk Tarih Kurumu Basımevi, 1969. — P. 169—175. — 372 p. (төр.)
- Yinanç R. Dulkadir Beyliği. — Ankara: Türk Tarih Kurumu Yayınları, 1988. (төр.)
- Kastritsis Dimitris J. The Sons of Bayezid: Empire Building and Representation in the Ottoman Civil War of 1402-1413. — BRILL, 2007. — 275 с. — ISBN 9789004158367.
- J. H. MORDTMANN-[V. L. MANAGE]. Ḏh̲u 'l-Ḳadr // Encyclopaedia of Islam, Second Edition / Edited by: P. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel, W.P. Heinrichs.. — Leiden: BRILL, 1991. — Vol. II. — P. 239—240.