Әминева Светлана Әхмәт ҡыҙы
Әминева Светлана Әхмәт ҡыҙы (12 июль 1944 йыл) — ветеринария табибы, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлғы янындағы Ветеринария идаралығында малсылыҡ аҙыҡ-түлеге һәм сеймалы хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт ветеринария контроле бүлеге начальнигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының малсылыҡ һәм мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләре буйынса Ғилми советы ағзаһы[1].
Әминева Светлана Әхмәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 июль 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ветеринар |
Биографияһы
үҙгәртергәСветлана Әхмәт ҡыҙы Әминева-Дәүләтшина 1944 йылдың 12 июлендә Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Миндеш ауылында тыуған.
Салауат районы Ишембай урта мәктәбен тамамлай.
1963—1968 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетында уҡый.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1968—1970 йылдарҙа Ауырғазы районы ветеринария станцияһында хеҙмәт итә.
1970—1978 йылдарҙа Ауырғазы ветеринар станцияһының баш табибы һәм район ветеринар лабораторияһы директоры.
1978—1981 йылдарҙа Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринар лабораторияһының ғилми хеҙмәткәре.
1983 йылда В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз Ленин орденлы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы ауыл хужалығы академияһы һәм Ленин орденлы Я. Р. Коваленко исемендәге Бөтә Союз эксперименталь ветеринария ғилми-тикшеренеү институтында «Стрептококков (диплококков) свиней и меры борьбы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].
1982 йылдан Бүздәк районындағы Тимирязев исемендәге совхоз директоры итеп тәғәйенләнә, совхозды алдынғылар рәтенә сығара.
1986 йылда Республика ветеринария лабораторияһы директоры.
1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлғы янындағы Ветеринария идаралығында малсылыҡ аҙыҡ-түлеге һәм сеймалы хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт ветеринария контроле бүлеге начальнигы булып хеҙмәт итә.
Әминева Светлана Әхмәт ҡыҙының туранан-тура ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһында Кушнаренко һәм Учалы райондары хужалыҡтары мал туберкулёзынан, күп хужалыҡтар эре мөгөҙлө малдарҙың лейкозынан һәм башҡа киҫкен һәм хроник сирҙәрҙән ҡотҡарылды.
Һөнәри әүҙемлегенән башҡа, Светлана Әхмәт ҡыҙы Әминева бер нисә йыл рәттән Башҡорт дәүләт аграр университетының дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе булды.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының малсылыҡ һәм мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләре буйынса Ғилми советы ағзаһы,
Башҡортостан Республикаһы Ветеринария хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһы Президиумы ағзаһы итеп һайлана.
1988—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Аграр союзы Президиумы ағзаһы була[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергәТормош иптәше Әминев Нурфәйез Ғатаулла улы менән улы Азатты һәм ҡыҙы Леонораны тәрбиәләп үҫтерҙеләр, лайыҡлы белем алырға ярҙам иттеләр.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләәктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы Почёт Грамоталары
- Ауыл хужалығы тармағы наградалары һәм бүләктәре
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
- ↑ Аминева С. А.
- ↑ Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аминева С. А.
- С. А. «Стрептококков (диплококков) свиней и меры борьбы», Москва, 1983(недоступная ссылка)
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)