Әл-Әғлә сүрәһе

(Әл-Әғлә битенән йүнәлтелде)

Әл-Әғлә сүрәһе (ғәр. سورة الأعلى‎, Бөйөк ) — Ҡөрьән Кәримдең 87 сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 19 аяттан тора.

Әл-Әғлә сүрәһе
سورة الأعلى

Әл-Әғлә сүрәһе
Синыфы

Мәккә

Мәғәнәһе

Бөйөк

Статистика
Сүрә номеры

87

Аяттар һаны

19

Жуз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Ат-Тариҡ сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Ғашийә сүрәһе

QuranAcademy.org

Ғәрәпсәһе үҙгәртергә

Транскрипцияһы үҙгәртергә

Мәғәнәһе үҙгәртергә

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1. Раббының бөйөк исемен маҡтап, тәсбих әйт. (2) Аллаһ бөтөн нәмәне юҡтан бар итеп, тәртипләне. (3) Тәҡдир итеп, юл күрһәткән дә — Аллаһ. (4) Йәшел үләндәрҙе үҫтергән дә — Ул. (5) Ахырҙа ҡап-ҡара, ҡоп-ҡоро хәлгә килтергән дә — Аллаһ. 6. (Эй, Мөхәммәт) әҙ-әҙләп һиңә Ҡөрьән уҡытырбыҙ. Һин уны онотмаҫһың. (7) Оноторһоғоҙ бары тик Аллаһ онотторғанды ғына. Аллаһ йәшеренде лә, асыҡты ла белеп тора. (8) Һинең эштәреңде ҡулай-уңышлы итәсәкбеҙ. (9) Шулай булғас, һин өгөттән файҙа күргәндәрҙе өгөтлә. (10) (Гөнаһ эшләүҙән, яуап биреүҙән) ҡурҡҡандар өгөтләнер. (11) Бәхетһеҙ булғандар ғына өгөттән ҡасыр. (12) Улар хәтәр утҡа атыласаҡ. (13) Улар шунда үлмәйәсәк һәм терелмәйәсәк тә. (14, 15) Хаҡтыр, яҡшылап пакланған һәм Раббыны зикер иткән, намаҙ уҡыған кеше мораҙына ирешер. 16. (Әй, кәферҙәр), һеҙ донъя тормошон өҫтөн ҡуяһығыҙ. (17) Гәрсә, Әхирәт тормошо тағын да хәйерлерәк һәм ул — мәңгелек. (18) Хаҡтыр, был турала әүәлге китаптарҙа ла, (19) Ибраһим менән Мусаға индерелгән китаптарҙа ла яҙылған ине

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә