Әл-Фәджр сүрәһе

Изге Яҙманың 30 аяттан торған 89-сы сүрәһе. «Таң» тип тәржемә итеп була. Мәккә сүрәһе.
(Әл-Фәджр битенән йүнәлтелде)

Әл-Фәджр сүрәһе (ғәр. سورة الفجر‎, Таң ) — Ҡөрьән Кәримдең 89-cы сүрәһе. Мәккәлә иңгән сүрә, 30 аяттан тора.

Әл-Фәджр сүрәһе
سورة الفجر

Әл-Фәджр сүрәһе
Синыфы

Мәккә

Мәғәнәһе

Таң

Статистика
Сүрә номеры

89

Аяттар һаны

30

Джүз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Әл-Ғашийә сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Бәләд сүрәһе

QuranAcademy.org

Ғәрәпсәһе

үҙгәртергә

سورة «البلد» 89

بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِ

1. وَالْفَجْرِ

2.وَلَيَالٍ عَشْ

3. وَالشَّفْعِ وَالْوَتْ

4. وَاللَّيْلِ إِذَا يَس

5. هَلْ فِي ذَلِكَ قَسَمٌ لِّذِي حِجْر

6.أَلَمْ تَرَ كَيْفَ فَعَلَ رَبُّكَ بِعَادٍ

7.إِرَمَ ذَاتِ الْعِمَاد

8. الَّتِي لَمْ يُخْلَقْ مِثْلُهَا فِي الْبِلَاد

9.وَثَمُودَ الَّذِينَ جَابُوا الصَّخْرَ بِالْوَادِ

10.وَفِرْعَوْنَ ذِي الْأَوْتَادِ

11.الَّذِينَ طَغَوْا فِي الْبِلَادِ

12.فَأَكْثَرُوا فِيهَا الْفَسَادَ

13. فَصَبَّ عَلَيْهِمْ رَبُّكَ سَوْطَ عَذَابٍ

14. إِنَّ رَبَّكَ لَبِالْمِرْصَادِ

15.فَأَمَّا الْإِنسَانُ إِذَا مَا ابْتَلَاهُ رَبُّهُ فَأَكْرَمَهُ وَنَعَّمَهُ فَيَقُولُ رَبِّي أَكْرَمَنِ

16. وَأَمَّا إِذَا مَا ابْتَلَاهُ فَقَدَرَ عَلَيْهِ رِزْقَهُ فَيَقُولُ رَبِّي أَهَانَنِ

17.كَلَّا بَل لَّا تُكْرِمُونَ الْيَتِيم

18.وَلَا تَحَاضُّونَ عَلَى طَعَامِ الْمِسْكِينِ

19.وَتَأْكُلُونَ التُّرَاثَ أَكْلًا لَّمًّا

20. وَتُحِبُّونَ الْمَالَ حُبًّا جَمًّا

21. كَلَّا إِذَا دُكَّتِ الْأَرْضُ دَكًّا دَكًّ

22. وَجَاء رَبُّكَ وَالْمَلَكُ صَفًّا صَفّ

23.وَجِيءَ يَوْمَئِذٍ بِجَهَنَّمَ يَوْمَئِذٍ يَتَذَكَّرُ الْإِنسَانُ وَأَنَّى لَهُ الذِّكْرَى

24. يَقُولُ يَا لَيْتَنِي قَدَّمْتُ لِحَيَاتِ

25. فَيَوْمَئِذٍ لَّا يُعَذِّبُ عَذَابَهُ أَحَدٌ

26.وَلَا يُوثِقُ وَثَاقَهُ أَحَدٌ

27.يَا أَيَّتُهَا النَّفْسُ الْمُطْمَئِنَّة

28.ارْجِعِي إِلَى رَبِّكِ رَاضِيَةً مَّرْضِيّ

29. فَادْخُلِي فِي عِبَادِي

30. وَادْخُلِي جَنَّتِي

Транскрипцияһы

үҙгәртергә

1. Үәл-фәджр. 2. Үә ләйәәлин ғәшр. 3. Үә-шшәфғи үәл-үәтр. 4. Үә-лләйли иҙәә йәср. 5.Һәл фии ҙәәликә ҡасәмүл-лиҙии хиджр. 6.Ә ләм тәра кәйфә фәғәлә раббүкә биғәәд. 7. Ирамә ҙәәтил-ғимәәд. 8. Әлләти ләм йухләҡ миҫлүһәә фил-биләәд. 9. Үә-ҫәмүүдә-лләҙиинә джәәбүү-ссахра бил-үәәд. 10. Үә Фирғәүнә ҙил-әүтәәд. 11. Әлләҙиинә тағау фил-биләәд. 12. Фә'әкҫәруу фииһәл-фәсәәд. 13. Фәсаббә ғәләйһим раббүкә сәүта ғәҙәәб.14. Иннә раббәкә ләбил-мирсаад. 15. Фә'әммәл-иңсәәнү иҙәә мәбтәләәһү раббүһү фә'әкрамәһү үә нәғмәһү фәйәҡуулү раббии әкрамән. 16. Үә әммәә иҙәә мәбтәләәһү фәҡадара ғәләйһи ризҡаһу фәйәҡуулү раббии әһәәнән. 17. Кәлләә бәл ләә түкримүүнәл-йәтиим. 18. Үә ләә тәхаад-дуунә ғәләә тағәәмил-мискиин. 19. Үә тәькүлүүнә-ттурааҫә әкләл-ләммә. 20. Үә түхиббүүнәл-мәәлә хүббәң джәммәә. 21. Кәлләә иҙәә дүккәтил-арду дәккәң-дәккә. 22. Үә джә'ә раббүкә үәл-мәләкү саффәң-саффә. 23. Үә джии'ә йәүмә'иҙим-биджәһәннәмә йәүмә'иҙии-йәтәҙәккәруль-иңсәәнү үә әннәә ләһү-ҙҙикраа. 24.Йәҡуулү йәә ләйтәнии ҡаддәмтү лихйәәтии. 25. Фәйәүмә'иҙил-ләә йүғәҙҙибү ғәҙәәбаһү әхәд. 26. Үә ләә йүүҫиҡу үәҫәәҡаһү әхәд. 27. Йәә әййәтүһә-ннәфсүл-мутмә'иннәһ. 28. Ирджиғии иләә раббикә раадыийәтәм-мардыиийәһ. 29. Йәдхулии фии ғәбәәдии. 30. Үәдхулии джәннәтии.

Мәғәнәһе

үҙгәртергә

ӘЛ-ФӘДЖР (ТАҢ) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Таң менән ант итәм! 2. Һәм ун төн менән ант итәм! 3. Һәм таҡ менән һәм йоп менән ант итәм! 4. Хәрәкәтләнгән саҡтағы төн менән ант итәм! 5. Әллә бында уйлаған кешегә ант түгелме? 6. Раббыңдың Ғәд халҡы менән нимә ҡылғанын күрмәнеңме ни? 7. Мөһәбәт йорттар эйәһе Ирам халҡы менән? 8. Уның шикелле нәмәләр тирә-яҡ илдәрҙә яһалмағайны. 9. Һәм үҙәндәге ҡаяларҙы тишкән Ҫәмүд халҡы менән? 10. Һәм ҡаҙыҡтар эйәһе Фирғәүен менән? 11. Улар ҡалаларҙа аҙғынлыҡта сиктән уҙҙылар, 12. һәм унда боҙоҡлоҡто арттырҙылар. 13. Һәм Раббың улар өҫтөнә ғазап афәтен яуҙырҙы. 14. Раббың, ысынлап та, һағалап-күҙәтеп тороусы. 15. Ҡасан Раббыһы кешене һынаһа, уны хөрмәтле ҡылһа, һәм уға ниғмәт күрһәтһә, шул саҡта ул: «Раббым мине хөрмәтләне!» — ти. 16. Һәм ҡасан Раббыһы кешене һынап, уның ризығын сикләһә, ул уаҡытта ул; «Раббым мине кәмһетте!» — ти. 17. Юҡ һәм юҡ! Бәлки һеҙ үҙегеҙ етемде хөрмәт итмәйһегеҙ, 18. һәм ярлыны туйҙырырға өндәмәйһегеҙ. 19. Һәм мираҫты ашап бөтөрәһегеҙ. 20. Һәм байлыҡты сиктән тыш яратаһығыҙ. 21. Юҡ һәм юҡ! Ҡасан Ер киҫәк-киҫәк емерелеп тигеҙләнһә, 22. һәм Раббың килһә, һәм фәрештәләр саф-саф булып килһәләр, 23. һәм шул көндө тамуҡты килтерерҙәр, ул көндө кеше иҫенә төшөрөр, әммә был иҫкә төшөрөү уға нимәгә инде? 24. Ул: «Әгәр мин үҙ тормошом өсөн алдан әҙерләгән булһам ине!» — тип әйтер. 25. Ул көндө Уның ғазабы менән һис кем ғазап ҡылмаҫ, 26. һәм Уның бәйләүе менән һис кем бәйләмәҫ. 27. Эй һин, тынысланған йән! 28. Риза булып һәм ризалыҡ алып, үҙ Раббыңа ҡайт! 29. Минең ҡолдарым араһына ин! 30. Минең йәннәтемә ин!

Һылтанмалар

үҙгәртергә

http://www.falaq.ru/quran/arab/89


  • Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә