Әлмөхәмәтов Илдар Әмин улы

Әлмөхәмәтов Илдар Әмин улы (рус. Альмухаметов Ильдар Аминевич; 30 март 1949 йыл) — совет һәм сәнәғәт эшмәкәре, техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995), «Мәләүез районының һәм Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданы» (2019), «Мәләүез минераль ашламалары» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәт ветераны[1] Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[2]. Милләте — башҡорт.

Әлмөхәмәтов Илдар Әмин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 30 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Үрге Юлдаш (Мәләүез районы), Ергән ауыл советы, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик, сәйәсмән, уйлап табыусы
Ғилми дәрәжә фән кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Илдар Әмин улы Әлмөхәмәтов 1949 йылдың 30 мартында Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауыл Советына ҡараған Үрге Юлдаш ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1971 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Мәләүез «Минудобрения» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә хеҙмәт юлын 1973 йылдан инженер вазифаһында башлай, артабан өлкән инженер, заводтың өлкән диспетчеры, етештереү-техник бүлек (ПТО) етәксеһе урынбаҫары, ПТО етәксеһе, көкөрт кислотаһы етештереү етәксеһе, баш инженер, директор, хеҙмәт баҫҡыстарын үтә һәм предприятиеның генераль директоры вазифаһына тиклем үҫкән[3].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Илдар Әмин улы Әлмөхәмәтов — техник фәндәр кандидаты, төп эшенә бәйле фәнни эҙләнеүҙәр, етештереүҙе камиллаштырыу йәһәтенән дә ҙур эш алып бара. Мал аҙығы прециентын, ҡатмарлы минераль ашламаларҙы етештереү ҡеүәтен тиҙләтеп индереүҙә һәм үҙләштереүҙә, аммиак селитраһы, фосфорлы ашламалар етештереүҙә димонийфосфаттың база технологияларын әҙерләүҙә һәм индереүҙә, ҡоро тук ҡатнаштырыуҙы ойоштороуҙа ҡатнаша. Уйлап табыуҙарға авторлыҡ таныҡлыҡтары бар. Баҫма эштәр авторы[4][5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1995 йылда Әлмөхәмәтов Илдар Әмин улы Мәләүез ҡалаһы буйынса 18-се Йылға буйы һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған, Дәүләт Йыйылышы Вәкилдәр Палатаһының Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы ағзаһы булған. Был саҡырылыш 1999 йылға тиклем эшләгән[6]. Ул күп тапҡырҙар Мәләүез ҡала Советы депутаты итеп һайланған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995).
  • «Мәләүез районының һәм Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданы» (2019).
  • Миҙалдары бар

Атаһы Әмин Ҡолмөхәмәт улы — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадроны политругы булған. Фронттан ҡайтҡас, уҡытыусы булып эшләгән, ауылда мәктәп төҙөтөүҙә ҡатнашҡан һәм уның тәүге директоры булған. Йәрәхәттәре арҡаһында иртә вафат булған. Әсәһе Хәзәр Йосопов уҡытыусы. мәктәп директоры булып эшләгән. «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.

Илдар Әмин улы һәм ҡатыны Рәшиҙә Ниғәмәт ҡыҙы ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән[7]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В Мелеузе состоялось торжественное собрание, посвященное 100-летию образованию Республики Башкортостан 2021 йыл 3 октябрь архивланған.
  2. Постановление Палаты Представителей Государственного Собрания РБ от 26.04.1995 N ПП-16 «Об утверждении состава Комитета Палаты Представителей Государственного Собрания Республики Башкортостан по промышленности, строительству, транспорту, связи, энергетике и предпринимательству» 2021 йыл 9 апрель архивланған.
  3. Альмухаметов Ильдар Аминевич//Свободная энциклопедия Урала 2019 йыл 2 ноябрь архивланған.
  4. Альмухаметов Ильдар Аминевич 2019 йыл 2 ноябрь архивланған.
  5. Изобретатель АЛЬМУХАМЕТОВ ИЛЬДАР АМИНОВИЧ является автором следующих патентов
  6. Постановление Палаты Представителей Государственного Собрания РБ от 26.04.1995 N ПП-16 «Об утверждении состава Комитета Палаты Представителей Государственного Собрания Республики Башкортостан по промышленности, строительству, транспорту, связи, энергетике и предпринимательству» 2021 йыл 9 апрель архивланған.
  7. Из поколения созидателей(недоступная ссылка)
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә