Әлмәнкүл
Әлмәнкүл (рус. Альменколь) — Рәсәй, Ҡурған өлкәһе Әлмән районындағы күл.
Әлмәнкүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡурған өлкәһе |
Урынлашыуы
үҙгәртергәӘлмәнкүл Ҡурған өлкәһе Әлмән районындағы Әлмән ауылының көнбайышыраҡ яғында урынлашҡан. Екатеринбургтан Әлмәнкүлгә тиклем — 370 км, Каменск-Уральский аша — 360 км. Географик координаттары: киңлеге — 54°57′9″N (54.952568), оҙонлоғо — 63°33′19″E (63.555384)[2].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Тубыл йылғаһы, Уй йылғаһы ҡушылған урындан Ҡурған ҡалаһына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500311111200004902
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 211200490
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Уртаса тәрәнлек: 3м
- Иң ҙур тәрәнлек: 4м
- Һыуҙың үтәҙеклеге, таҙалыҡ: Таҙа
- Һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтары: Кәртәмеш
- Майҙаны: 5,92км2
- Төбө: ләмле
Һыу ятҡылығы ситтән күренеп тормай, һыуы сөсө. Һыу кимәле яуым-төшөм һәм ташҡын иҫәбенә туплана. Ярҙары тигеҙ, ярлауһыҙ. Тәрәнлеге аҡрынлап арта бара. Көнбайыштан күбеһенсә һаҙланған, үлән баҫыусан.
Ландшафт күбеһенсә асыҡ майҙанлы, һирәкләп ваҡ сауҡалыҡтар һәм башҡа япраҡлы урмандар осрай. Көньяҡ һәм көнсығыш ярҙары булап буйлап Әлмән ауылы урамдары һуҙылып киткән. Көньяҡ яры буйлап автомобиль юлы үтә[4]
Фаунаһы
үҙгәртергәКүл һыуын ҡаплаған үҫемлектәр ҡоштарҙың күпләп үрсеүенә булышлыҡ итә.
Күлдә табанбалыҡ, алабуға, сабаҡ үрсей. Күлгә 2012 йылда Әлмән балыҡсылыҡ хужалығы пелядь ебәргән, хәҙер уны сәнәғәт кимәлендә аулайҙар. Һыу ятҡылығы менән 2029 йылдың 27 февраленә тиклем сәнәғәт кимәлендә «Әлмән балыҡсылыҡ хужалығы» ЯСЙ-һы файҙалана[2].
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы ла, тарихы ла янындағы татар ауылы Әлмән тарихы менән бәйле. Улар Ҡазан ханлығы емерелгәндән һуң Урал аръяғына күсенеп килгәндәр (1551—1556). Иҫәт йылғаһының бер ҡушылдығына килеп еткәс, улар шунда урынлашырға булалар. 1720 йылда ауыл халҡының күпселек өлөшө тарихи башҡорт ерҙәренә — Әлмән күленең көнсығыш ярына күсенә һәм унда Әлмән биҫтәһенә нигеҙ һала. Беренсе булып күл буйында йортон Әлмән исемле кеше һала. Ауыл да, күл дә уның исемен йөрөтә башлай[5]