Әкәүәҙ  (рус. Акаваз) — йылға. Башҡортостандың Күгәрсен районы биләмәләре аша аға. Ағиҙелдең һул ҡушылдығы.

Әкәүәҙ
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 224 метр
Оҙонлоҡ 13 km
Карта

Әкәүәҙ

Географияһы

үҙгәртергә

Йылға оҙонлоғо 13 км (Ҡоро Әкәүәҙ башынан)[2]. Йомағужа һыуһаҡлағысынан көньяҡтараҡ урмандар биләмәләрендә аға. Ямантауҙың көнбайыш битләүендә (Көньяҡ Урал тауҙары алды), Бикбулат ауылынан төньяҡҡа табан 11 км алыҫлыҡта баш ала [3]. Төньяҡ-төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә ағып, Йомағужа ГЭС-ынан 16 км өҫтәрәк Йомағужа һыуһаҡлағысына ҡушыла[4] (Ағиҙел тамағынан 965 км алыҫлыҡта).

Түбәнге ағымы «Башҡортостан» милли паркы территорияһы аша тамағы эргәһендә йылға кимәленән 200 метр бейеклектә ярлауҙары булған тәрән үҙәндән аға[3]. Йылға бассейнында ауылдар юҡ.

Төп ҡушылдығы (һул ярҙан): Кәмиә.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел Йомағужа һыуһаҡлағысынан Арский ташы һыу үлсәү посына тиклем, бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел. Йылға бассейны — Кама[2].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212211100017635[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 «Акаваз (Сухой Акаваз)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. 3,0 3,1 Лист карты N-40-114. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
  4. Федеральное агентство водных ресурсов. Правила использования водных ресурсов Юмагузинского водохранилища (2016).