Әзрәҡә

башҡорт мифологияһында яуыз йән эйәһе

Әзрәҡә — ғәрәп теленән — яуыз, алдаҡсы, яуыз дошман, башҡорт мифологияһында яуыз йән эйәһе[1].

Әзрәҡә

Әзрәҡә — «Урал‑батыр» эпосы персонажы. Һыу аҫты һәм ер аҫты донъяһы дейеүҙәре батшаһы, тылсымлы Йәншишмә тере һыу шишмәһенең хужаһы. Кешеләрҙе буйһондороп, ерҙә батшалыҡ итер өсөн, Әзрәҡә Самрау батшанан Һомайғошто, Аҡбуҙатты һәм тылсымлы көс биргән алмас ҡылысын алырға ынтыла. Был йәһәттән уға Шүлгән, йыландар батшаһы Ҡәһҡәһә, уның улы Зәрҡүм ярҙам итә. Урал батыр Әзрәҡәне лә, бар дейеүҙәрҙе лә юҡ итә. Риүәйәт буйынса, Әзрәҡәнең ҡырҡылған кәүҙәһе урынында Ямантау (Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы) барлыҡҡа килгән[2][3][4]

Башҡорт мифологияһының Әзрәҡә, Ҡәһҡәһә һәм Зәрҡүм исемле персонаждары иран донъяһы менән бәйле. Атап әйткәндә, Зәрҡүм, фонетик вариантында «Зергам» иран телдәренән «арыҫлан» («лев») мәғәнәһендә тәржемә ителә, ә Әзрәҡә зороастрия текстарында Азарак формаһында теркәлгән. Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосында Зәрҡүм — Арыҫлан йондоҙлоғо символы булып тора. Башҡорт мифологияһындағы Ҡәһҡәһә — аждаһа һымаҡ әшәке һәм зыянлы заттарҙың ун ике башлы батшаһы һәм Ҡош юлын символлаштыра[5].

Был персонаждар Көньяҡ Уралда һәм уға сиктәш ерҙәрҙә урындағы иран телле сармат-алан һәм ситтән килгән төрки телле ҡәбиләләр нигеҙендә формалашҡан боронғо төрки телле халыҡтарҙың береһе булған башҡорт мифологияһында иран йоғонтоһо көслө икәнен раҫлай[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998
  • А. С. Мирбадалева. Башкирский эпос «Урал‑батыр» //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып.4.
  • Аминев З. Г., Ямаева Л. А. Элементы древних иранских верований в традиционном сознании башкир // Иран-наме. — Алматы, 2010. № 4. С. 97-109.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә