Әзербайжан дәүләт һынлы сәнғәт академияһы

Әзербайжан дәүләт һынлы сәнғәт академияһы (әзерб. Azərbaycan Dövlət Rəssamlıq Akademiyası ингл. Azerbaijan State Academy of Fine Arts) — 2000 йылда ойошторолған Әзербайжан юғары һынлы сәнғәт уҡыу йорто. Әзербайжанда тәүге художество юғары уҡыу йорто булып тора.

Әзербайжан дәүләт һынлы сәнғәт академияһы
әзерб. Azərbaycan Dövlət Rəssamlıq Akademiyası
Нигеҙләү датаһы 2000
Ректор Алиев, Натик Кямал оглы[d][1]
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Урын Баҡы
Рәсми сайт adra.edu.az
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Азербайджанской академии художеств[d]
Карта
 Әзербайжан дәүләт һынлы сәнғәт академияһы Викимилектә

Тарих һәм бөгөнгө замана

үҙгәртергә

Советтар Союзы тарҡалыуы, Әзербайжандың СССР Художество академияһының уҡыу-методик базаһыҙ ҡалыуына килтерҙе. Азербайжан дәүләт художество академияһының база моделе сифатында Рәсәй художество академияһы алынған була һәм уның менән һәр саҡ тығыҙ ижади бәйләнештәр өҙөлмәй.

Фән департаменты

үҙгәртергә

Художество академияһының «Фән департаменты» эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәрҙе планлаштырыу һәм тормошҡа ашырыу, аспиранттар һәм докторанттар әҙерләү, уҡытыу өсөн кәрәкле уҡыу пособиелары әҙерләү.

Ошо осорҙа кафедра 15 монография, 30 дәреслек, 60-ҡа яҡын методик әсбап, 1 антология һәм 1 альбом баҫтырып сығарған.

Академияла даими рәүештә республика һәм халыҡ-ара конференциялар, симпозиумдар, ижади күргәҙмәләр үткәрелә.Фән департаментында студенттар ғилми ижади йәмғиәте эшләй. Әлеге йәмғиәттә рәссамдар ҙа бар. Академия студенттары һәм аспиранттары студент ғилми конференцияларында һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Әлеге ваҡытта фән департаментын Ниғмәтулла Ахундов етәкләй.[2].

Структураһы

үҙгәртергә

Академияла 102 профессор-уҡытыусы, шул иҫәптән 2 фән докторы, 13 профессор, 7 фән кандидаты һәм 13 доцент эшләй. Бөгөн Әзербайжан Дәүләт һынлы сәнғәт академияһында 800-ҙән ашыу студент белем ала..

Әлеге ваҡытта академияла түбәндәге һөнәрҙәр күрһәтелгән:

— Һынлы сәнғәт (көндөҙгө)
— Графика (көндөҙгө)
— Архитектура (көндөҙгө)
— Дизайн (көндөҙгө)
— Декоратив сәнғәт (көндөҙгө)
— Скульптура (көндөҙгө)
— Нәфис тәнҡит (көндөҙгө)
— Һынлы сәнғәт

Академия ректоры — Омар Ғасан оғлы Эльдаров[3].

Факультеттар

үҙгәртергә

Архитектура һәм дизайн

үҙгәртергә

2001 йылда Әзербайжан дәүләт һынлы сәнғәт академияһын ойошторғанда тәжрибәле архитектор, Әзербайжан Архитектура союзы ағзаһы, Ҡазим Алишир Агабеков «Архитектура» кафедраһын булдырыу өсөн академияға саҡырылған. Әлеге ваҡытта «Архитектура» кафедраһында 18 профессор-уҡытыусы эшләй. Уларҙың береһе — сәнғәт фәндәре докторы, өсөһө — профессорҙар, икеһе — доценттар. Әлеге ваҡытта кафедра мөдире — Мамедова Гюләр Гюль аға гызы.

Архитектура кафедраһының төп маҡсаты — студенттарҙы юғары кимәлдәге дизайнер һөнәрҙәренә, профессиональ архитектураға һәм хәҙерге талаптарға яуап биргән интерьерҙарға әҙерләү. Йәш тамамлаусылар шулай уҡ педагогик эшмәкәрлеккә йәлеп ителә.

Биҙәү-ҡулланма сәнғәте

үҙгәртергә

Биҙәү-ҡулланма сәнғәт факультеты 2013 йылдың 12 июлендәге 46-11-4146 / 17-се һәм Әзербайжан Республикаһы Мәғариф министрлығының 2013 йылдың 8 июлендәге Ғилми советы ҡарары нигеҙендә эшләп килә. Факультетта «декоратив сәнғәт» һөнәре буйынса бакалавр һәм магистр дәрәжәһе бар (Художестволы балаҫ, Художестволы туҡыма, Художестволы керамика, Художестволы металл, Художестволы быяла).

2017 / 2018 уҡыу йылында «Декоратив-ҡулланма сәнғәт» факультеты уҡытыусылар составы 21 кешенән тора. Факультет 2 кафедра — «Балаҫ һәм туҡыма сәнғәте сәнғәте» һәм «Керамика, быяла һәм металдың сәнғәте» кафедраларынан тора. 3 профессор, 7 доцент, 11 өлкән уҡытыусы, 4 уҡытыусы бар. Факультетта уҡытыу ойошмаһы биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең милли традицияларына һәм хәҙерге заман талаптарына ярашлы үҫешә. Факультетта студенттар һәм аспиранттар өсөн махсус әҙерлек формаль уҡытыу формаһында тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта бакалавр дәрәжәһенә — 228 студент, магистратура дәрәжәһенә 17 студент белем ала. Бакалавр дәрәжәһе буйынса 46 студент дәүләт заказы буйынса һәм 182 студент түләүле нигеҙҙә белем ала. Магистратурала 8 студент — дәүләт заказы буйынса, ә 9 студент түләүле нигеҙҙә белем ала. Улар араһында Иран, Грузия, Ҡытай һәм Рәсәй студенттары бар[4].

Һынлы сәнғәт

үҙгәртергә

Һынлы сәнғәт факультеты академияның ойошторолоуынан алып эшләй. Һынлы сәнғәт факультетында 3 һөнәр буйынса белем бирәләр: «Графика», «Рәсем» һәм «Скульптура». Һынлы сәнғәт факультетында магистр дәрәжәһен алыу өсөн — 4 йыл һәм магистр өсөн 1.5 йыл тәшкил итә. Был факультетта 4 кафедра эшләп килә: «һынлы сәнғәт», «Графика», «Академик һынлы сәнғәт һәм композиция» һәм «Скульптура».

Сәнғәт ғилеме

үҙгәртергә

Факультетта «Сәнғәт тарихы» һәм «Гуманитар һәм йәмәғәт фәне» кафедралары эшләй. Факультет үҙ эшмәкәрлеген Әзербайжан Республикаһын булдырыу тураһындағы ҡануниәт һәм норматив документтар нигеҙендә көйләнә. Дәрестәр әзербайжан телендә алып барыла. Факультетта уҡытыу-методика һәм ғилми эште координациялау «Юғары уҡыу йортоноң факультет советы тураһында» ғы положениеға ярашлы ойошторола һәм факультет деканы рәйеслегендә факультеттың ғилми советы менән тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта факультетта ҡулланылған уҡытыу пландары балон системаһына ярашлы әҙерләнә[5].

Иҫкәрмләр

үҙгәртергә
  1. https://president.az/ru/articles/view/58969
  2. ADRA – Azərbaycan Dövlət Rəssamlıq Akademiyası | Департамент науки. www.azra.edu.az. Дата обращения: 14 февраль 2019. 2019 йыл 15 февраль архивланған.
  3. yellowpages » «Азербайджанская Государственная Академия Художеств» (ингл.). Дата обращения: 14 февраль 2019.
  4. ADRA – Azərbaycan Dövlət Rəssamlıq Akademiyası | Декоративно-прикладное искусство. www.azra.edu.az. Дата обращения: 14 февраль 2019. 2019 йыл 15 февраль архивланған.
  5. ADRA – Azərbaycan Dövlət Rəssamlıq Akademiyası | Sənətşünaslıq (әзерб.). www.azra.edu.az. Дата обращения: 14 февраль 2019. 2019 йыл 15 февраль архивланған.

Тышҡы һылтанмалар

үҙгәртергә