Әзербайжанда ислам

Әзербайжан халҡының күпселеге Ислам динен тота; Pew Research тикшеренеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылда ил халҡының яҡынса 99,2 проценты мосолман булған[1], Кавказ мосолмандар идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, шуларҙың мосолман динен тотоусы 85 % — шиғыйҙар (Жәғәфәри мәҙһәб), ҡалған 15 % -ын сөнниҙәр (башлыса Шәфиғи мәҙһәб) тәшкил иткән[2].

Баҡы мәсете күренеше менән панорама


Әзербайжанда Ислам
Ислам Процент
Шиғыйҙар
  
85 %
Сөнниҙәр
  
15 %

Хәҙерге Әзербайжан биләмәһенә ислам VII быуат уртаһында ғәрәптәр Кавказ аръяғына баҫып ингән ваҡытта үтеп инә. Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифә заманында ғәрәптәр 642 йылда Иран Әзербайжаны яғынан Фарсы Әрмәнстанының Нахичевань өлкәһенә һөжүм итә, уны ала һәм талай. Ир-аттың күптәрен үлтергәндәр, ә башҡаларын, ҡатындары һәм балалары менән бергә Джульфин кисеүе аша Аракс аръяғына сығарып, әсирлеккә алып киткәндәр. Ғәрәп тарихсыһы әл-Бәләҙири хәбәр итеүенсә, 654 йылда Усман ибн Әффан хәлифәнең бойороғо буйынса ғәрәп полководецы Сәлмән ибн Рабиға әл Бәхили бик күп төбәктәрҙе яулап ала.

 
VIII быуаттың йома мәсете емереклектәре. Шәмәхә. 1902 йыл

Хижәп йөрөтөү тирәләй конфликт

үҙгәртергә

2010 йылдың 9 декабренда Әзербайжандың мәғариф министры Мисир Мәрҙәнов урта мәктәп уҡыусылары мәктәпкә хижәп кейеп йөрөргә тейеш түгел тип иғлан итә[3]. Мәғариф министры аңлатыуынса, «мәктәптәрҙә кейем-һалым буйынса аныҡ билдәләнгән ил закондары бар»[4]. Әммә был диндарҙар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм хижәбты яҡлап ҡаршылыҡ акцияларына килтерә.[5].

2011 йылдың 2 ғинуарында Әзербайжан Ислам Партияһы лидеры Мөвсүм Самедов мәктәптә хижәп йөрөтөүҙе тыйыуға ҡәтғи ҡаршы сыға һәм властарҙың сәйәсәтен тәнҡитләй, "әзербайжан халҡы күтәрелергә һәм деспотик режимға нөктә ҡуйырға тейеш" тип иғлан итә[6]. Бер нисә көндән һуң ул һәм тағы бер нисә партия ағзаһы башта хулиганлыҡта ғәйепләнеп, ҡулға алына, ә һуңынан теракт әҙерләүҙә, законһыҙ ҡорал һәм шартлатҡыс матдәләр һаҡлауҙа, шулай уҡ власты көсләп тартып алырға йыйыныуҙа ғәйепләнә[7]. Шул уҡ йылдың октябрендә суд ИПА-ның ете ағзаһын, шул иҫәптән партия рәйесен дә, төрлө сроктарға-10 йылдан 12 йылға тиклем иректән мәхрүм итә[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. MAPPING THE GLOBAL MUSLIM POPULATION. A Report on the Size and Distribution of the World's Muslim Population. Pew Research Center (октябрь 2009). Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 19 май архивланған.
  2. Religion. Administrative Department of the President of the Republic of Azerbaijan — Presidential Library. Архивировано 21 август 2011 года. Религия. Управление делами Президента Азербайджанской Республики — Президентская библиотека
  3. Р.Рустамов. Власти не боятся иранского аятоллу, Zerkalo.az (6 ғинуар 2011).(недоступная ссылка) Проверено Апрель 2019.
  4. В Баку произошли столкновения между верующими и полицией, ИА REGNUM (10 декабрь 2010). 27 апрель 2020 тикшерелгән.
  5. В.И.Сажин. Иран: декабрь 2010 г. Военно-политическая ситуация, Институт Ближнего Востока. 15 февраль 2012 тикшерелгән.
  6. Б. Сафаров. Председатель Исламской партии ответил на вопросы на суде, echo-az.com (6 ғинуар 2011).
  7. Лидера Исламской партии Азербайджана обвинили в подготовке переворота, "Лента.Ру" (21 ғинуар 2011). 27 апрель 2020 тикшерелгән.
  8. Вынесен приговор членам Исламской партии Азербайджана, Агентство Международной информации TREND (7 октябрь 2011). 15 февраль 2012 тикшерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә