Әбсәләмов Рафаил Риза улы

ЮС депутаты

Әбсәләмов Рафаил Риза улы (рус. Абсалямов Рафаил Ризович9 май 1950 йыл — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, санитар-табиб. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Әбсәләмов Рафаил Риза улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 9 май 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Темәс, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип

Биографияһы

үҙгәртергә

Рафаил Риза улы Әбсәләмов 1950 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1968 йылда һөнәри-техник училище тамамлағандан һуң Магнитогорск ҡалаһында «Уралдомнаремонт» төҙөлөш идаралығында электрогазосварщик булып эшләп башлап ебәрә.

1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ул тыуған районындағы «Һәүәнәк» совхозында электрогазосварщик булып эшләүен дауам итә.

1972—1978 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡый.

1978 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала санитария-эпидемия станцияһында коммуналь гигена бүлеге мөдире булып эшләй.

1990 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы 127-се Красногвардейский һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

БАССР Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссияһы ағзаһы була[2][3]

Артабан Стәрлетамаҡтың тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәте етәксеһе булып эшләй[4]

Өйләнгән, ғаиләлә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. 12 созыв (БАССР)
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
  4. Стерлитамак — самый чистый город

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 16.

Һылтанмалар

үҙгәртергә