Әбделғужин Бәхтийәр Ғәбделәхәт улы
Әбделғужин Бәхтийәр Ғәбделәхәт улы — 1924 йылда 24 июндә Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылында күп балалы ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башта Үрта Муйнаҡ ете йыллыҡ, аҙаҡтан Абзан урта мәктәбендә белем алған, немец телен бик ҙур теләк менән өйрәнгән.
Һуғышта ҡатнашыуы
үҙгәртергә1942 йылдан алып, 18 йәшенән, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә өлгәшкәнгә тиклем яуҙарҙа ҡатнашҡан, 1947 йылда ғына өйөнә ҡайтып төшкән. Һуғышта ул немец теленән тәржемәсе лә булған. 1945 йылдың 9 майында ул саҡта әле гвардия рядовойы Әбделғужин 75-се хәрәкәттәге танк ремонтлау базаһының слесарь-монтажнигы булған һәм «За боевые заслуги» тигән миҙал менән бүләкләнгән.
Уны Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң бик күп йылдар үткәс Дора Насс исемле бер немец ҡатыны эҙләүе билдәле була. Баҡһаң, совет һалдаттары Берлинға килеп ингәс, ул саҡта үҫмер генә йәшендә булған ҡыҙҙың йорто бомба аҫтында ҡалып емерелгән була.
Дора үҙ яҡындары менән, эҙләп йөрөй торғас, тотош уҡ емерелмәгән бер йорт күреп, шунда бүлмәне биләйҙәр ҙә, урамға сығып сиҙәмгә ултыралар. Шул саҡ Дора арбала ултырып килгән тәүге совет һалдатын күреп ҡала. Егет арбанан төшә лә, яндарына килеп… саф алманса һүҙ ҡуша.
«Минең өсөн тыныс тормош шулай башланды, — тип һөйләгән хәҙер инде оло йәштәге фрау Дора. — Ул яныбыҙға ултырҙы. Оҙаҡ һөйләштек. Ул миңә үҙ ғаиләһе тураһында һөйләне, мин уға — үҙебеҙҙе. Икебеҙ ҙә һуғыш бөткәнгә шул тиклем шат инек. Нәфрәт тә, ҡурҡыу ҙа юҡ ине был урыҫ һалдаты алдында. Мин уға үҙ фотомды бүләк иттем, ә ул миңә — үҙенекен. Фотографияла уның фронттағы почта номеры яҙылғайны. Өс көн ул беҙҙә, ошо емерек йорт мөйөшөндә йәшәне. Беҙ йәшәгән йортҡа ул „Танкистар урынлашҡан“ тигән яҙыу элеп ҡуйҙы. Шулай итеп ул беҙҙең торлаҡты ла, бәлки ғүмеребеҙҙе лә һаҡлап ҡалғандыр. Уның менән осрашыуҙы мин мөғжизә тип һанайым. Шул кешелекһеҙ осорҙа ул кеше булып сыҡты!» Һалдат Борис Аддулгужин тип яҙылған фотоһын иҫтәлек итеп ҡалдыра[1].
Дора был таныш булмаған һалдатты ғүмере буйы хәтерендә тота, эҙләй. Тик яуап ала алмай. Тик 2010 йылда ғына алман журналисткаһы, эҙләнеүҙәр алып бара торғас, Борис Абдулгужин тигән был кешенең Башҡортостанда йәшәп, 1984 йылда вафат булып ҡалғанын белә[2].
Һуғыштан һуңғы тормош юлы
үҙгәртергәҺуғыштан ҡайтҡас, Бәхтиәр Әбделғужин Үрге Муйнаҡ ауылында МТС-та эшләгән, аҙаҡ төҙөлөштә бригадир булған. Бәхтийәр Ғәбделәхәт улы намыҫлы хеҙмәте менән ауыл халҡының ихтирамын ҡаҙанған, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индергән.
Ғаилә ҡороп, алты ҡыҙы, бер улы донъяға килгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәГүзәл Ситдиҡова. Халҡымдың бөйөклөгөн ошо һалдат ҡылғаны менән үлсәр инем. — «Киске Өфө», 2013, 23-29 март
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гүзәл Ситдиҡова. Халҡымдың бөйөклөгөн ошо һалдат ҡылғаны менән үлсәр инем. — «Киске Өфө», 2013, 23-29 март
- ↑ https://snob.ru/profile/24658/blog/71532 2015 йыл 2 ноябрь архивланған.