Һөйәмә (тау)

Белорет районы

Һөйәмә - (рус. Суяме, ингл. Gora Suyame) - Рәсәйҙәге Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына ингән тау [2] .

Һөйәмә
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Белорет районы
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Ямантау яғына яҡын урынлашҡан. Межгорье ЗАТО-һы -Солнечный ҡасабаһы биләмәһенә инә [3]

Географик координаттары: 54°9'7"N 58°0'42"E

Иң бейек түбәһе - Юша, төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә. Бейеклеге - 1133 м.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Түбәһе ҙур көмбәҙ рәүешле, һырттың буйына һуҙылып киткән. Өҫтө яҫы, яйла.

Ҡатнаш урмандар менән ҡапланған, үңерҙәрендә - альп туғайҙары, һирәк ағаслыҡтар. Төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә текәлеге 15–20 градусҡа етә [4].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Атама башҡорт телендәге "һөйәү" һүҙенән килеп сыҡҡан: һөйә+мә (һүҙ яһаусы аффикс). Тау бер-береһенә һөйәлеп торған кеүек таш бағаналарҙан, ҡаяларҙан хасил. Ғәҙәттә "һөйәмә" һүҙе урманда бер-береһенә һөйәп әҙерләнгән утынға ҡарата ҡулланыла (Белорет районының хеҙмәт ветераны 1930 йылғы Ғәзиз Ситдиҡовтан яҙып алынған) [5]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Гора Суяме
  3. гора Суяме
  4. УРАЛ. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 600-сө бит

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 600-сө бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был география буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.