Һәүбән
Һәүбән — «Аҡбуҙат» ҡобайырының төп геройы, Сура батырҙың улы, Урал батырҙың ейәне[1][2].
Һәүбән | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҺәүбән — ҡарт олатаһы Урал батырҙың данлы эштәрен дауам итеүсе, кешеләрҙең бәхете, социаль ғәҙеллек өсөн көрәшсе булып сығыш яһай. Атаһы Сура батырҙың саҡматаш мылтығынан атып, Һәүбән алтын өйрәк йәки һыу аҫты батшаһы Шүлгәндең ҡыҙы Нәркәс менән таныша[3]. Егет, ҡыҙҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һала, сабырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, Аҡбуҙатты яулап ала.
Аты Аҡбуҙат һәм Урал батырҙың булат ҡылысы ярҙамында Һәүбән яуыз көстәрҙе ҡыйрата. Уның ихтыяры буйынса Шүлгән — гөбөргәйелгә, Кәһҡәһә — ярғанатҡа, дейеүҙәр һөйрәлеүселәргә һәм һөлөктәргә әүерелә. Һәүбән, Шүлгәндең күлен ҡылыс менән киҫә лә, ҡоро ер барлыҡҡа килтерә. Мәсем ханды үлтерә һәм уның ҡолдарына азат тормош бүләк итә, кәләше Нәркәстең атаһының көтөүҙәрен фәҡирҙәргә өләшеп бирә. Мәсем хан тарафынан ҡоллоҡҡа һатылған ете батырҙы азат итеп, уларҙы ете башҡорт ырыуы башлығы итеп ҡуя. Аҡҡоштарға — Һомай тоҡомдарына һунарҙы тыя.
Персонаж шулай уҡ «Минәй батыр менән Шүлгән батша» эпосында һүрәтләнә — әкиәттең төп геройы Шүлгән тотҡонлоҡта тотҡан 82 йәшлек Һәүбәнде азат итә[4][5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Мирбадалева А. С. Башкирский народный эпос // Башкирский народный эпос. М., 1977
- Галин С. А. Башкирский народный эпос. Уфа, 2004.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ХАУБАН, персонаж эпоса
- ↑ Легенда об «Акбузате»
- ↑ ХАУБАН, персонаж эпоса
- ↑ ХАУБАН, персонаж эпоса
- ↑ Мирбадалева А. С. Башкирский народный эпос // Башкирский народный эпос. М., 1977