Һөлөктәр
Викидатала элемент тултырылмаған |
Һөлөктәр (лат. Hirudinea) — балдаҡлы селәүсендәр ярым класы. Күпселеге сөсө һыуҙа йәшәй. Барлығы 400—500 төр һөлөк бар тип иҫәпләнә. Рәсәйҙә 62 төрө осрай[1].
Һөлөктәр — гермафродиттар.
Төҙөлөшө
үҙгәртергәТөрҙәренә ҡарап оҙонлоғо төрлөсә - бер нисә миллиметрҙан тиҫтәләрса сантиметрға етә. Иң эре төрө — Haementeria ghilianii (до 45 см).
Тәндәренең баш һәм артҡы осонда имгестәр бар. Артҡы осо алғыһына ҡарағанда ҡеүәтлерәк. Артҡы юлы аҫҡы имгесенән өҫтәрәк урынлашҡан. Кәүҙәһенең эсе күберәк паренхима. Нерв системаһы әҙ төклө селәүсендәрҙекенә оҡшаған. Алғы имгесе төбөндә ауыҙ ҡыуышлығы, шунан йотҡолоғо башлана. Томшоҡло һөлөктәрҙең (Rhynchobdellida отряды) йотҡолоғо тышҡа сығарыла ала. Яңаҡлы һөлөктәрҙең (мәҫәлән, медицина һөлөгө) ауыҙ ҡыуышлығында өс хәрәкәтсән хитин яңаҡ урынлашҡан, шулар ярҙамында улар тирене тишә.
Күпселек төрҙөре тән тышсаһы аша тын ала, әммә ҡайһы берҙәренең айғолағы бар. Бүлендектәре метанефридиялар аша сыға. .
Медицинада медицина сөлеге еш кулланыла[2].
Туҡланыуы
үҙгәртергәҺөлөктәр умыртҡалыларҙың, моллюскыларҙың, селәүсендәрҙең һәм башҡаларҙың ҡаны менән туҡлана. Шулай уҡ ҡан менән түгел, ә табышын (мәҫәлән, серәкәй ҡарышлауығын, ямғыр селәүсенен) тотошлайы менән йотҡан йыртҡыс төрҙәре лә бар.
Ғәҙәттә һөлөктәр ҡан эсеүсе булһа ла, улар араһында ысын паразиттар юҡ[3].
Гирудотерапия
үҙгәртергәГирудотерапия — һөлөк һалып дауалау. Тирене тишеп ингән һөлөк урында капиллярҙан ҡан сығара, был веналағы ҡанды шыйығайта ала, ҡан хәрәкәтен тиҙләтә, бынан тыш, ҡанға ауыртыуҙы баҫыусы һәм ялҡынһыныуға ҡаршы матдәләр бүленеп сыға. Һөҙөмтәлә ҡан микроциркуляцияһы яҡшыра, тромбоздар ихтималлығы кәмей, [[шеш]тәр ҡайта. Рефлексҡа тәьҫир итә тип фараз ителә.
Медицинала ҡулланылған һөлөктө тәндән спиртлы тампонды баш яғына төртөп,алалар.
Һөлөктәр кешегә күпләп йәбешһә, гирудиноз килеп сыға. Ҡағиҙә булараҡ, һөлөктәр ҡанды һурып туймай тороп, тәндән ысҡынмай. Был 40 минуттан бер нисә сәғәткә тиклем дауам итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Данные о числе видов для России и всего мира на сайте Зоологического института
- ↑ Гирудотерапия 2011 йыл 5 июнь архивланған.
- ↑ Мои дорогие пиявочки 2010 йыл 10 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Лукин Е. И. Пиявки пресных и солоноватоводных водоёмов. — Фауна СССР. 109. — Ҡалып:Л, 1976.
- Рупперт Э. Э., Фокс Р. С., Барнс Р. Д. Зоология беспозвоночных. Т. 2: Низшие целомические животные. — М.: Академия, 2008.
- Пиявки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)