Мәсем хан
Мәсем хан — XV быуаттың 2-се яртыһында йәшәгән Ете башҡорт ырыуы берләшмәһе ханы. Фольклор сығанаҡтары, айырыуса, «Бабсаҡ менән Күсәк» эпосы буйынса билдәле. Башҡорт риүәйәттәренә ярашлы, Мәсем хан ставкаһы Мәсемтау итәгендә (Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы янында) урынлашҡан була. Ҡана йылғаһы (Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы) тамағында ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.
- Сагитов М. М. О башкирском народном сказании «Бабсак и Кусяк» //Фольклоистика в Советской Башкирии. Уфа, 1971.
- Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987.
Һылтанмалар
үҙгәртергәМәсем хан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.