Һәрәм, дөрөҫөрәге харе́м[1] (от ғәр. حرم‎, харам тыйылған, изге урын), йәки сера́ль (итал. seraglio — мосолмандарҙың ҡатындары йәшәгән һарайҙың йәки йорттоң ябыҡ һәм һаҡланған торлаҡ өлөшө. Һәрәмгә инеү хужаға һәм уның яҡын туғандарына ғына рөхсәт ителә. Һәрәмдәге ҡатын-ҡыҙҙар һүрәмимәндәр[1]тип аталған.

Һәрәм
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Харам
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Harem[d]
 Һәрәм Викимилектә
Жан Леон Жером. Һәрәмдә бассейн. 1876

Этимологияһы

үҙгәртергә

Һәрәм һүҙе ғәрәпсә харам һүҙенән килеп сыҡҡан — «тыйылған, изге урын» тигәнде аңлата (ғәр. حرم‎, ғәр. حرام‎ менән бутамаҫҡа, ул бер тамырлы һүҙ, әммә шәриғәттә «тыйылған» тигәнде аңлата)[2]. Төркиҙәр был һүҙҙең яңғырашын йомшарталар һәм урынды аңлатҡан «lik» суффиксын өҫтәйҙәр. Ирҙең бүлмәләрен төрөктәр «selamlik» («сәләмләү урыны»)[3]тип аталған.

Һәрәмдең таралған икенсе исеме — сераль. Итальяндар был һүҙҙе фарсы теленән үҙләштергән. Был термин йорттоң ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөн («haremlik») генә түгел, солтан ҡарамағында булған бөтә биналар комплексын да аңлата[4].

Хакимдарҙың һәрәмдәре

үҙгәртергә
 
Джулио Розати. Фаворитка һайлау

Һәрәмдәр, күренеш булараҡ, Ғәббәсиҙәр хәлифәләре идара иткән осорҙа барлыҡҡа килгән һәм артабанғы ислам хакимдарының буласаҡ һәрәмдәре өсөн моделгә әйләнгән. Тәүге Ғәббәсиҙәр хәлифәләре заманында идара итеүсе ғаиләнең ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ хужалығы, хатта ир туғандарыныҡына оҡшаш һарайҙары ла булған. X быуат башына ҡатын-ҡыҙҙар ҙур батша һарайы комплексында йомоҡ ғүмер иткән, һәм һәрәм айырым бер структураға әйләнгән. Мәҫәлән, X быуат уртаһы яҙыусыһы Мәсғүди, Һарун әр-Рәшиттең хурамын ҡараған Яхья Бармаҡид төнгөлөккә ҡапҡаларҙы бикләп ҡуйған да асҡысты өйөнә алып ҡайтҡан, тип раҫлай.

Әкренләп хәлифә һәрәме зиннәтле йомоҡ мөхитен һәм ҡанһыҙлыҡ, ҡурҡыныс ҡатыш енси ҡуҙғыу араһындағы айырым йомоҡ донъяның фантастик образы кеүек ҡабул ителгән. Үҙ хеҙмәтселәре менән бергә йәшәүселәр һаны буйынса бер нисә күрһәтмә бар. Һарун әр-Рәшиттең ике меңдән ашыу йырсы һәм һәм хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙы булған. Шунда уҡ уға бала тапҡан егерме дүрт йәриәһе лә йәшәгән.

Ҡыҙҙар төрлө ерҙәрҙән килтерелгән, төрлө мәҙәниәт вәкилдәре булған — ислам закондары ислам дине ҡанундары, ирекле мосолмандарҙы һәм ислам дәүләтендә йәшәгән мосолман булмағандарҙы ла (зимми) ҡол итеп тотоуҙы тыйғанлыҡтан, ғәҙәттә уларҙы сит илдәрҙән килтергәндәр. Ҡайһы бер ҡыҙҙар — хәрби табыш сифатында, ә икенселәре ҡолдар баҙарында һатып алынған. Төньяҡ Африка ярҙарынан бербер ҡол ҡыҙҙары енси ҡараштан юғары баһаланған, һәм бөйөк хәлифә Әл-Мансур үҙе лә уларҙың береһенең улы булған. Әммә IX һәм X быуатта һәрәм аристократияһын тәү сиратта Византия империяһынан килгән грек ҡыҙҙары формалаштырған, һәм тап уларҙың улдары хәлифәләр булған (Васик, Мунтасир, Мөхтәди, Мөтәдид). Башҡа хәлифәләрҙең әсәләре төрөк ҡыҙҙары булған. Мостаин хәлифәнең әсәһе Көнсығыш Европанан славян ҡыҙы була.

 
Гюстав Буланже. Һарай һәрәме

809 йылда Һарун үлгәндән һуң, һирәк осраҡтарҙан тыш, дауамсы хәлифәләр бөтөнләй өйләнмәгән. Батша-әсә һәрәмдә иң төп ҡатын-ҡыҙға әүерелгән. Хәлифәләрҙең ҡыҙҙары һәм ике туған һеңлеләре (кузины) эйә булған һарайҙар хакимдар мөлкәтенә күскән.

Ошондай күренеш ете быуат үткәндән һуң, Ғосман империяһында күҙәтелә. Ғосман Төркиәһе солтандары XV быуаттың икенсе яртыһында өйләнеүҙән туҡтай. Бары 1534 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1530 йылда) Күркәм Сөләймәндең Һүррәмгә (Роксолана) өйләнеүе аптырата, һәм Османдың традиционалистары өсөн кәмһетеүле булып тойола. Солтан үҙенең иғтибарын берҙән-бер ҡатынға туплағанға ла халыҡ борсолоу кисергән — был тәбиғи кеүек тойолмаған һәм солтандың сихырланыуы тураһында имеш-мимештәр таралған.

XVI быуатта йәшәгән солтан фавориткалары, Һүррәм улар араһында ни бары иң уңышлыһы, ысын мәғәнәһендә солтан һәрәме менән идара иткән. XVII быуат башына был хәл үҙгәрә һәм вәлидә-солтан (хакимдың әсәһе) идара итә башлай. Һәрәмдәге бөтә ҡарарҙарҙы ла, солтандың яҙма рөхсәте менән, валидә-солтан ҡабул иткән.

Подданныйҙар өсөн һәрәм

үҙгәртергә

Һәрәм, ғәҙәттә, йорттоң алғы өлөшөндә өҫкө ҡатта урынлашҡан һәм айырым инеү урыны менән йыһазландырылған. Унда ихата һәм баҡса булған. Сәләмлек (ир-ат өсөн) һәм һәрәмлек (ҡатын-ҡыҙ урынлашҡан ярты) асҡысы ғәҙәттә йорт хужаһында һаҡланған бикле ишек менән бүленгән. Ишек янында, уның аша ҡатын-ҡыҙ бешергән ризыҡты ирҙәргә бирә торған ҡапҡас менән ябылмалы тишек йәки люк ҡоролған, сөнки ир-ат бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙ менән бер өҫтәл артында ашамаған[5].

Хайуандарҙа

үҙгәртергә

Шулай уҡ хайуандарҙың полигам төрҙәрендә бер ата тирәһендә күп орғасы төркөмө Гарем тип атала.

Сәнғәттә

үҙгәртергә

Һәрәм темаһы XVII быуатта көнбайыш сәнғәтендә барлыҡҡа килә; рәссамдар һәм яҙыусылар (һуңыраҡ — кинематографистар) ҡатын-ҡыҙҙың енси буйһоноу урынын күҙ алдына килтереүҙәре аша һынландырған[6]. Малек Аллула кеүек колониализмды тикшереүселәр көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарының асылмаларҙағы һүрәттәре лә башлыса көнсығыш ҡатын-ҡыҙ тураһында көнбайыш фантазияларынан һәм тыйылған һәрәмдә уларҙың яҡын юлай алмаҫлыҡ булыуынан ғибәрәт, тип күрһәткән[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Сәләмлек
  • Одалиска
  • Альмея (йырсы, бейеүсе, музыкант ҡатын-ҡыҙ)
  • Гавази (бейеү)
  • Ооку — сёгун һәрәме
  • «Киппым» төркөмө (Төньяҡ Кореялағы «рәхәтлек» бригадаһы)
  • Гарем (жанр)
  • Джали (Jali) Architektur Джарокха (Jharokha) — «һәрәм тәҙрәләре»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Клуг, 2004
  2. Баранов Х. К. Арабско-русский словарь.
  3. Пензер, 2007
  4. Пензер, 2007, Введение
  5. * Блистательные султанские гаремы алмазная смерть и черные евнухи (1 часть)
  6. Anwar, Etin (2004), "Harem", in Richard C. Martin, Encyclopedia of Islam and the Muslim World, MacMillan Reference USA 
  7. Wanted Women, Woman's Wants:The Colonial Harem and Post-colonial Discourse. homepage.villanova.edu. Дата обращения: 15 июнь 2012. Архивировано 4 март 2016 года.
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «һәрәм» мәҡәләһе бар
урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Полигамия