Һыу буйында балыҡсы

телсе- ғалим, һәүәҫкәр балыҡсы Шамил Нафиҡовтың балыҡтар хаҡында китабы

Һыу буйында балыҡсы: балыҡтар хаҡында китап (Начинающему рыболову Башкортостана) башҡорт телсе-ғалимы Шамил Нафиҡовтың китабы. Тәүге тапҡыр 1997 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә донъя күрә[1].

Һыу буйында балыҡсы
Һыу буйында балыҡсы
Жанр

Фәнни-популяр әҙәбиәт

Автор

Шамил Нафиҡов

Төп нөхсә теле

башҡорт

Ижат ителгән ваҡыты

1997

Тәүге тапғып нәшер ителгән

Башҡортостан китап нәшриәте

Суртан

Тәғәйенләнеше

үҙгәртергә

Балыҡ тоторға әүәҫ кешеләргә тәғәйенләнгән китапта автор Башҡортостандағы балыҡтар, йылға-күлдәрҙә балыҡ тотоу үҙенсәлектәре, балыҡ тотоу ҡоралдары һәм ысулдары менән таныштыра, был шөғөлгә бәйле төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр туплай. Китапта һүрәттәр, шиғырҙар, төрлө мәҙәктәр һ.б. урын алған.

Төп өлөш

үҙгәртергә
 
Рәсәйҙә йыш осраған балыҡтар

Шамил Нафиҡовтың китабы туған башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән атаһы менән әсәһенә һәм балыҡсы ҡомарын уятҡан Яйыҡ йылғаһына бағышлап яҙылған.

 
Рыболовные наживки и приманки. Балыҡ тотоу өсөн ем һәм башҡа саралар

Китаптың тәүге бүлектәрендә автор балыҡсыға һәр айҙа ниндәй балыҡ үҙен нисек тотоуы тураһында мәғлүмәт, ҡайһы айҙа ҡайһы балыҡ ауларға йөрөү буйынса кәңәштәр бирә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда ун бер төргә ҡараған балыҡ барлығын белдерә.

Шамил Нафиҡов уҡыусыларҙы рус һәм башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренән өҙөктәр менән, таныштыра. Мәҫәлән, С. Т. Аксаков тәүге тапҡыр Димдә балыҡ тотҡандан һуң был шөғөлдө ташламай, 1847 йылда уның «Балыҡ тотоу тураһында яҙмалары» баҫылып сыға.

Китапта Ғ.Үзбәков, Ғ.Шәмсетдинов (Суртан тураһында), Сабир Шәрипов (табан балыҡ), Ҡадир Даян (Бөгәрсә, йәки йомро сабаҡ), Ш. Нафиҡовтың (опто — ажау) төрлө балыҡтар тураһында бай йөкмәткеле яҙмалары урын алған.

Д. Бураҡаев, Р. Сабитов, Ә. Чаныш, М.Бураҡаева, М. Ғафури, Е. Кучеровтың тәбиғәт, йылға-күлдәргә арналған күҙәтеүҙәре лә бирелгән.

Телсе-ғалим булараҡ Ш. Нафиҡов балыҡтарҙың, төрлө балыҡсылыҡ ҡоралдарының башҡорт һөйләштәрендәге атамаларын да теркәп барған. Мәҫәлән, суртан тураһында яҙмала ул былай ти:

  «Суртандың ерле атамалары төрлө-төрлө. Бына Туҡ һыуының (Ырымбур яҡтарын һыулай) уң ярында ултырған Кесе Юлдаш башҡорттары суртандың йәшенә ҡарап бирелгән исемдәрен ошолай аңлатып бирҙеләр.

— Беҙҙә был йыртҡыс балыҡтың төп исеме — „Суртан“.

— Мысы — беренсе йәшендә.

— Сурағай — икенсе йәшендә, ҡышлап сыҡҡандан һуң.

— Шүкә — ике йәше тулғас, ике ҡыш ҡышлағас.

— Суртан — ике йәше тулғас, уҫал йыртҡыс булып әүерелгәс».

 

Балыҡсылар төрлө мәҙәк хәлдәргә тарый. Бөйөк инглиз яҙыусыһы Ч.Диккенс менән дә шундай хәлдәр булғылаған икәнен Ш.Нафиҡов китабынан беләбеҙ.

XIX быуатта йәшәгән билдәле рус зоологы, натуралист, һунарсы һәм балыҡсы Л. П. Сабанеев, Ғ. Шәмсетдинов, Сабир Шәрипов яҙып ҡалдырған тәбиғәт, балыҡтар тураһында мауыҡтырғыс, тәрән эстәлекле мәғлүмәт менән дә ошо китапта танышырға була.

Китапта Рәсәй, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән балыҡтар тураһындағы яҙмалар, балыҡтан төрлө аш-һыу әҙерләү серҙәре, ашарға ярамаған балыҡтар исемлеге менән танышырға була.

Автор башҡорттарҙың боронғо балыҡ тотоу ҡоралдары һәм ысулдары тураһында ла һөйләй.

Китапта төрлө һынамыштар, йомаҡтар, кроссвордтар, балыҡ исемдәренә бәйле ер-һыу атамаларына ла урын бирелгән. Баҫманың һуңғы биттәрендә автор балыҡ исемдәренең руссаға тәржемәһе (Краткий алфавитный указатель названий рыб), ҡыҫҡаса балыҡ тотоуға бәйле русса-башҡортса терминдар һүҙлеге бирелә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Рыбы Башкирии

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә