Һыуғомаҡ (тау)
Һыуғомаҡ — тау, Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһына яҡын, Силәбенән 90 км, Екатеринбургтан 150 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Һыуғомаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Тарихы һәм географияһы
үҙгәртергәһыуғомаҡ — тау массивтары араһында Ҡыштымдың көнбайыш яғында бейеклеге буйынса икенсе тау (диңгеҙ кимәленән 591 м), был массивтың иң бейек тауы — Егауыҙы тауы менән йәнәш тора (Диңгеҙ кимәленән 607 м).
Һыуғомаҡ тауы — Һыуғомаҡ территориаль-тәбиғәт комплексы составындағы өс өлөштөң (Һыуғомаҡ күле, Һыуғомаҡ йылғаһы һәм Һыуғомаҡ мәмерйәһе) береһе.
Һыуғомаҡ тауы түбәһендә ҡаялы, түбәһенә тиклем битләүҙәре ҡатнаш урмандар һәм һирәк осрай торған үҫемлектәр менән ҡапланған.
Тау итәгендә Һыуғомаҡ күле, 150 м оҙонлоҡтағы өс ҡыуышлыҡтан торған Һыуғомаҡ мәмерйәһе, Марьины слезы шишмәһе һәм Һыуғомаҡ күле янында ҙур булмаған ҡаялы һөҙәк тау — Яланғас түбә (50 м) урынлашҡан.
Топонимикаһы
үҙгәртергәТопонимдарының берҙәм аңлатмаһы юҡ, әммә был яҡтың күп топонимдары һәм гидронимдары кеүек үк башҡорт һүҙенән килеп сыҡҡан. Был топонимды яҡындағы Һыуғомаҡ йылғаһы исеме менән бәйләргә мөмкин, уны башҡортса һыу (һыу)+ҡомаҡ (ҡомаҡ), быны"һыу ҡомағы" тип аңлатырға була. Икенсе фараз боронғо төрки ир-ат исеме менән бәйләй[1], ләкин был версия башҡорт теле ҡағиҙәләренә тап килмәй.