Егауыҙы — Урта Уралдың көньяғындағы тау. Екатеринбургтан 150 км алыҫлыҡта, Силәбе өлкәһенең төньяғында, Ҡыштым ҡалаһынан көнбайышта урынлашҡан. Һыуғомаҡ тауы менән берҙәм тау массивы төҙөй.

Егауыҙы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

География үҙгәртергә

Егауыҙы тауы Һыуғомаҡ йылғаһының урта өлөшөндә һул яҡ ярында, Ҡыштым ҡалаһы эргәһендә, Екатеринбург — Силәбе тимер юлының Кувалжиха станцияһынан 2,5 км көнбайыш-көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Бейеклеге 608 м. Башлыса граниттан һәм сиениттарҙан тора. Ҡатнаш урман менән ҡапланған. Түбәһенән матур күренеш асыла. Итәгендә «Гора Егоза» тау саңғыһы үҙәге эшләй. Көнсығыш итәгендә «Егозинское Бунгало» һәм «На Тихих Прудах» исемле ҡунаҡ йорттары төҙөлгән. Күрше Һыуғомаҡ тауы менән бергә Ҡыштым ҡалаһының гербына ингән[2].

«ЕГОЗИНСКОЕ БУНГАЛО» ҡунаҡ йорто Екатеринбург — Силәбе тимер юлының Кувалжиха станцияһынан 2 км көньяҡта, «Гора Егоза» тау саңғыһы үҙәге эргәһендә урынлашҡан. 16 кешегә иҫәпләнгән. Мунса, һыбай йөрөү, ҡаргиҙәрҙә һәм квадроциклдарҙа Һыуғомаҡ мәмерйәһенә, тауға һәм Аракүл күленә экскурсиялар тәҡдим ителә[2].

Топонимикаһы үҙгәртергә

Атамаһы ек — «ер (тау) ярығы», «тау араһы» һәм ауыҙы — «инеү», «тамаҡ», «горловина», «ауыҙ», йәғни «вход в межгорье» (һүҙмә-һүҙ «тау араһы ауыҙы») һүҙҙәренән төҙөлгән башҡорт топонимын урыҫ теленә күсереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Түбән йылға үҙәне, ысынлап та тау массивтары системаһына асыҡ ишек булып тора. Аңлашылмаған Екауыҙ, Екаҙ, Егауыҙы тигән башҡорт исемдәре урыҫ күскенселәре тарафынан, тауыш оҡшашлығы буйынса, «Егоза» һүҙенә яҡынайтыла. 1931 йылғы СССР-ҙың торф фонды картаһында Ҡыштым ҡалаһы биләмәһендәге йылғаның һәм тимер юл разъезының Еказа исем формаһы осрай[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә