Һыуғомаҡ (күл)
Һыуғомаҡ — Силәбе өлкәһе Ҡыштым ҡалаһы эргәһендә Һыуғомаҡ тауы итәгендәге күл, Силәбенән — 90 км, Екатеринбургтан 150 км алыҫлыҡта ята. Күлдең майҙаны — 3,72 км²[2]. Тәрәнлеге — 3 м . Һыу буйы оҙонлоғо — яҡынса 15 км. Һыуғомаҡ күле — Һыуғомаҡ территориаль-тәбиғәт комплексы составындағы өс өлөштөң (Һыуғомаҡ күле, Һыуғомаҡ йылғаһы һәм Һыуғомаҡ мәмерйәһе) береһе. Күл Ҡыштым ҡалаһы өсөн эсәр һыу сығанағы булып тора. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 258[3] м.
Һыуғомаҡ | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Һыуғомаҡ |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡыштым һәм Силәбе өлкәһе |
Һыуғомаҡ Викимилектә |
Күлдә биш утрау бар: Рыбачий, Малиновый, Охотничий, Утиный һәм Березовый, улар бөтәһе лә, айырыуса аҙаҡҡыһы, ҡыштымдар һәм туристарҙың яратҡан ял итеү урындары.
Күл ошо уҡ исемле йылға һыуы менән туҡлана, йылға Захар тауы янындағы диңгеҙ кимәленән 545,63 бейеклектә башлана. Көнсығыш һәм төньяҡ ярҙары кристалл тоҡомдарынан тора, ҡарағай урманы менән ҡапланған. Бында ерек, тал, ҡарағай һәм башҡа үсемлектәр үҫә.
Һыуғомаҡ күленең төньяҡ ярында Яланғас түбә бар — күл кимәленән 50 м бейеклектәге ҙур булмаған текә ҡаялы һәм битләүҙәре урман менән ҡапланған тау.
Һыуғомаҡ күле дәүләт тәбиғәт ҡомартҡыҙы исемлегенә ингән, уның янында, күл тирәләй ер һөрөү, мал көтөү, шулай уҡ урман ҡырҡыу, төҙөлөштәр тыйылған. Күл тирәһендә бик күп ҡоштар бар, ҡарабаш турғай, сәпсек, алаҡас турғай, барҡылдаҡ, һарығош, ҡарға, тумыртҡа, кәкүк тауыштарын ишетеп була. Күлдә ҡыҫалалар бар.
Күлдән яҡын ғына урман менән ҡапланған тау массивы үтә, иң яҡында ятҡан тауҙар — туғандаш тауҙар Һыуғомаҡ һәм Сугомака һәм Егоза. Күл янында шулай уҡ тәбиғәт ҡомартҡыһы Һыуғомаҡ мәмерйәһе тора.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәДәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500711111200007442[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 «Озеро Сугомак» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты N-41-1. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1988 г.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Озеро Сугомак (рус.). — Информация об ООПТ на сайте информационно-аналитической системы «Особо охраняемые природные территории России» (ИАС «ООПТ РФ»): oopt.aari.ru. Дата обращения 11 декабря 2019.