Һыуғомаҡ мәмерйәһе

Һыуғомаҡ мәмерйәһе — Уралда, Һыуғомаҡ тауының көнсығыш битләүендә, Ҡыштым ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан.

Һыуғомаҡ мәмерйәһе
урыҫ Сугомакская пещера
Һыуғомаҡ мәмерйәһенә инеү урыны
Һыуғомаҡ мәмерйәһенә инеү урыны
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионСиләбе өлкәһе
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Оҙонлоғо123 м
һыйҙырышлы тоҡомдармәрмәр 
Рәсәй
Красная точка
Һыуғомаҡ мәмерйәһе
Силәбе өлкәһе
Красная точка
Һыуғомаҡ мәмерйәһе
 Һыуғомаҡ мәмерйәһе Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һыуғомаҡ мәмерйәһе — Уралда берҙән-бер мәрмәр тоҡомдарында һыу менән яһалған мәмерйә. Мәмерйә тар үткәүелдәр менән тоташҡан өс мәғәрәнән тора. Ҡышҡы ваҡытта һәм яҙ башында беренсе мәғәрәнең стеналары һәм түбәһе ҡар кристалдары менән ҡаплана, иҙәндә боҙ сталагмиттары барлыҡҡа килә. Икенсе мәғәрәнең иҙәнендә еүеш балсыҡ, түшәмдән һыу һарҡып ағып тора, температура һәр саҡ ыңғай. Икенсе мәғәрәнең алыҫ өлөшөндә, алты метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа күскән, тәрән булмаған тар тишек. Ул өсөнсө ҡыуышлыҡҡа алып бара. Өсөнсө мәғәрә бейек һәм тар, өлөшләтә һыу менән тулған. Һыу кимәле даими түгел, йәй, ҡоро осорҙа кәмей. Был ваҡытта ябыҡ барып бөткән бер нисә юл асыла. Өсөнсө мәгәрәнең алыҫ, түбәнерәк өлөшө һәр саҡ һыу аҫтында. Һыу аҫтында тикшерелмәгән юлдар бар. Мәмерйәнең тикшерелгән өлөшөнөң дөйөм юлдар оҙонлоғо 123 метр[1].

Мәмерйәнең беренсе мәғәрәһе тыштан үтеп ингән яҡтылыҡ менән өлөшләтә яҡтыртыла, һәм хатта балалар ҙа иркен йөрөй алырлыҡ. Икенсе мәғәрәгә тар тишек алып инә һәм ул тулыһынса ҡараңғылыҡ эсендә, әммә унда инеү өсөн фонарҙар булыуы етә. Өсөнсө мәғәрәгә вертикаль ҡоҙоҡ алып бара һәм унда инеү өсөн ҡорамалдар кәрәк. Ғәҙәттә, тәүге ике мәғәрәгә генә экскурсия ойошторола. Силәбе өлкәһе хөкүмәтенең 1985 йылдың 23 декабрендәге 553-сө ҡарары менән Һыуғомаҡ мәмерйәһенә тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә.

 
Һыуғомаҡ мәмерйәһенең өсөнсө мәғәрәһе фото балҡышы яҡтылығында. Ике «орган торбаһы» күренә. Ғәҙәти фонарь яҡтыһында мәрмәр ҡара-һоро булып күренә
 
Һыуғомаҡ мәмерйәһе: сығыу урыны

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Пещеры — памятники природы // А. П. Моисеев, М. Е. Николаева. Памятники природы Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1987. — С. 74—75. Архивировано из первоисточника 4 март 2016.