Һынташтамаҡ ауыл Советы (Благовар районы)
Һынташтамаҡ ауыл Советы — Благовар районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлә. Почта индексы — 452745. ОКАТО коды — 80214827000. Күсәрбәй ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 1986 йылда ойошторола[1].
Һынташтамаҡ ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Һынташтамаҡ |
Административ-территориаль берәмек | Благовар районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Йылғалары: Сәрмәсән, Сағыл.
Ауыл Советы составы
үҙгәртергәҺынташтамаҡ ауылы — административ үҙәк, ауылдар: Дүсмәт, Яңы Һынташ, Иҫке Һынташ, Оло Әрәмә[2].
Тарихы
үҙгәртергә1986 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге 6-2/393-сө һанлы «Благовар районында Һынташтамаҡ ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» Указы сыға. Уға ярашлы яңы административ-территориаль берәмек өсөн Яныш ауыл Советынан 5 тораҡ пункты бүлеп алына.
1. Благовар районында Һынташтамаҡ ауыл Советын ойошторорға, административ үҙәген Һынташтамаҡ ауылында урынлаштырырға.2. Һынташтамаҡ ауыл Советы составына түбәндәге тораҡ пункттарын индерергә: Дүсмәт, Яңы Һынташ, Иҫке Һынташ, Һынташтамаҡ, Оло Әрәмә ауылдарын, был тораҡ пункттарын Яныш ауыл Советы составынан сығарырға.
3. Һынташтамаҡ ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
2008 йылда Һынташтамаҡ ауыл Советы Күсәрбай ауыл Советы составына инә.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортосьан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законында, ст.1. п 12) түбәндәге юлдар бар:[3]:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Иҫәп мәғлүмәттәренән Һынташтамаҡ ауыл Советын алып ташларға
«Күсәрбай» атамаһын һаҡлап, Күсәрбай һәм Һынташтамаҡ ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Иҫке Күсәрбай ауылына урынлаштырырға. Һынташтамаҡ ауыл Советының Дүсмәт, Яңы Һынташ, Иҫке Һынташ, Һынташтамаҡ, Оло Әрәмә ауылдарын Күсәрбай ауыл Советы составына индерергә.
Күсәрбай ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
2008 йылға Кушнаренко районы, Яныш ауыл Советы, Таң ауыл Советы, Күсәрбай ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш була: ("Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законы (ред. 19.11.2008) ").
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОБ ОБРАЗОВАНИИ СЫНТАШТАМАКСКОГО СЕЛЬСОВЕТА В БЛАГОВАРСКОМ РАЙОНЕ
- ↑ (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |