Һуғыш ҡорбандарына һәйкәл (Батуми)

1965 йылда Бөйөк ватан һуғышында һәләк булған грузиндар хөрмәтенә ҡуйылған, һуңынан (күсереү һылтауы менән) 2012 йылда емертелгән йәки юғалған

Һуғыш ҡорбандарына һәйкәл — 1965 йылда Бөйөк ватан һуғышында һәләк булған грузиндар хөрмәтенә ҡуйылған, һуңынан (күсереү һылтауы менән) 2012 йылда емертелгән йәки юғалған обелиск. Һәйкәл өҫкө өлөшөнә 1941—1945 йылдар тип яҙылған аҡ төҫтәге стела кеүек була. Обелиск Батуми ҡалаһы үҙәгендә порт эргәһендә урынлашҡан була[1].

Һуғыш ҡорбандарына һәйкәл
Дәүләт  Грузия
Современное состояние разрушенный[d]
Ҡулланыу статусы закрыто навсегда[d]
Карта

Һәйкәл тарихы

үҙгәртергә

Һәйкәл 1965 йылда Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөнөң 20 йылына арнап төҙөлгән һәм 47 йыл торған.

2012 йылдың 24 февралендә һәйкәлде һүтә башлағандар. Шул уҡ көндө «мәңгелек ут» һүндерелгән. Башта, һәйкәлде һүтеүгә демонтаж оппозиционерҙар, ветерандар һәм йәмәғәт хәрәкәттәре ҡамасаулай. Протест акцияһы уҙа, унда митингта ҡатнашыусылар эшселәр өсөн «Вандализмда ҡатнашмағыҙ» тип яҙылған транспаранттар йәйелдергән[2].

Ҡала советы, (Батуми менән Анори тауы араһында) канат юлын эшләргә ҡамасаулауы арҡаһында, һәйкәлде емерергә тура килде, тип ҡыҫҡаса йомғаҡлаған. Киң мәғлүмәт саралары, Грузия власына һылтанып, тәүге әҙер монумент күсерелә тип хәбәр иткән. «Күсереү» тураһында ҡарар 2011 йылдың 15 июлендә үткән сакребуло ултырышында хәбәр ителә[3]. Сакребуло матбуғат хеҙмәте былай тип билдәләне:

Обелиск урынлашҡан ерҙән Батумиҙы Анори тауы менән тоташтырыусы канат юлы үтергә тейеш. Обелискты күсереүҙең сәбәбе ҡала яр буйынан Анори тауына саҡлы ике километрлыҡ канат юлы үткәрелеү менән бәйле[3]

Батуми халҡының ҡайһы берҙәренең фекере буйынса момументты күсереү уның әһәмиәтен кәметә. Обелискты Серги Месхи урамына күсереү планлаштырылған[4].

Һәйкәлде күсереү Аджария һуғыш ветерандарының асыуын ҡабартҡан[5]. Батумиҙа йәшәүсе Резо Диасамидзе ситуацияны былай тасуирлаған:

Канат юлын төҙөү һәләк булған яугирҙар хәтеренән ҡәҙерле булыуы мөмкинме? Юҡ, был дөрөҫ түгел. Улай булырға тейеш түгел. Ҡарағыҙ — бында ни тиклем урын күп! Әйҙә станцияны эргәлә ҡорһондар![1]

Батумиҙа йәшәүсе икенсе кеше Тенгиз Антилаква былай тип билдәләне:

Әйҙә улар үҙҙәренең ата-бабаларының ҡәберҙәрен емерһендәр. Ә был мемориал — беҙҙең киләсәк өсөн баштарын һалған ата-бабаларыбыҙ, батырҙарыбыҙ, фронттан үҙҙәренең ғаиләләренә әйләнеп ҡайта алмаған һалдаттарыбыҙ тураһында хәтеребеҙ[2]

Батумиҙың был хәл менән килешмәгән халҡы һәйкәлде емереүгә ҡаршы торған: улар, кәртәне ҡолатып, һүндерелгән мәңгелек утҡа сәскә һалған. Халыҡ Грузия хөкүмәте уларҙы алдар һәм күсереү һылтауы менән һәйкәлде юҡ итерҙәр тип иҫәпләгән[2]. Шуға ҡарамаҫтан, тәү әҙер халыҡҡа һәйкәлде күсерәбеҙ тигән мәғлүмәт бирелгән, һөҙөмтәлә һәйкәлде юҡ иткәндәр. Һәйкәлдең демонтажын «Ирекле Грузия» партияһы ғәйепләп сығыш яһаған[6], которая считает недопустимым неуважение к памяти погибшим в борьбе с фашизмом[7]. Һәйкәлдең демонтажы, 1921 йылдың 25 февралендә Ҡыҙыл Армия частары Грузияға инеү хәтеренә бәйле[8], «совет оккупацияһы аҙнаһы» менән тап килгән.

РФ Сит ил эштәре рәсми вәкиле Александр Лукашевич әйткәнсә:

Монументтар менән маниакаль көрәштең сәбәбе аңлайышлы — һәйкәлдәр Грузия менән Рәсәйҙең уртаҡ данлы тарих биттәренең асыҡ кәүҙәләнеше һәм грузиндарҙың аңына йәнәһе Рәсәй Грузияны ҡол иткән тигән мифты һеңдереүгә ҡамасаулай[9]

Грузия парламенты депутаты Петре Мамрадзе фекеренсә, һәйкәлде юҡ итеү — ул Грузия менән Рәсәйҙең бөтә бәйләнештәрен юҡ итергә маташыу[2]. Был һәйкәл Грузияла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға арналған емертелгән өсөнсө һәйкәл булған[10]. Бөйөк Ватан һуғышында барлығы 300 мең грузин ҡатнашҡан һәм уларҙың 80 меңе еңеү хаҡына баштарын һалған[11].

2012 йылдың 1 мартында Европа хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәттәшлеге буйынса ойошма Даими советы ултырышында Рәсәй Федерацияһының даими вәкиле А. В. Келин үҙенең «Батумиҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарына һәйкәл демонтажы тураһында» докладында былай тине:

«Һәйкәлдәр менән грузин көрәшселәре Грузия ла ҡултамға ҡуйған Европа хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәттәшлеге буйынса ойошма туранан-тура йөкләмәләрен боҙа. Атап әйткәндә, 1991 йылғы Европа хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәттәшлеге буйынса ойошма ҡатнашыусы дәүләттәрҙең мәҙәни мираҫ буйынса краков симпозиумы Документына ярашлы, ҡатнашыусы илдәр „был ваҡиғалар хәтерҙә ҡалһын өсөн… һәм улар башҡа ҡабатланмаһын өсөн… үткәндең трагик ваҡиғаларына… шаһит шул иҫтәлекле урындарҙы һаҡлап ҡалыу һәм ҡурсалау буйынса…“ саралар күрергә тейеш булған»[12]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 В Батуми разгорается скандал из-за демонтации памятника солдатам ВОВ. Дата обращения: 29 сентябрь 2013. Архивировано 29 октябрь 2013 года. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 В Батуми начался демонтаж памятника советским солдатам
  3. 3,0 3,1 Власти Батуми в память солдат Второй мировой войны из центра на окраину города 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
  4. В Батуми из-за стройки перенесут обелиск солдатам Второй мировой войны из центра на окраину
  5. Грузия сносит ещё один памятник ВОВ
  6. В Батуми сносят памятник погибшим в Великой Отечественной Войне — оппозиция обвиняет Саакашвили в фашизме
  7. В Батуми сносят памятник погибшим в Великой Отечественной Войне 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
  8. В Грузии начался демонтаж очередного памятника советским воинам, но на этот раз в городе Батуми
  9. В Грузии сносят ещё один памятник советским воинам 2012 йыл 28 февраль архивланған.
  10. В Грузии сносят ещё один памятник погибшим в Великой Отечественной 2019 йыл 9 июль архивланған.
  11. Победитель памятников
  12. Выступление Постоянного представителя Российской Федерации А. В.КЕЛИНА на заседании Постоянного совета ОБСЕ 1 марта 2012 года О демонтаже памятника жертвам Великой Отечественной войны в Батуми.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә