Хәрби дан мемориалы (Кутаиси)
Кутаисиҙағы Хәрби дан мемориалы (груз. სამხედრო დიდების მემორიალი ქუთაისში) — архитектор Отар Каландаришвили проекты буйынса скульптор-монументалист Мераб Бердзеншвили ҡатнашлығында 1980-се йылдар башында Кутаиси ҡалаһында мемориаль Бөйөк ватан һуғышында һәләк булғандарға арнап ҡуйылған һәм 2009 йылдың декабрендә һүтелгән мемориал.
Хәрби дан мемориалы | |
Нигеҙләү датаһы | 1981 |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Кутаиси |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Ҡулланыу статусы | закрыто навсегда[d] |
Хәрби дан мемориалы (Кутаиси) Викимилектә |
Мемориалдың тасуирламаһы
үҙгәртергәМемориал торған һыбайлы скульптураһы (Һыбайлы Мзечабуки) һәм ҡалҡыу урында ике терәккә таянған монументтан торған. Аҡсаның бер өлөшө булған был Металдан яһалған йөҙ өлөшөндә кеше фигуралары төшөрөлгән булған, юғарыраҡ ҡыңғырауҙар эленгән 7 арка урынлашҡан булған. Уларҙың өҫтөндә ҡулдарын йәйгән монах фигураһы күтәрелгән торған. 1990-сы — 2000-се йылдарҙа һәйкәлгә вандалдар көн күрһәтмәгән: барельефтың бер өлөшө ярылған һәм ике ҡыңғырауы урланған булған.
Проект авторы — Мераб Бердзенишвили.
Мемориалды емереү
үҙгәртергә2009 йылдың декабрендә Тбилисиҙан Кутаиси ҡалаһына күсереләсәк Грузия Парламенты бинаһын төҙөү маҡсатында һәйкәл ватылған. Уны 21 декабргә тиклем юҡ итергә Михаил Саакашвили күрһәтмә биргән[1].
Һәйкәлде һүтеүгә демонтаж ҡаршы оппозицион партиялар, Грузияның ябай интеллигенция вәкилдәре һәм ябай граждандар ҡаршы сыҡҡан. Мемориалды шартлатыуға тиклем бер көн алдараҡ уны емертеүгә ҡаршы ҡултамға йыйыу башланған[1].
Грузия оппозицияһы ватандаштарын 21 декабрҙә митингка сығырға саҡырған, шулай уҡ элекке мемориал урынында парламент бинаһы түгел, ә сиркәү төҙөүҙе тәҡдим иткән[2]. 19 декабрҙә Симферополь студенттары мемориалды һүтеүгә ҡаршы протест акцияһы үткәргән, һәм уның барышында Михаил Саакашвили[2]ҡарасҡыһын яндырғандар.
Тәүҙә һәйкәлдән алдараҡ зыян күргән фон өлөшө барельефын һәм һыбайлыны һүтеп алғандар. Грузия сит ил эштәре министрлығының матбуғат һәм мәғлүмәттәре департаменты директоры Ия Махарашвили әйткәнсә, һыбайлы Мзечабуки тергеҙелергә һәм күсерелергә тейеш булған[3]. Тороп ҡалған бетон нигеҙҙе 2009 йылдың 19 декабрендә шартлатып, һүтеп алғандар.
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Мемориал в советское время |
Операция менән «Сакпеткмрецви» («Грузвзрывпром»)[4][5] шәхси ойошма шөғөлләнгән. Хәүефһеҙлек техникаһын боҙған өсөн, шартлауҙан ярсыҡтар барлыҡҡа килеү сәбәпле ике кеше — ҡатын-ҡыҙ һәм бала һәләк булған, шулай уҡ бер нисә кеше зыян күргән, өсәүһе ауыр хәлдә дауаханаға эләккән, бөтә зыян күреүселәр шартлау урынынан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта булған[2]. Фажиғә факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған[6]. Шул уҡ көндө Имерети[7]крайы губернаторы эшенән ҡыуылған.
2010 йылдың 22 февралендә «Грузвзрывпром» компанияһының өс етәксеһе төрлө срокка хөкөм ителгән[8].
Мәскәүҙең мемориалды тергеҙеү тураһында тәҡдимдәре
үҙгәртергә2009 йылдың 22 декабрендә РФ премьер-министры Владимир Путин Мәскәүҙә мемориал күсермәһен булдырыу мөмкинлеге тураһында хәбәр итә:[9]
Беҙҙең белгестәрҙең фекеренсә, был һәйкәл художество ҡиммәткә эйә. Әммә эш, әлбиттә, бында түгел. Һәйкәлде емереү элекке Совет Социалистик Республикалар Союзы халҡының хәтерен, шул иҫәптән героик үткәне буйынса хәтерен юйырға маташыу. Шуның менән бәйле һәйкәлде элек бер бөтөн булған дәүләттең баш ҡалаһында - Мәскәүҙә тергеҙеп асыу мөмкин тип иҫәпләйем. |
Ҡомартҡыны тергеҙеү тураһындағы ҡарар Рәсәй ҙә лә, Грузила ла күтәреп алынды — һәйкәлде тергеҙеү идеяһын Мәскәүгә визит менән килгән Зураб Ногаидели[10], һәм Петрэ Мамрадзе[11]хупланы. Проект авторы скульптор мемориалды төгәл оҡшатып тергеҙеү идентичный мөмкин түгеллеген белдерә: ул бер материалдар уның үҙендә лә, Тбилиси скульптура комбинатында ла[12]һаҡланмаған була.
Мәскәү мэры Юрий Лужков 2 апрелдә Бөйөк Ватан һуғышы һәйкәлдәрен һаҡлау һәм тергеҙеү «Тарихи мираҫ» («Мираҫ» фонды) Фонды, йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтары, ветеран берләшмәләренең башланғысын хуплап, Мәскәү ҡалаһында һәйкәл ҡуйыу тураһында 615-се РП бойороғона ҡул ҡуйған. Һәйкәл Поклонный тауындағы Хәтер аллеяһында 2010—2011 йылдарҙа төҙөлгән һәм «Фашизмға ҡаршы көрәштә беҙ бергә булдыҡ» тигән атама алған[13].
Дөйөм рәсәй «Рәсәйҙә грузиндар союзы» йәмәғәт ойошмаһы президенты Михаил Хубутия Мәскәү мэрына үтенесе менән мөрәжәғәт иткән «„Союз“ға һәм мемориалды тергеҙеү эштәрен етәкләү һәм алып барыуҙы ышанып, хөрмәт итеп тапшырыуҙарын үтенгән»[14].
Мәскәүҙә мемориалды тергеҙеү
үҙгәртергә2009 йылдың 24 декабрендә Рәсәй Премьеры Владимир Путин Кутаиси ҡалаһында шартлатылған ветерандар һәйкәлен Мәскәүҙә Зураб Церетели тергеҙәсәк, [15]тип иғлан иткән.
2010 йылдың 2 июнендә Поклонный тауында иң яҡшы һәйкәл проекты «Фашизмға ҡаршы көрәштә беҙ бергә булдыҡ» мемориалы асылған.
Күргәҙмә аҙна дауамына һуҙылған. Иң яҡшы проект өсөн тауыш биреүҙә бар теләүселәр ҙә ҡатнаша алған. Конкурсҡа 20 проект тәҡдим ителгән, конкурс комиссияһы иң яҡшы 6-һын һайлап алған. Конкурста Рәсәй скульпторҙары ла, Грузия скульпторҙары ла ҡатнашҡан.[16]
Иң яҡшы проектҡа асыҡ конкурс үткәрелеүе лә ниндәйҙер билдәгә эйә, – тине Рәсәйҙәге грузиндар союзы Президенты Михаил Хубутия – Был күренеш таможня сиктәре халыҡтарҙы айырмағанын раҫлай. Был бөтә постсовет яҫылығында тарихты ҡабаттан яҙыуға һәм фальсификациялауға "юҡ" тип әйтеүҙе раҫлай. |
Проектты «Рәсәй грузиндар союзы»[17]финанслаған.
2010 йылдың 21 декабрендә Мәскәүҙә Владимир Путин тантаналы рәүештә «Фашизмға ҡаршы көрәштә беҙ бергә булдыҡ» һәйкәлен асҡан[18][19].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Бронза һалдат
- Һуғыш ҡорбандарына һәйкәл (Батуми)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 В Грузии идёт сбор подписей против демонтажа мемориала Воинской славы(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Студенты Симферополя сожгли чучело Саакашвили // Lenta.ru (20.12.2009)
- ↑ Основную часть «Мемориала славы» восстановят и перенесут // МИД Грузии
- ↑ Мемориал в Кутаиси взорвала компания «Сакпеткмрецви» 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ В Кутаиси задержан ответственный за подрыв Мемориала славы // Lenta.ru
- ↑ Названа фамилия погибших при взрыве Мемориала славы в Кутаиси // Lenta.ru (19.12.2009)
- ↑ Губернатор Имерети уволен из-за гибели людей при сносе мемориала // Lenta.ru (19.12.2009)
- ↑ В Грузии осуждены виновные в гибели людей при взрыве мемориала в Кутаиси, Интерфакс (22 февраля 2010 года). 22 февраль 2010 тикшерелгән.
- ↑ Путин предлагает воссоздать в Москве разрушенный в Кутаиси мемориал // РИА Новости (22.12.2009)
- ↑ 9 мая 2010 года в Москве был заложен первый камень в основании будущего памятника. Отстроят на деньги народов // Взгляд.ru
- ↑ Идею о воссоздании Мемориала славы поддержал грузинский депутат // Yuga.ru
- ↑ Автор Мемориала славы заявил о невозможности его воссоздания
- ↑ 615-РП от 02.04.2010 - Об установке в Москве памятника «В борьбе против фашизма мы были вместе» - Электронная Москва . mosopen.ru. Дата обращения: 24 ғинуар 2018. 2019 йыл 6 июль архивланған.
- ↑ На грузинский памятник в Москве объявят конкурс, KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (4 февраль 2010). 24 ғинуар 2018 тикшерелгән.
- ↑ К Зурабу Церетели пришли с Поклонной // Газета "Коммерсантъ". — 2009-12-24. — С. 6.
- ↑ Михаил Хубутия: Россияне и грузины выберут лучший проект памятника на Поклонной горе . Дата обращения: 24 ғинуар 2018. 2018 йыл 25 ғинуар архивланған.
- ↑ Михаил Хубутия, президент Союза грузин в России: (23 декабрь 2009). Дата обращения: 24 ғинуар 2018.
- ↑ Владимир Путин: «В борьбе против фашизма мы действительно были вместе!» molzhaninovskiy.mos.ru. Дата обращения: 24 ғинуар 2018. 2019 йыл 6 июль архивланған.
- ↑ Путин и Бурджанадзе открыли памятник «В борьбе против фашизма мы были вместе», KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (21 декабрь 2010). 24 ғинуар 2018 тикшерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кутаиси беспокоит. Снос памятника в Грузии вызвал ажиотаж в России // Lenta.ru (17.12.2009)
- Плохо кончилось. При сносе Монумента славы в Грузии погибли люди // Lenta.ru (21.12.2009)
- Фотография мемориала, март 2008 года 2018 йыл 12 июль архивланған. // panoramio.com
- Фотография мемориала (более поздняя) 2018 йыл 12 июль архивланған. // panoramio.com
- Видео сноса мемориала и попадания осколка в толпу людей // Youtube