«Һунарҙағы драма» (рус. Драма на охоте) — повесть. Был әҫәрҙе Антон Павлович Чехов 1884 йылда яҙған.

Һунарҙағы драма (ысын булған хәл)
Жанр

повесть

Автор

Антон Чехов

Төп нөхсә теле

рус

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1884-1885

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Редактор. Хикәйә «ике тапҡыр»: прологта һәм эпилогта — мөхәррир исеменән уның ҡулына И. П. Камышевтың ҡулъяҙмаһы килеп эләгеүе тураһында алып барыла. Повестың ҡалған өлөшөндә ҡулъяҙманың йөкмәткеһе бәйән ителә. Эпилогта мөхәррир енәйәтте -ике ҡатлы үлтереүҙе - ситләтелгән енәйәт эҙе һәм аҡыл менән эш итеп асыҡлаусы ролендә сығыш яһай.
  • Иван Петрович Камышев, суд тикшереүсеһе. Мөхәррир фекеренсә,үҙен-үҙе ҡулъяҙмаһы менән ғәйепләүсе автор. Ҡулъяҙмала ул үҙен Сергей Петрович Зиновьев тип атай. Бейек буйлы, киң яурынлы, матур ҡиәфәтле, 40 йәштәр тирәһендәге ир кеше. Бай, зауыҡлы кейенә. Чехов бик һирәк осраҡта ғына үҙ геройҙарының портретын тәфсирләп яҙа. Был осраҡта ул кешенең тышҡы ҡиәфәтенең эске донъяһына тура килмәгәнен ошолай һүрәтләй. Вознесенский әйтеүенсә, «төрлө хәшәрәтлектәр эшләүе бар».
  • Алексей Карнеев, граф. Камышевтың танышы, уға ҡарата әллә ни матур тойғолар кисермәй. Ул — үҙе тарафынан йүнләп ҡаралмаған ҙур усадьбаның хужаһы. Бәләкәй буйлы, ябыҡ, сибек, апатиялы һәм һүрәнке кеше.
  • Пётр Егорович Урбенин, графтың идарасыһы, дворян, 50 йәштәрҙә, тол ир. Саша-уның ҡыҙы, 5 йәштә, һәм улы Гриша, гимназист, 14 йәштә. Киң, тығыҙ кәүҙәле, һимеҙ елкәле, тырпайған ҡолаҡлы кеше. Йомшаҡ бас тауышлы. Эсергә ныҡ әүәҫ. Ольганы ныҡ ярата.
  • Николай Ефимович Скворцов, графтың лесничийы, тол ир, Ольганың атаһы. Психик ауырыулы.
  • Ольга Николаевна Скворцова, лесничий ҡыҙы. 19 йәштәрҙәге сибәр, аҡһыл сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙ. тәү ҡараштан, бик тәбиғи һәм еңел генә холҡло, «фәрештәнең үҙе тиерһең», ләкин бик тиҙ уның тормошта дан-шөһрәт яратҡанлығы һәм бик иҫәпсел булыуы асыҡлана.
  • Тина, хорҙағы сиған ҡатыны. Камышевтың элекке һөйәркәһе.
  • Каэтан Казимирович Пшехоцкий, Карнеевтың ҡәйнеше. Ныҡ поляк акценты менән һөйләшә. Камышев бер ниндәй сәбәпһеҙ уны күрә алмай һәм эшкә һанамай.
  • Созя, 23 йәштәрҙәге ҡатын, Карнеевтың ҡатыны, Пшехоцкийҙың апаһы.
  • Павел Иванович Вознесенский, өйәҙ табибы. Йәш һәм намыҫлы. Надежда Николаевнаға ғашиҡ.
  • Николай Игнатьевич Калинин, мировой судья.
  • Надежда Николаевна Калинина, уның ҡыҙы, ҡаранан килешле, аҡыллы, хыялланыусан. Камышевты йәшерен ярата.
  • Бабаев, бай алпауыт, өйәҙ присутствиеһының крәҫтиәндәр мәсьәләләре буйынса даими ағзаһы.
  • Полуградов, прокурорҙың иптәше
  • Кузьма, графтың йомошсоһо.
  • Иван Осипов, крәҫтиән.
  • Поликарп, Камышевтың хеҙмәтсеһе. Хужаһын уңышһыҙ рәүештә дөрөҫ әхләҡ юлына баҫтырырыға тырыша.
  • Иван Демьяныч, Камышевтың попугайы. Яратҡан әйтеме: «Ир үҙенең ҡатынын үлтерҙе».

Бер тапҡыр гәзит мөхәрриренә суд тәфтишсеһе Иван Петрович Камышев килә һәм унда үҙе икенсе фамилия аҫтында яҙған повесының ҡулъяҙмаһын ҡалдырып китә. Ике айҙан һуң мөхәррир был яҙманы асып уҡый башлай һәм, ҡыҙыҡһынып китеп, бөтә повесты башынан аҙағына тиклем уҡып сыға. Артабан ҡулъяҙманың тексы үҙгәртелмәй бирелә.

Камышев Карнеевтан саҡырыу ала һәм уның усадьбаһына килә. Унда Камышыев Ольга менән таныша һәм ҡыҙға Урбенин ғашиҡ икәнлеген аңлай. Дуҫтар сиғандар хорын саҡыра һәм улар менән бергә ике көн эсеп ята. Иван Петрович иҫерек баштан Осиповтың башына ишкәк менән һуға.

Вознесенский Камышевты Тенёвоға тәхет байрамына саҡыра. Унда ул Ольганы осрата. Кащеев Ольганың иҫәп буйынса Урбенинға кейәүгә сығырға йыйынғанын белеп ҡала. Башҡа ҡунаҡтар менән бергә ул Карнеевта ҡунаҡта була һәм уларҙа йоҡларға ҡала.

Тиҙҙән Урбениндың туйы, шуға күрә барлыҡ персонаждар был ваҡиғала ҡатнаша. Камышев — кейәү егет. Көтмәгәндә Ольга өҫтәл артынан сығып йүгерә, Камышев уны эҙләргә сыға. Улар бер-береһен яратыуҙары тураһында һөйләйҙәр, быны Пшехоцкий ишетеп тора. Иван Петрович Ольганы үҙе менән китергә өгөтләй, ләкин Ольга быға риза булмай, ҡунаҡтар янына китә: бары тик уның һөйәркәһе булырға килешеүен аңлата.

Туйҙа Камышев Надежда Николаевнаны осрата. Тегеһе Камышевты яратыуын аңлата, ләкин ҡәтғи кире яуап ала. Шундай уҡ кире яуапты ул үҙе Вознесенскийға бирә.

Өс көндән Ольга үҙе Камышевты күрергә килә. Улар тағы ла бер нисә тапҡыр осрашалар, ләкин был уларға бәхет өҫтәмәй. Граф Ольга артынан да, Надежда артынан етди уйһыҙ ғына йүгерә башлай.

Камышев менән Карнеев граф өйөндә ултырған саҡта, көтмәгәндә Ольга йүгереп килеп инә. Ольгала графтың хатын тапҡан Урбенин ығы-зығы ҡуптара. Камышев үҙенә ҡайтып китә, ә Ольга граф менән бергә йәшәп ҡала. Уның ире Урбенин балалары менән ҡалаға күсеп китә һәм эсергә һабыша.

Август тыуа. Урындағы байҙар һунарға сыға. Ольга граф бүләк иткән ат өҫтөндә һыбай бара: ул ҡылансыҡлана, сөнки граф менән бәйләнешенең тамамланыуға табан барғанын аңлай. Камышев уны туранан-тура һатылғанлыҡта ғәйепләй.

Тормошта гел яҡшылыҡты ғына күреүсе Надежда Камышевҡа үҙенең графҡа кейәүгә сығасағына өмөтләнеүе тураһында әйтә. Көтмәгәндә графтың 23 йәшлек ҡатыны Созя килеп сыға һәм графтың унан йәшеренеп йөрөүе, ә Пшехоцкийҙың Созяның ағаһы икәне асыҡлана.

Камышев өйөнә йәйәү ҡайтып китә. Ҡулъяҙмала ул был турала яҙмаған була. Китапты уҡыусы быны эпилогта булған ваҡиғанан аңлай.

Төндә Камышев янына Вознесенский килә һәм Надежданың үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуы тураһында һөйләп бирә. Бер үк ваҡытта Карнеевтан Ольганың үлеүе тураһында хат килтерәләр. Камышев менән табип усадьбаға бара һәм әле йәне сыҡмаған Ольганы күрә. Иван Петрович унан һорау алырға тырыша, ләкин Ольга үлтереүсенең кем икәнен әйтмәйенсә йән бирә.

Камышев менән Полуградов был ваҡиғаны тикшерә. Ольганың үлемендә улар енәйәт урынында ҡанға буялған Урбенинды күрә һәм уны ғәйепләй. Бер нисә көндән һуң Кузьма ниндәйҙер байҙың уның бөрмәле бишмәтенең итәгенә ҡанлы ҡулын һөрткәнен иҫенә төшөрә. Кузьманы ҡулға алалар, ул һаҡ аҫтында ултырғанда теге байҙың битен иҫенә төшөрөрөгә тырыша, ләкин икенсе көндөң таңында уның тәнен быуып үлтерелгән көйө табалар.

Камышев тәфтишсе эшенән сығып китә. Присяжныйҙар суды Урбенинды 15 йылға каторгаға хөкөм итә. Повесттың авторы был ваҡиғаларҙан һуң һигеҙ йыл ғүмер үтеп киткәне тураһында яҙа. Шул ваҡыт эсендә Карнеев эскеселек арҡаһында усадьбаһынан ҡолаҡ ҡаға һәм Камышев иҫәбенә йәшәй. Камышев ныҡ ҡартая һәм йыш ҡына уҙған тормошон иҫкә ала. Ошоноң менән ҡулъяҙма тамамлана.

Тәүге визитынан һуң өс ай үткәс, Камышев мөхәррир янына ҡабат килә. Әңгәмә ваҡытында мөхәррир ҡулъяҙмала яҙылған факттар буйынса Ольганы Урбенин түгел, ә Камышев үҙе үлтергән тип бара. Камышев мөхәррирҙең һүҙҙәре дөрөҫлөгөн раҫлай һәм Ольганы нисек үлтергәнен һөйләп бирә. Камышевҡа кемгәлер үҙенең уй-тойғоларын һөйләргә кәрәк була, шунлыҡтан ул үҙенең ғәйебен артыҡ йәшермәйенсә ҡулъяҙмаһында яҙа. Иван Петрович, Урбениндың элеккесә каторгала булыуына ( ҡайһы бер кешеләр әйтеүе буйынса үлеүе тураһында белеүенә) ҡарамаҫтан, үҙенең ғәйебен танырға барырға йыйынмай.

Әҫәрҙең яҙылыу тарихы

үҙгәртергә

Повесть (ҡайһы ваҡыт уны роман тип тә йөрөтәләр) 1884 йылдың яртыһында яҙылып бөтә. 24 йәшлек Антон Чехов ҡулъяҙманы Мәскәү гәзите «Новости дня» редакцияһына (А. Я. Липскеров нәшер иткән) килтерә. был саҡта А. П. Чехов Петербургтың «Осколки» һәм Мәскәүҙең «Будильник» журналдары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә һәм уларҙа үҙенең юмористик хикәйәләрен һәм фельетондарын баҫтыра. «Һунарҙағы драма» әҫәре уларҙан жанры һәм форматынан байтаҡҡа айырылып тора. Повесть 1884 йылдың август-декабрендә һәм 1885 йылдың ғинуар-апрелендә «А. Чехонте» псевдонимы аҫтында сыға. Ҡайһы бер һандарында «Антоша Чехонте» йәки «Чехонте»[1] ҡултамғаһы тора.

Повестың ике исеме бар: «Ысын булған хәл» (әҫәр тулыһынса) һәм «Суд тәфтишсеһе яҙмалары» (төп бүлеге). Повесть А. П. Чехов өсөн һирәк детектив жанрында яҙылған. Автор үҙе был әҫәрен бер тапҡыр ҙа кире эшкәртмәгән, йыйынтыҡтарына индермәгән һәм хаттарында ла иҫкә төшөрмәгән [2]. Шуныһы билдәле,А. П. Чехов детектив әҙәбиәтте бер ваҡытта ла хупламаған[1].

Чехов әҫәрҙәрен тикшереүселәр һәм тәнҡитселәрҙең был әҫәргә ҡараштары төрлөсә була. А. А. Измайлов, повестың әҙәби яҡтан түбән дәрәжәле гәзиттә баҫылыуына ҡарамаҫтан, был әҫәрҙе бик етди повесть тип тапҡан[2]. Ю. В. Соболев «Һунарҙағы драманы» шул ваҡыттағы енәйәт тураһындағы романдарға пародия итеп яҙылған тип һанай[3]. А. Б. Дерман повесты «артыҡ зауыҡһыҙ битле»[4] мелодрама тип иҫәпләй. Л. И. Вуколов пародия итеп уйланылған «гәзит романының» тулы ҡанлы әҙәби әҫәргә әйләнеүе был[5] тип яҙа.

Повеста йәш А. П. Чехов талантлы, тик тәжрибәһе етешмәгән ҡулы менән персонаждарҙың эске ҡаршылыҡтарында уйнай. Мәҫәлән, тыштан бик күркәм күренгән Камышев менән Ольга ысынбарлыҡта бик ҡәбәхәт һәм ҡот осҡос натуралы кешеләр булып сыға. Урбенин менән Ольганың «тигеҙһеҙ никахында» ғазап сигеүсе яҡ булып ғәҙәттәгесә йәш кәләш түгел, ә, киреһенсә, үҙ бәхетен табырға тырышыусы оло йәштәге кейәү була. Юғары әхләҡ нормалары буйынса йәшәүселәр дворяндар түгел, ә уларҙың хеҙмәтселәре һәм лакейҙары[сығанаҡ 3649  көн күрһәтелмәгән].

Тик ҡайһы бер персонаждар тик һыҙмаса ғына бирелгән. Граф бөтә аламалыҡтарҙың да үҙәге булып тора: ул ҡатын-ҡыҙҙы артыҡ яратыусы ла, алдаҡсы ла, эскесе лә итеп һүрәтләнгән. Өйәҙ табибы, киреһенсә, бигерәк тә ҡатҡан ағас ҡылыҡлы итеп күрһәтелгән. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, «Һунарҙағы драма» повесы өлгөргән Чеховтың әҫәрҙәренә хас етди психологик прозаға индерер өсөн шәп ғаризаһы булып тора. [сығанаҡ 3649  көн күрһәтелмәгән].

Экранлаштырыу

үҙгәртергә
  • 1918 — «Драма на охоте». Режиссёр и сценарист Чеслав Сабинский, оператор Луи Форестье, продюсер Иосиф Ермольев, в ролях Пётр Бакшеев, Наталья Белёвцева, Николай Панов, Арсений Бибиков и др.[6]
  • 1970 — «Драма на охоте», 2 серии. Режиссёр Борис Ниренбург, оператор Борис Кипарисов, в ролях Наталья Дрожжина, Юрий Яковлев — следователь, Александр Кайдановский — граф, Элеонора Шашкова — Созя, Нина Русланова — Тина, Александр Галевский — Кузьма, Александр Граве — доктор, Николай Пажитнов — мировой судья, Николай Лебедев — Илья, Вячеслав Бровкин — Пшехоцкий, Анатолий Кацынский, Владимир Самойлов, Агнесса Петерсон и др.
  • 1978 — «Мой ласковый и нежный зверь». Режиссёр Эмиль Лотяну.
  • 1986 — «Драма на охоте» (мадьярса  Dráma a vadászaton) (Венгрия). Режиссёр и сценарист Карой Эстергайош (мадьярса  Károly Esztergályos), в главных ролях Адель Ковач (мадьярса  Adél Kováts), Тамаш Пушкаш (мадьярса  Tamás Puskás), Ласло Гальффи (мадьярса  Gálffi László), Адам Сиртеш (мадьярса  Ádám Szirtes), Агнеш Катона (мадьярса  Ágnes T. Katona)[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 А. П. Чехов. Полное собрание сочинений и писем в тридцати томах/Институт мировой литературы им. А. М. Горького АН СССР. М.: Наука, 1974—1983 гг. Третий том, сопроводительный текст Л. М. Долотовой и М. А. Соколовой.
  2. 2,0 2,1 Измайлов А. А. Чехов (1860—1904). Биографический набросок, М., 1916. — 592 с.
  3. Ю. Соболев. Чехов/серия «Жизнь замечательных людей». М.:Жургазобъединение, 1934. — 336 с.
  4. А. Дерман. Антон Павлович Чехов. Критико-биографический очерк. М.: Гослитиздат, 1939. — 211 с.
  5. Вуколов Л. И. Чехов и газетный роман («Драма на охоте») // В сб.: В творческой лаборатории Чехова. М.: Наука, 1974. — с. {0}[13]{/0}} (1936)
  6. Энциклопедия кинематографа. Драма на охоте (Фильм) 2016 йыл 22 октябрь архивланған.
  7. Dráma a vadászaton (1986)