Уң яр буйы Украина

Уң яр буйы Украина — у1660—1793 йылдарҙа Днепрҙың уң яҡ ярындағы территорияның тарихи атамаһы. Украина тарихи өлкәһенең уң яр буйы өлөшө булған (хәҙерге Украина дәүләте менән бутамаҫҡа)[1].

Уң яр буйы Украина
Дәүләт  Украина
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Днепр
Урынлашыу картаһы
Украина

Һул яр буйы полктары Юрий Хмельницкийҙың хакимлығын таныуҙан баш тартҡандан һәм үҙ гетманын һайлай башлағандан һуң Руина барышында формалаша. Әлеге хәл 1667 йылғы Андрус ваҡытлы килешеү нигеҙендә нығытыла, килешеүгә ярашлы Уң яр буйы Украина Речь Посполитаяға буйһондорола, ошо уҡ ваҡытта «Уң яр буйы Украина» термины барлыҡҡа килә (термин Андрус ваҡытлы килешеү тексында булмай)[2].

1672 йылғы Бучач солохо Уң яр буйы Украинаны өс өлөшкә бүлә: Подолье (Буг һәм Днестрҙың һул яр буйы өлкәһе), уға Төркиә хужа була; Брацлавщина (хәҙерге Винница һәм Хмельницк өлкәләренең өлөштәре) һәм көньяҡ Киевщина Төркиәнең уң яр буйы казак гетман-вассалы П. Д. Дорошенко хакимлығы аҫтына эләгә; Уң яр буйы Украинаның ҡалған территорияһы Польшаныҡы булып ҡала.

1683 йылда төрөк өҫтөнлөгө Уң яр буйы Украинала бөтөрөлә. Төркиәгә ҡаршы һуғыштың һөҙөмтәһендә 1698—1699 йылғы Карловица солохо шарттары буйынса Төрөк Подольеһы речь Пополитая составына ҡайтарыла.

1793 йылда Польшаның икенсе бүленешенән һуң, Екатерина II-ның 27 марттағы манифестына ярашлы[3], Украина Рәсәй империяһы составына инә

19411945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Уң яр буйы Украина үҙ территорияһын Германия ғәскәрҙәренән азат итеү өсөн көрәш алып бара. Днепр-Карпат стратегик һөжүм операцияһы барышында (24 декабрь 1943 — 17 апрель 1944 йыл) тормошҡа ашырыла, әлеге операция дөйөм стратегик маҡсат менән берләштерелгән бер нисә фронт операцияһын үҙ эсенә ала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Һул яр буйы Украина
  • Слобода Украинаһы
  • Хан Украинаһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Наталія Яковенко. Нарис історії України з найдавніших часів до кінця XVIII століття. — Київ: Критика, 2006. — 584 с. — ISBN 966-7679-82-9.
  2. [ Правобережная Украина] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. 27 марта 1793 года включение Правобережной Украины в состав Российской империи. | Блог Малюта | КОНТ. cont.ws. Дата обращения: 28 март 2017.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә