Һинд милли-азатлыҡ хәрәкәте

Һинд милли-азатлыҡ хәрәкәте (ингл. Indian independence movement) Көньяҡ Азияла Британия колониаль хакимлығын бөтөрөү дөйөм маҡсаты берләштергән сәйәси ойошмаларҙың, фәлсәфәләрҙең һәм хәрәкәттәрҙең киң спектрын үҙ эсенә индерә.

Һинд милли-азатлыҡ хәрәкәте
Рәсем
Дәүләт  Һиндостан
Башланыу датаһы 1757
Тамамланыу датаһы 15 август 1947
Ҡатнашыусылар Һиндостан
 Һинд милли-азатлыҡ хәрәкәте Викимилектә

Тарих башы

үҙгәртергә

Һиндостанды Европаның колониялаштырыуы һәм һиндостан субконтинентында — тәүҙә Британ Ост-һинд компанияһы формаһында (1757—1857), ә һуңынан Британия Раджаһы формаһында (1858—1947) Британия хакимлығын урынлаштырыу — урындағы етештереүселәрҙең бөлөүенә, эксплуатацияның көсәйеүенә һәм 1769—1773 йылдарҙа Бенгалиялағы аслыҡҡа оҡшаш кире эҙемтәләр менән оҙатыла.

Йыш ҡына ул урындағы халыҡтың ҡаршылығына осрай — әммә Британияға ҡаршы көстәр Карнатика һуғыштары (Бенгалияның буйһоноуын иҫәпләү уларҙың 1757 йылда Плесси янындағы алыштарынан башлап алып барыла), Инглиз-майсур һуғыштары (1799 йылда Майсур Типу Солтан кенәзлеге хакимы еңелгәнгә тиклем дауам итә), Беренсе һәм Икенсе инглиз-сикх һуғышы (1849 йылда Сикх империяһын юҡ итә) һөҙөмтәһендә уңышһыҙлыҡҡа тарый.

Колонизаторҙарға һәм уларҙың союздаштарына ҡаршы күп һанлы ҡораллы сығыштар була — мәҫәлән, Титумир йәки Паики Бакша етәкселеге аҫтында. 1857 йылда сипайҙар (Британия колониаль армияһында һинд сығышлы һалдаттар) баш күтәрә, һәм инглиз властары ҙур тырышлыҡ һәм етди ҡан ҡойоу юлы менән генә был ҙур сығышты баҫтыра ала. Бынан һуң Һиндостан менән Ост-Һинд компанияһы урынына туранан-тура королева Виктория (1876 йылдан һиндостан императрицаһы титулы ҡабул итә) идара итә башлай, ул вице-королде тәғәйенләй.

Һиндостанды азат итеү өсөн тәүге заманса ойошторолған хәрәкәттәр Бенгалияла барлыҡҡа килә. Тәүҙә улар хәрби көстө үҙаллылыҡ яулау өсөн файҙаланыуҙы яҡлап сығыш яһайҙар, ләкин һуңыраҡ сәйәси көрәшкә күсәләр, Һиндостан милли конгресы ойошторолоу уның үҫешендә төп этап була. Унан алда 1867 йылда Дадабхай Наороджи нигеҙ һалған «Көнсығыш Һиндостан ассоциацияһы» һәм 1876 йылда Сурендранатх Банерджи нигеҙ һалған «Һинд милли ассоциацияһы» була.

Отставкалағы Британия чиновнигы Юм Аллан Октавиан тәҡдиме буйынса, 1885 йылда милли интеллигенцияның либераль вәкилдәре Һиндостан милли конгресын ойоштора. Был этапта Арья-самадж һәм Брахмо-самадж кеүек ижтимағи-дини реформаторлыҡ хәрәкәттәренең йоғонтоһо һиҙелә. 1890 йылда милли-азатлыҡ хәрәкәтенең «ситке» ағымы ла формалаша, уны Бал Гангадхар Тилак етәкләй. «Бүлгелә һәм хакимлыҡ ит» принцибын ҡулланып, Һиндостандың вице-короле лорд Джордж Натаниэл Керзон 1905 йылда Бенгалияны Көнбайыш (индуизм) һәм Көнсығыш (мосолман) өлөштәргә бүлә, шулай уҡ 1906 йылда дөйөм һинд азатлыҡ хәрәкәтенән Бөтә һинд мосолман лигаһының айырылып сығыуын хуплай. Яуап итеп, 1900-се йылдарҙа Тилак етәкселегендәге Лал Бал Пал хәрәкәттәре, һәм Шри Ауробиндо кеүек эшмәкәрҙәр сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәштең радикаль алымдарын яҡлаусы булып сығыш яһайҙар.

1919 йылдың мартында тәртип һаҡлау тураһында ҡаты Закон ҡабул ителә, Быға яуап итеп ул ваҡытҡа билдәле йәмәғәт эшмәкәре булып киткән Махатма Ганди һиндостанда хартал, йәғни хужалыҡ эшмәкәрлеген туҡтатырға, дөйөм забастовка үткәрергә саҡыра. Тиҙҙән илдә сыуалыштар башлана, был Гандиҙы харталдан баш тартырға мәжбүр итә. Әммә был ваҡытҡа Пенджабта хәл киҫкенләшә. 1919 йылдың 13 апрелендә Амритсарҙа бригада генералы Реджинальд Дайер етәкселегендәге ғәскәрҙәр демонстранттарға ут аса, кәм тигәндә 379 кеше үлтерелә.

1920-се йылдарҙа башланған бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәштең һуңғы стадияһында Һинд милли конгресы Махатма Ганди пропагандалаған көс ҡулланмау сәйәсәтен — сатьяграхты ҡоралға ала. Һуңыраҡ, Собхас Чандра Бос һәм башҡа ҡайһы бер лидерҙар инглиздәр менән көрәштә радикаль, хәрби саралар ҡуллана башлайҙар, ә икенселәр сәйәси азатлыҡ менән бергә һинд крәҫтиәндәренә иҡтисади азатлыҡ биреү өсөн сығыш яһайҙар. XX быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында барлыҡҡа килгән хәрби-милитаристик милләтселек Икенсе донъя һуғышы ваҡытында үҙенең апогейына етә һәм уңышһыҙлыҡҡа осраған һинд-немец пактына һәм гхадар заговорына сәбәп була. Был осорҙа Һинд милли армияһы һәм «Һиндостанды ҡалдырығыҙ» кеүек хәрәкәттәр әүҙемләшә.

Хәрәкәт 1947 йылда, Британия һиндостаны бүленгәс һәм Һиндостан һәм Пакистан доминиондары барлыҡҡа килгәс, үҙенең кульминацияһына барып етә. 1950 йылдың 26 ғинуарында илде республика тип иғлан иткән Һиндостан конституцияһы ҡабул ителгәнгә тиклем Һиндостан Британия тажының доминионы булып ҡала. Пакистан 1956 йылда үҙен республика тип иғлан итә, әммә бер нисә эске көрәш осоро аша үтә, улар барышында демократик азатлыҡ туҡтатыла. 1971 йылда башланған граждандар һуғышы 1971 йылғы хәрби конфликтҡа барып етә, һөҙөмтәлә Пакистандан Көнсығыш Пакистан бүленеп сыға һәм уның территорияһында Бангладеш бойондороҡһоҙ дәүләте барлыҡҡа килә.

Һинд милли-азатлыҡ хәрәкәте күмәк хәрәкәт була, унда йәмғиәттең төрлө ҡатламдары ҡатнаша һәм ул даими идеологик эволюция процесы аша үтә.[1] Хәрәкәттең төп идеологияһы антиколониализм булһа ла, уны донъяуи, демократик, республика һәм либераль сәйәси структура менән берлектә бойондороҡһоҙ капиталистик үҫеш идеяһы ла илһамландыра[2]. 1930-сы йылдарҙа, башлыса Һинд милли конгресындағы һулдар элементтарының йоғонтоһо артыуы һәм Һиндостан коммунистар партияһының көсәйеүе сәбәпле, хәрәкәт асыҡ социалистик йүнәлеш ала башлай[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Chandra, 1989, p. 26
  2. Chandra, 1989, p. 521